Исмәғилев Сафа Исмәғил улы
Исмәғилев Сафа Исмәғил улы (октябрь 1906 йыл — ? 1981 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, гвардия сержанты, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы 275-се кавалерия полкының эскадрон командиры. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры (1942)[1].
Исмәғилев Сафа Исмәғил улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Совет Рәсәйе СССР |
Тыуған көнө | 1906 |
Тыуған урыны | Ҡаҙанғол, Дәүләкән районы |
Вафат булған көнө | 1981 |
Хәрби звание | Сержант һәм командир[d] |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Ғәскәр төрө | кавалерия[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәСафа Исмәғил улы Исмәғилев 1906 йылдың октябрь айында Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе хәҙер Башҡортостан Республикаһы Дәүләкән районы Ҡаҙанғол ауылында тыуған.
1941 йылдың 3 декабрендә Дәүләкән районы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы 275-се кавалерия полкының 2-се эскадронында миномёт расчёты командиры булып хеҙмәт итә[1]
Батырлығы
үҙгәртергә1942 йылдың 6 июлендә разведкала ҡатнаша, дошмандың торған урынын билдәләй, 3 фашист һалдатын юҡ итә, һуғыш яланынан яраланған лейтенантты алып сыға. 9 июлдә июлдә дошмандың 1 пулемётын, 1 орудиеһын юҡ итә. Был батырлығы өсөн Исмәғилев Сафа Исмәғил улы Ҡыҙыл Йондоҙ орденына лайыҡ була[2]