Урман-Бишҡаҙаҡ
Урман-Бишҡаҙаҡ, Урман-Бишҡаҙыҡ, Бишҡаҙаҡ (рус. Урман-Бишкадак) — Башҡортостан Республикаһының Ишембай районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 613 кеше[2]. Урман-Бишҡаҙаҡ ауыл Советының административ үҙәге. Почта индексы — 453239, ОКАТО коды — 80231875001.
Ауыл | |
Урман-Бишкадак башҡ. Урман-Бишҡаҙаҡ | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Координаталар | |
Элекке исеме |
ҠУҢҠАҘАЙ |
Халҡы | |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
453239 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
ГКГН номеры | |
Тарихы
үҙгәртергәБөгөнгө Урман-Бишҡаҙаҡ ауылы XVIII—XIX быуаттарҙа Ҡуңҡаҙай тип атала. Ҡуңҡаҙайҙың беренсе күскенсеһе хөрмәтенә аталған. Беренсе күскенсенең улы Байғужа Ҡуңҡаҙаев 1758—1822 йылдарҙа йәшәй, улы — Муллағол, ейәндәре: Мурзабай, Иҙрис. 1795 йылда 92 кеше йәшәгән 16 ихатанан тора. 1834 йылда 26 ихатала 206 кеше йәшәгән. X ревизия 283 кеше йәшәгән 48 ихата күрһәтә. 1920 йылда 446 кеше һәм 94 йорт булған.
Моғайын, Ҡуңҡаҙай Бишҡаҙаҡ ауылында (хәҙер Яр-Бишҡаҙаҡ) тыуғандыр, быны күрше ауылдарҙың дөйөм исеме һәм 1795 йылға Бишҡаҙаҡтың һан яғынан ҙурыраҡ булыуы дәлилләй (92 кешегә ҡаршы 196).
Ауыл башҡорт-мишәр ғәскәренең 7-се башҡорт кантоны 15-се тирмәһе составына инә, бер үк ваҡытта этник бүленеш буйынса — Тәлтем‑Юрматы улусының Илсектимер түбәһендә. Һуңыраҡ Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙенең Аҙнай улусы, 1922 йылдан Стәрлетамаҡ кантонында.
Ҡуңҡаҙайҙа малсылыҡ менән шөғөлләнәләр. 1839 йылда 206 кеше йәшәгән 28 йорт хужалығында 413 ат, 377 һыйыр, 94 һарыҡ, 50 кәзә була. Ни бары 38 умарта була. Ауылда барыһына 204 бот ужым һәм 832 бот яҙғы иген сәселгән[3].
1912 йылда Ғәниятулла Ниғәмәтуллин Ҡуңҡаҙай ауылы муллаһы була[4]. Мәсет 1909 йылда төҙөлә. XX быуаттың 20-се йылдарынан (Яр-Бишҡаҙаҡ кеүек) хәҙерге исемен йөрөтә[5]..
Нефть 1864—1867 йылдарҙа һәм тау инженеры Васильев тарафынан табыла[6]
1924 йылда 70 уҡыусыға интернат һәм хужалыҡ ҡаралтылары менән ике ҡатлы Урман-Бишҡаҙаҡ крәҫтиән йәштәр мәктәбе асыла, һуғыш йылдарында балалар йорто асыла.
1985 йылда «Ишимбайжилстрой» тресы «Башгражданстрой» институты проекты буйынса ауылда эксперименталь торлаҡ йорттар төҙөй.
Ауыл иҫән ҡалған өс шихандың (4 инеләр) береһе, Торатау тауы итәгендә урынлашҡан.
Хәҙерге осор
үҙгәртергәАуылда урта мәктәп, етем балалар һәм үҫмерҙәр өсөн социаль реабилитация үҙәге «Өмөт», балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар[7].
Халыҡ һаны
үҙгәртергәБөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | 446 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 501 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 747 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | 858 | ||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 600 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 715 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 613 | 298 | 315 | 48,6 | 51,4 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса ауылда башҡорттар йәшәй[8].
- 1812 йылдағы Ватан һуғышында ҡатнашыусылар
- Ялсынбаев Абыҙгилде;
- Илбул Байышев;
- Бикбай Байназаров;
- Бикбулат Байназаров;
- Амангилде Ҡотоев.
Географик урыны
үҙгәртергәАлыҫлығы:[9]
- Район үҙәгенә тиклем (Ишембай): 11 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Стәрлетамаҡ): 23 км.
Урамдары
үҙгәртергәУрам исеме[10]:
- Мәктәп урамы (рус. улица Школьная)
- Юл урамы (рус. улица Дорожная)
- Урман урамы (рус. улица Лесная)
- Чапаев урамы (рус. улица Чапаева)
- Йәшел урамы (рус. улица Зеленая)
- Үҙәк урамы (рус. улица Центральная)
- Йәштәр урамы (рус. улица Молодежная)
- Йәйғор урамы (рус. улица Радужная)
- Ҡояшлы урамы (рус. улица Солнечная)
- Бәхет урамы (рус. улица Счастья)
- Уңыш урамы (рус. улица Уныш)
Билдәле шәхестәре
үҙгәртергә- Иманғолов Динислам Ислам улы (10.09.1924—22.09.2014), хеҙмәт алдынғыһы, йәмәғәтсе. 1951—1994 йылдарҙа Стәрлетамаҡ сода-цемент комбинаты слесары. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР-ының IX саҡырылыш Юғары Советы депутаты (1975—1980). Социалистик Хеҙмәт Геройы (1974). Стәрлетамаҡ ҡалаһының почётлы гражданы (1969).
- Иманғолов Сулпан Ғоссам улы (1 ғинуар 1932 йыл — 9 ғинуар 2001 йыл) — башҡорт журналисы һәм сатирик шағиры, СССР Журналистар (1958) һәм Яҙыусылар (1981) союздары ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1993), Шәһит Хоҙайбирҙин (1996) һәм Булат Рафиҡов (2001) исемендәге премиялар лауреаты.
- Амангилдин Фәттәхетдин Ғәйнетдин улы (рус. Амангильдин Фаттахетдин Гайнетдинович; 25 май 1910 — 13 август 2000) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры. Гвардия старшинаһы. Ишембай районы) Урман-Бишҡаҙаҡ ауылында тыуған.
Иҫтәлекле урындары
үҙгәртергә- Торатау тауы.
Иҡтисады
үҙгәртергә«Торатау» ауыл хужалығы кооперативы эре мөгөҙлө мал үрсетә, һөт, ит, сусҡа ите етештерә. Шәкәр сөгөлдөрө, көнбағыш үҫтерә.
Видеофильмдарҙа
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 129. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Шамиль Исянгулов Изучение истории башкирской диалектологии (1950–1980 гг.) // Вопросы диалектологии. — 2018-12-22. — Т. 140. — С. 55–64. — ISSN 2658-6207. — DOI:10.31833/vopr-dial.2018.1-2.0001
- ↑ Юрматы ырыуы тарихы. Урман-Бишкадак (Кунказаево)
- ↑ Ишембайҙа нефть эҙләү тарихы
- ↑ Урман-Бишҡаҙаҡ // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка) (рус.)
- ↑ Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
- ↑ «Налог Белешмәһе» системаһында Урман-Бишҡаҙаҡ ауылы
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий — Уфа: Китап, 2009. — 744 б. — ISBN 978-5-295-04683-4. (рус.)
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Урман-Бишҡаҙаҡ // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 3 сентябрь 2019)
- Урман-Бишкадак. Сайт «Генеалогия и архивы» (рус.) (Тикшерелеү көнө: 3 сентябрь 2019)
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 129. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- Юрматы ырыуы тарихы. Урман-Бишкадак (Кунказаево)
- Ишембайҙа нефть эҙләү тарихы
- «Налог Белешмәһе» системаһында Урман-Бишҡаҙаҡ ауылы