Науразбаева Ғәлиә Мөҙәрис ҡыҙы

Науразбаева Ғәлиә Мөҙәрис ҡыҙы (1 июль 1930, БАССР Бөрйән районының Яуымбай ауылы — 23 март 2009, Башҡортостан Республикаһы, Бөрйән районы, Байназар ауылы) — алдынғы һауынсы. «Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ», «Октябрь революцияһы» ордендары кавалеры, БАССР Юғары Советы депутаты, Коммунистик хеҙмәт ударнигы, хеҙмәт ветераны.

Науразбаева Ғәлиә Мөҙәрис ҡыҙы
Тыуған көнө

1 июль 1930 йыл

Тыуған урыны

Яуымбай ауылы,
Бөрйән районы, Башҡорт АССР-ы

Вафат булған көнө

23 март 2009({{padleft:2009|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:23|2|0}})

Вафат булған урыны

Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районы Байназар ауылы

Гражданлығы

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге

һауынсы

Тормош иптәше

Науразбаев Мөхәмәҙиә Мөхәмәт улы

Наградалары һәм премиялары

Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, Октябрь революцияһы ордендары кавалеры, БАССР Юғары Советы депутаты, Коммунистик хеҙмәт ударнигы

| Октябрь Революцияһы ордены — 1976 || Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены — 1971 || |}

Биографияһы

үҙгәртергә

Науразбаева Ғәлиә Мөҙәрис ҡыҙы 1930 йылдың 1 июлендә Бөрйән районы Яуымбай ауылында ғаиләлә икенсе бала булып донъяға килә. Атаһы Аҫылбаев Мөҙәрис Шәриф (Мөхәмәтшәриф) улы, 1905 йылда тыуған, ябай колхозсы була. Ғаиләлә тәүге бала Шәмсихаят тигән ҡыҙ була. Ғәлиәнән һуң татыу, эшсән ғаиләлә Сәғиҙә, Сәкинә исемле ҡыҙҙары, улдары Әшрәф тыуа.

Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, атайҙары фронтҡа китә. Шул китеүҙән әйләнеп ҡайта алмай, 1943 йылда хәбәрһеҙ юғала. Мөнир ҡустыһы атаһы һуғышҡа киткәс тыуа. Ул атай төҫөн күрә алмай үҫеп буй еткерә.

Итәк тулы бала менән тороп ҡалған әсәйҙәре Камилаға ишле ғаиләне аҫырауы бик ауырға тура килә. Шәмсихаят апайын ағас эшенә ебәрәләр. Ул ағасын да ҡырҡа, ҡыуғында ла йөрөй, һал бәйләп ағыҙыша.

Ғәлиә лә 11 йәшенән колхозға эшкә сыға. Көсө еткән тиклем тәүҙә өләсәһе менән төрлө эштәрҙә йөрөй, Әүжәндән картуф ташыйҙар. Аҙаҡ әсәһе менән иген утауҙа, бесәндә эшләй. Әҙерәк утыҡҡас, ул тиҫтерҙәре менән аслы-туҡлы, яланаяҡ йөрөп һарыҡ көтә башлай. Ашарға юҡ, тип мыжып ултырыу ҡайҙа, ашарға яраҡлы үләндәр табып ашап, шуның менән йән аҫрайҙар. Икенсе йылына Ғәлиәнең яңғыҙына һарыҡ көтөүҙе ышанып тапшыралар. «Ҡыҙыл таш» колхозында (Яуымбай ауылы) һарыҡтар күп була. Ғәлиә Аҫылбаева менән Мәҙинә Назароваға һарыҡ көтөүен бирәләр, һуғыш осоро булғас, яуаплылыҡ икеләтә арта. Мал һанын кәметергә ярамай. Бөтәһе лә фронт өсөн эшләнә бит. Ҡыҙҙар ныҡ тырыша, үрсем алыуҙың артыуына өлгәшә. Быҙау ҡараусы булып та эшләп ала.

Ауыр заманда уҡыу насип булмай уға. Яуымбай мәктәбенең дүрт класын ғына тамамлап өлгөрә. Баштан-аяҡ эшкә сума.

Таһыллы, эшкә әрһеҙ ҡыҙҙы күп тә үтмәй һауынсы итеп ҡуялар. Сәмле ҡыҙ бер кемгә лә алдынғылыҡты бирмәй.

20-се быуаттың илленсе йылдарында колхоздарҙы эреләтеү эштәре башҡарыла. Ҙур ҡаршылыҡтар менән бара ул. Был эшкә райком, райсовет, милиция вәкилдәре йәлеп ителә.

Яуымбайҙағы «Ҡыҙыл таш» колхозын Байназарҙағы Буденный исемендәге колхозға ҡушалар. Ғәлиә Аҫылбаева Байназар һөтсөлөк фермаһында һауынсы булып эш башлай. Тәүге егерме йыл самаһы эш ифрат ауыр була. Барыһы ла тик ҡул көсө менән башҡарыла. Ә тырыштар бирешмәй. Ғәлиә лә райондың алдынғы һауынсылары С. Әхмәҙуллина, 3. Әҙелбаева, С. Ғәҙәмшина өлгөһөнә эйәреп эшләргә тырыша.

1958 йылда Ғәлиә Мөҙәрис ҡыҙы Байназар ауылы малсыһы Науразбаев Мөхәмәҙиә Мөхәмәт улына кейәүгә сығып, матур итеп донъя көтә башлайҙар. Бер-бер артлы балалары тыуа. Биш балаға ғүмер биреп, уларҙы үҙ-аллы тормошҡа аяҡ баҫтыралар. «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнгән. Иң оло ҡыҙы Мәрғиә дүрт балаға әсәй, хәҙер өләсәй булып матур итеп донъя көтә. Дүрт улына кәләш алып биреп, өсәүһенә өй төҙөшөп бирҙеләр. Төпсөктәре атай нигеҙендә йәшәй.

Ябай ғына һауынсы булһа ла, илебеҙ Ғәлиә Науразбаеваның хеҙмәтен оло баһалай. 1969 йылдың ноябрь айында алдынғы һауынсы Ғәлиә Мөҙәрис ҡыҙы Науразбаева Мәскәү ҡалаһында үткән колхозсыларҙың III Бөтә Союз съезында делегат булып ҡатнаша. 1975 йылда IX саҡырылыш БАССР Юғары Советына депутат итеп һайлана.

Маҡтаулы исемдәре һәм наградалары

үҙгәртергә
  • 1971 йылдың 7 майында «Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ» ордены менән бүләкләнә.
  • 1976 йылдың 23 декабрендә «Октябрь революцияһы» ордены менән бүләкләнә.
  • В. И. Лениндың тыуыуына 100 йыл тулыу хөрмәтенә «Өлгөлө хеҙмәт өсөн» юбилей миҙалы.
  • 1941—1945 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышында «Өлгөлө хеҙмәт өсөн».
  • «СССР-ға 50 йыл» миҙалы
  • Бөйөк Еңеүҙең юбилейҙары хөрмәтенә юбилей миҙалдары.

Сығанаҡтар

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә