Ғәйбәт
Иман шарттары |
Исламдың биш нигеҙе |
Шәхестәр |
Ғәйбәт (фарс. غیبت , ғәр. غِيبَةٌ) — ситтән тороп хөкөм итеү, берәй кеше тураһында ғәйбәт һөйләү, хәбәр таратыр өсөн кешенең шәхси серҙәрен асыҡларға ынтылыу.
Ғәйбәттең асылы
үҙгәртергәҒәйбәт — «кеше тураһында уның артында насар һәм мыҫҡыллы нәмәләр һөйләү, яманлау». Был һүҙ «ғәйеп — билдәһеҙ, йәшерен» тигән һүҙ менән бер тамырҙан яһалған. Ҡөрьәндә һәм Мөхәммәт Пәйғәмбәр хәҙистәрендә ғәйбәт төшөнсәһе йыш ҡына үлгән кешенең итен ашау менән сағыштырыла[1]
Мөхәммәт Рәсүлуллаһ ғәйбәт һөйләүсене лә яратмаған, тыңларға ла рөхсәт итмәгән, уларҙың гонаһтары уртаҡ, тип әйтә торған булған. Башҡаларҙың ғәйептәрен тикшергәнсе, һәр кем үҙенең етешһеҙлектәрен бөтөрһөн, яҡшы кеше рәтенә инергә тырышһын — был пәйғәмбәрҙең васыяты[2].
Кешенең артында, уға оҡшамаҫлыҡ, хатта ысын булһа ла, һөйләшеүҙәр ғәйбәт булып иҫәпләнә[3][4]. Ислам дине был ғәмәлдәрҙе тыя һәм уларҙы иң яман ғәмәлдәрҙең береһе итеп ҡарай. Исламда ғәйбәт иң ҙур гонаһтарҙың береһе булып тора.
Ғәйбәт рөхсәт ителгән осраҡтар
үҙгәртергә- Судта шаһитлыҡ иткәндә;
- Әгәр кеше ғәҙелһеҙлектән яфаланһа;
- Әгәр бер кеше асыҡтан-асыҡ, йәмғиәттән оялмайынса гонаһ ҡылһа[5].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Яманат һатыу
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑
О те, которые уверовали! Избегайте многих предположений, ибо некоторые предположения являются грехом. Не следите друг за другом и не злословьте за спиной друг друга. Разве понравится кому-либо из вас есть мясо своего покойного брата, если вы чувствуете к этому отвращение? Бойтесь Аллаха! Воистину, Аллах – Принимающий покаяния, Милосердный. - ↑ YouTube: Gıybet (dedikodu) . Дата обращения: 29 сентябрь 2017. Архивировано 9 апрель 2016 года.
- ↑ Сплетни «гыйбат» . Дата обращения: 25 ғинуар 2013. Архивировано 26 октябрь 2013 года. 2013 йыл 26 октябрь архивланған.
- ↑ Сплетня как форма людоедства . Дата обращения: 25 ғинуар 2013. Архивировано 11 октябрь 2011 года.
- ↑ Али-заде, 2007
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Rafik Berjak, "Backbiting", «The Qur'an: an encyclopedia», <https://books.google.com/books?id=isDgI0-0Ip4C&pg=PA106>
- Камаль Эль Зант Аль-гыйба — хула // Нравы мусульманина. Часть 2