Ғәлиә
Ғәлиә — башҡорт ҡатын-ҡыҙ исеме, төрки телле халыҡтарҙа киң таралған.
Этимологияһы
үҙгәртергәҒәлиә исеме башҡорт теленә ғәрәп теленән килеп ингән. Мәғәнәһе «бөйөк» тигәнде аңлата[1].
Билдәле шәхестәр
үҙгәртергәСолтанова Ғәлиә Кәлимулла ҡыҙы (16 февраль 1937 йыл) — йырсы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1993) һәм халыҡ артисы (2011).
Имашева Ғәлиә Шакир ҡыҙы (17 май 1915 йыл — 5 ғинуар 1995 йыл) — совет театр рәссаме. РСФСР-ҙың (1955) һәм БАССР-ҙың (1943) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. БАССР-ҙың (1970) һәм РСФСР-ҙың халыҡ рәссамы (1973). Рәссамдар союзы ағзаһы (1938). Башҡорт профессиональ театр декорацияһы сәнғәтенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары араһынан беренсе профессиональ рәссам. К. С. Станиславский исемендәге дәүләт премияһы лауреаты. Ике «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры.
Науразбаева Ғәлиә Мөҙәрис ҡыҙы (1 июль 1930, БАССР Бөрйән районының Яуымбай ауылы — 23 март 2009, Башҡортостан Республикаһы, Бөрйән районы, Байназар ауылы) — алдынғы һауынсы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, Октябрь Революцияһы ордендары кавалеры, БАССР Юғары Советы депутаты, Коммунистик хеҙмәт ударнигы, хеҙмәт ветераны.
Мөхәмәтйәнова Ғәлиә Мөхтәр ҡыҙы (1 декабрь 1950 йыл) — педагог, дәүләт хеҙмәткәре, ғалим, юғары мәктәп уҡытыусыһы, йәмәғәт эшмәкәре. Башҡортостан Республикаһының мәғариф министры (1998—2004). Рәсәй Федерацияһы Педагогия һәм социаль фәндәр академияһының ағза-корреспонденты, педагогия фәндәре кандидаты. Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы ағзаһы (2015). СССР-ҙың мәғариф отличнигы, Рәсәй Федерацияһының почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре.
Кайбицкая Ғәлиә Мотыйғулла ҡыҙы — танылған йырсы, Татарстандың халыҡ артисы.
Измайлова Ғәлиә Баязит ҡыҙы (12 февраль 1923 йыл, РСФСР, Томск — 2 октябрь 2010 йыл, Үзбәкстан, Ташкент) — балет бейеүсеһе, балетмейстер, режиссер, Үзбәкстан ССР-ы (1951) һәм СССР (1962) халык артисы, Үзбәкстан ССР-ының Хәмзә исемендәге (1970) һәм СССР (1950) дәүләт премиялары лауреаты.
Әҙәбиәттә
үҙгәртергәҒәлиә — Фәнил Әсәновтың «Тол ҡатындар» әҫәре геройы.
Ғәлиә — Флорид Бүләковтың «Таштуғай» пьесаһы геройы.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәҒәлиә мәҙрәсәһе — Өфө ҡалаһындағы мосолман уҡыу йорто. 1906 йылдың көҙөндә асыла.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 119 бит.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |