Ҡарайған

Рәсәйҙең Башҡортостан Республикаһы Ишембай районындағы ауыл

Ҡарайған (рус. Карайганово) — Башҡортостан Республикаһының Ишембай районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 277 кеше була[2]. Урман-Бишҡаҙаҡ ауыл Советы составына инә.. Почта индексы — 453239, ОКАТО коды — 80231875002.

Ауыл
Карайганово
башҡ. Ҡарайған
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан Республикаһы

Муниципаль район

Ишембай

Координаталар

53°35′44″ с. ш. 56°02′29″ в. д.HGЯO

Беренсе мәртәбә телгә алынған

1777

Халҡы

277[1] кеше (2010)

Милли состав

башҡорттар

Конфессиональ составы

мосолмандар

Этнохороним

ҡарайғандар

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

453239

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

-

Код ОКАТО

80 231 875 002

Код ОКТМО

80 631 475 121

Рәсми сайт

ishimbaimr.ru

Карайганово (Рәсәй)
Карайганово
Карайганово
Ҡарайған (Башҡортостан Республикаһы)
Карайганово
Ҡарайған (Ишембай районы)
Карайганово

Ҡарайған ауылы Тәлтем-Юрматы улусы аҫаба башҡорттарының ышаныслы вәкиле йөҙ башы Ҡарайған Яугилдин исеме менән аталған. Мордваларға һәм поручик Шевкуновҡа (уның олатаһы — Пермь губернаһы Уҫы өйәҙе Тайнин улусының суҡындырылған башҡорто булған) ер һатыуҙа ҡатнашҡан (1777—1787 йылдар).

Башҡорт Аҡсулпановтың [XVIII быуат] аҙағында һатып алынған ерҙәрендә яңы барлыҡҡа килгән Аҡсулпан түбәһе тораҡ пункты. Тарихи яҡтан Ҡарайған халҡы малсылыҡ, умартасылыҡ, игенселек, сана, арба яһау менән шөғөлләнгән. 1795 йылда ауылда 81 кеше йәшәй (27 йорт хужалығы). XIX быуат уртаһында 279 кеше һәм 43 йорт иҫәпләнә, шул иҫәптән 40 керҙәш башҡорт кешеһе. 1920 йылда халыҡ иҫәбен алыуҙа 333 кеше һәм 63 йорт хужалығы күрһәтелгән. 1839 йылда 264 кеше йәшәгән 46 йортта 551 ат, 239 һыйыр, 47 һарыҡ, 20 кәзә була. Ауылда 249 умарта була. Өс йылдан һуң 176 бот көҙгө һәм 440 бот яҙғы иген сәселгән була[3]. Мәсет, училище булған. 1906 йылда мәсет, мөгәзәй теркәлгән[4].

Хәҙерге осор

үҙгәртергә

Урман-Бишҡаҙаҡ ауыл Советына ҡарай. Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса башҡорттар (100 %) йәшәй[5].. Башланғыс мәктәп (Урман-Бишҡаҙаҡ урта мәктәбе филиалы), фельдшер-акушерлыҡ пункты, социаль-мәҙәни үҙәк, «Шатлыҡ» балалар баҡсаһы бар.


Халыҡ һаны

үҙгәртергә

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август 333
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 384
1959 йыл 15 ғинуар 419
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 250
2002 йыл 9 октябрь 284
2010 йыл 14 октябрь 277 142 135 51,3 48,7

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны

үҙгәртергә

Ауыл Ишембай — Стәрлетамаҡ юлы буйында, Ағиҙел йылғаһы ярында урынлашҡан.

Алыҫлығы:[6]

Урамдары

үҙгәртергә

Урам исеме[7]:

  • Ағиҙел урамы рус. улица Агидель)
  • Ҡотошев урамы рус. улица Кутушева)
  • Йәштәр урамы рус. улица Молодёжная)
  • Ялан урамы {{lang-ru|улица} Полевая})
  • Еңеү урамы рус. улица Победы)
  • Күл урамы рус. улица Озерная)
  • Дала урамы рус. улица Степная)
  • Уңыш урамы рус. улица Урожайная)
  • Юрматы урамы рус. улица Юрматинская)
  • Йәшлек урамы рус. улица Яшлек)

Билдәле шәхестәре

үҙгәртергә

Иҫтәлекле урындары

үҙгәртергә

Ҡарайған ауылы эргәһендә, Ағиҙел йылғаһынан алыҫ түгел, Ишембай районы символы Торатау — тәбиғәт ҡомартҡыһы урынлашҡан.

2007 йылда бында Башҡортостандың Рәсәйгә үҙ ирке менән инеүенә 450 йыл тулыуға арналған Castle Rock рок-музыкаһының республика фестивале үтә[8].


Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. Карайганово | Генеалогия и архивы (рус.) (Тикшерелеү көнө: 19 сентябрь 2019)
  4. Ҡарайған // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  5. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка) (рус.)
  6. Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
  7. «Налог Белешмәһе» системаһында Ҡарайған ауылы
  8. Республика Башкортостан: Деревню Карайганово потряс рок 2013 йыл 28 сентябрь архивланған.

Һылтанмалар

үҙгәртергә