Ғәҙелша (исем)
Викидатала элемент юҡ |
Ғәҙелша — башҡорт ир-ат исеме, башҡа төрки халыҡтарҙа ла ҡулланыла.
Этимологияһы
үҙгәртергәҒәҙелша исеме башҡорт теленә ғәрәп, фарсы телендәренән килеп ингән, дөрөҫлөктө яратҡан, ғәҙел шаһ[1][2] тигәнде аңлата.
Билдәле кешеләр
үҙгәртергәҒәҙелша Юнысов (1783—?) — хәрби эшмәкәр. 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм Рус армияһының сит илгә 1813—1814 йылдарҙағы походтарында ҡатнашыусы.
Ейәнсурин Ғәҙелша Дәүләт улы (1894—1937) — дәүләт эшмәкәре. Башҡорт АССР-ының Баш суды рәйесе (1929—1931).
Фамилия
үҙгәртергәҒәҙелшин Рөстәм Рәшит улы (14 апрель 1955 йыл — 10 май 2016 йыл) — математик. Физика-математика фәндәре докторы (1994), профессор (1999). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2006). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре [3](2005).
Ғәҙелшин Хәмит Ғабдулла улы(10 июль 1923 йыл — 10 ғинуар 2000 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр, элемтәсе. Полковник. Советтар Союзы Геройы (1944).
Ғәҙелшин Кәшфелғилем Фәйруша улы (3 август 1918 йыл — 7 ноябрь 2017 йыл) — режиссёр. 1951 йылдан СССР-ҙың Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1973).
Ауылдар
үҙгәртергәҒәҙелша (рус. Гадельшино) — Башҡортостандың Учалы районындағы ауыл.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәҒәҙелша шарлауығы - Баймаҡ районында, Ирәндектең көнсығыш тармағы булған Яманташ тауында, Төйәләҫ йылғаһындағы шарлауыҡ. Диңгеҙ кимәленән 800 м бейеклектә. Өс киртләсле. Юғары киртләсенең бейеклеге 1,2 м, икенсе һәм өсөнсө киртләсе етешәр метр. Шарлауыҡ Башҡортостандағы иң бейеге һанала.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- ↑ Ғәҙелша (исем) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |