Яйпаҡ (күл) — Башҡортостан Республикаһының Дәүләкән районы Калиновка ауылы эргәһендә Дим йылғаһының һул яҡ яр буйындағы туғайҙа урынлашҡан күл.

Яйпаҡ
Дәүләт  Рәсәй
Урын Калиновка, Дим (йылға) һәм Үҙән
Майҙан 0,2 км²
Карта

Тасуирламаһы үҙгәртергә

Яйпаҡ күле Дим йылғаһының элекке йырҙаһында барлыҡҡа килгән. Һыу ятҡылығы төньяҡтан көньяҡҡа һуҙылған. Күл яуым-төшөм, ер аҫты һвуҙары, аҙ кимәлдә ер өҫтө һыуҙары менән туйына.
Һыуы таҙа, үтә күренмәле. Майҙаны — 0,2 квадрат километр. Төбө ҡомло.
Күлдең ярҙары һөҙәк һәм убалы. Көнбайыштан, Калиновка ауылы яғынан, ерек, тал, имән, уҫаҡ ағастары менән ҡапланған.
Көнсығыштан һыубаҫар туғайҙар һуҙылған. Исемһеҙ ваҡ һыу ятҡылыҡтары бар. Туғайҙарҙың флораһын кесерткән,әрем,меңъяпраҡ һәм башҡа үләндәр тәшкил итә.Йәйге осорҙа «ҡырағай» яр буйҙары күрән, шыршы үләне,ҡырҡбыуын һәм ҡамыш менән ҡаплана.
Күлдә төрлө балыҡ:алабуға,суртан,сабаҡ,ҡорман,ҡарабалыҡ, табан балыҡ,ҡыҙылғанат йәшәй[1]
Ялпаҡ күле ял итеүселәрҙең һәм балыҡ тотоусыларҙың яратҡан урыны
Географик координаталары: Киңлеге: 54°16′29″N (54.27467) Оҙонлоғо: 55°10′45″E (55.179178)
Район үҙәге Дәүләкән 15 саҡрым алыҫлыҡта.
Яҡындағы тимер юлы Дәүләкән (15 км)
Яҡындағы ауылдар: Калиновка, Вперёд,Яңы Яппар
Тәбиғәт ҡомартҡыһы — Калиновка туҡталҡаһы (XV—IX быуат б.э.) 1,1 саҡрым алыҫлыҡта.
Һыу ятҡылыҡтары — Шөңгәккүл (15 км),Яҙлаукүл (4,5 км)
Йырын Сакла — 3,9 км

Этимологияһы үҙгәртергә

Яйпаҡ (яйпы) — диалект һүҙ. Йәйелеп ятҡан, киң мәғәнәлә ҡулланыла.[2]

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

Асылыкүл

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Озеро Яйпак (рус.)
  2. Башҡорт теленең һүҙлеге. II том, 729 -сы б.

Һылтанмалар үҙгәртергә