Ғағауздар (гаг. Gagauzlar) — Балҡан ярымутрауында тарихи формалашҡан төрки халыҡ. Ғағауздарҙың хәҙерге территорияһы башлыса Бессарабияла тупланған (көньяҡҡа Молдавияның көньяғы һәм Украинаның Одесса өлкәһе). Шулай уҡ ҙур булмаған һанда Болгария, Греция, Румыния һәм башҡа илдәрҙә йәшәй. Хәҙерге ғағауздарҙың дөйөм һаны — 250 мең кеше самаһы. Дине: — православие. Молдавия составында Ғағауз Автономиялы территориаль берәмек бар, баш ҡалаһы Комрат

Ғағауздар
гаг. Gagauzlar
Байраҡ
Рәсем
Туған тел Ғағауз теле
Дәүләт  Молдова
 Днестр буйы республикаһы
 Төркиә
 Греция
 Румыния
 Болгария
 Ҡаҙағстан
 Украина
Административ-территориаль берәмек Гагауз Ери, Ханты-Манси автономиялы округы, Ямал-Ненец автономиялы округы, Одесса өлкәһе, Тараклийский район[d], Кагульский район[d], Кишинёв һәм Мәскәү
Урын Южная Бессарабия[d][1]
Халыҡ һаны 126 010 кеше (2014)[2],
9272 кеше (2021)[3],
31 900 кеше (2001)[4]
 Ғағауздар Викимилектә

Ғағауздарҙың килеп сығышы тураһында бик күп төрлө гипотезалар бар:

  • Ғағауздарҙың ата-бабалары булып уғыҙҙар, бәшнәктәр, кумандар тора;
  • Төркиәлә сәлжүктәр теорияһы таралған: ғағауздар XIII быуатта Добруджаға күсеп килгән төрөк-сәлжүктәр тоҡомона ҡарай һәм ҡыпсаҡтар менән бергә унда уғыҙҙар дәүләтенә нигеҙ һала[5];
  • Болгарияла ғағауздар төрөкләшкән болғарҙар тигән гипотеза киң таралған[6][7];
  • Ғағауздар —VII быуатта Волга һәм Балҡан ярҙарынан күсеп килгән төрөк-болғарҙар һәм IX быуатта улар христиан динен ҡабул итә. Хәҙерге лингвистик нигеҙләүе юҡ.

Үрҙә аталған барлыҡ төркөмдәр ғағауз халҡының этногенезында ҡатнашыуы бар

Генетик сығышы

үҙгәртергә

Төрлө тораҡ пункттарҙа үткәрелгән ғағауздар генетикаһының һуңғы тикшеренеүҙәре уларҙың сығышына асыҡлыҡ индермәй. Тикшеренеүселәр ғағауздарҙың генетикаһы бер төрлө түгеллеген билдәләй. Бер тикшеренеүҙә ғағауздарҙың балҡан тамырҙары, икенсеһендә төрөк (сәлжүк) тамырҙары асыҡлана[8][9]. Был ғағауздарҙың тышҡы, шулай уҡ физик һыҙаттарында күҙгә ташлана. Ғағауздар Y-ДНК гаплотөркөмөнә ҡарай: I2 (23.6 %), R1a (19.1 %), G (13.5 %), R1b (12.4 %), E1b1b1a (11.1 %), J2 (5 .6 %) һәм N (2.2 %). Y-ДНК филогенетик анализы ғағауздарҙың македондар, болгарҙар, сербтар һәм башҡа балҡан халҡы менән туғанлығына күрһәтә. Гаплотиптарының ентекле тикшерелеүе ғағауздар һәм төрөк тармаҡтарының ҡайһы бер бәйләнештәрен асыҡлай, был сәлжүк гипотезаһын күпмелер дәлилләй

Лингвистик үҙенсәлектәре

үҙгәртергә

Ғағауздарҙың халыҡ булараҡ берләштереүсе факторҙары булып төрки теле һәм христиан дине тора, улар ғағауздарҙы башҡа Балҡан халҡынан айырып тора. Тикшеренеү авторҙары шулай уҡ төрөк телен үҙләштерелгән, ә ғағауздарҙың ата — бабалары Балҡандың аҫаба халҡы тигән гипотезаны алға ҡуя[9]. Был гипотеза күп һорауҙар тыуҙыра: әгәр ҙә, ғағауз теле үҙләштерелгән тип фраза ителһә, кемдән икәнлеге бөтөнләй аңлашылмай. Сөнки төрөк теленә һәм ҡырым-татарҙарының көньяҡ диалектына яҡынлығы булыуға ҡарамаҫтан, ғағауз теле уларҙан грамматик, лексик һәм семантик яҡтан ныҡ ҡына айырыла.  Башҡа төрки телле вәкилдәр менән ғағауздар туранан-тура бер нисек тә бәйләнешкә инмәһә лә, ул үҙендә шуларҙың үҙенсәлекле элементтарын таба

Әзербайжан теле миҫалында - был хәҙерге ваҡытта ҡылымдарҙың күпкә оҡшаш формалары һәм төрөк телендәге һымаҡ хәҙерге оҙайлы ваҡыттың тулыһынса юҡлығы (-yor). Шулай уҡ ғағауздар, төрөктәрҙән айырмалы рәүештә «ğ» өнөн ҡулланмай, уны «g» өнө йәки икеләтә һуҙынҡы менән алмаштыра[10], был ғағауз телен тыва теле менән яҡынлаштыра, ә үҙенә генә хас -maa/mää ялғауы менән ғағауз инфинитвы төрөк төркөмөнөң бөтә телдәре араһында уникаль феномен булып тора.

Былар бөтәһе лә ғағауздарҙың Балҡанға төньяҡ Ҡара диңгеҙ буйынан X быуатта килгән ата-бабаларының төрөк күскенселәре булғанлығына һәм урындағы халыҡ араһында юҡҡа сығыуына ишара яһай, шуның менән ғағауздарҙың балҡан халҡына яҡынлығы аңлатыла[11].

Бөгөнгө көнгә ғағауз халҡының атамаһы телгә алыныусы XIX быуаттан алда даталанған бер тарихи документтарҙың да табылмауы менән бәйле, ғағауздарҙың тарихы әлегә тиклем тарихсыларҙың бәхәс өлкәһе булып ҡала. Түбәндә төп фараз итеүҙәр килтерелә:

XIII быуат (1259—1320) — Балҡан ярымутаруында ғағауздарҙың ата-бабаларын христианлаштырыу осоро, ул легендар Сара Салтыктың күп йыллыҡ миссионерлыҡ эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә мөмкин була, Сара Салтык төрлө балҡан легендаларында изге Георгий, изге Илья, изгеләндереүсе Николай, изге Симеон, изге Наум йәки изгеләндереүсе Спиридон менән тиңләштерелә.

XIV быуат (1320—1347) — ғағауздарҙың ата-бабалары ҡыпсаҡ сығышлы төрөк телле христианин Балыҡ бей етәкселеге аҫтында бойондороҡһоҙ болғар Карвун кенәзлегендә урынлаша. Карвун ере (Karvunum Terra) хәҙерге Болгарияның төньяҡ-көнсығышында үҙәге менән Карвун ҡалаһында урынлаша.

XIV быуат (1347—1400) — ғағауздар Добрич (Балыҡтың улы) етәкселеге аҫтында бойондороҡһоҙ болғар Добруджа кенәзлегендә урынлаша, ә Добричтан һуң 1386 йылдан Иванко (Добричтың улы) етәкселегендә. Добруджа — хәҙер төньяҡ-көнсығыш Болгария һәм көньяҡ-көнсығыш Румынияның географик өлкәһе.

XIV—XIX быуаттарҙа (1400—1812) — ғағауздар Ғосман империяһы эсендә, шул уҡ Добруджала, уның территорияһы тарихи документтарҙа Уз Эйалети исеме аҫтында телгә алына, урыҫ теленә тәржемәлә ул «уз халҡының провинцияһы» тигәнде аңлата.

1597 йылда Ғосман Империяһы эсендә Варна ҡалаһында йәшәгән халыҡ һанының статистикаһы буйынса:

  • төрки христиандар — 582 йорт,
  • мосолман төркиҙәр — 410 йорт,
  • гректар — 120 йорт,
  • коптар — 31-се йорт.

Бирелгән статистика буйынса 1597 йылда Варнала йәшәгән халыҡтар араһында болгарҙар булмағанлыҡтан, болгарҙар Варнала сағыштырмаса яңыраҡ йәшәй башлаған тигән һығымта яһарға мөмкин. Икенсе һығымта буйынса Варна ҡалаһының төп халҡы булып ғағауздар тора, сөнки Балҡан ярымутрауында төрки телле христиандар тик ғағауздар була.

XVIII быуат аҙағында һәм XIX быуат башында Ғосман империяһының көсһөҙләнеүе менән бәйле Балҡан ярымутрауы территорияһы анархияға бирелә. Был осор Балкан тарихында Балҡан ярымутрауы халҡын ҡурҡытыу аҫтында тотоҡан Кырджалы бандаһы буйынса ҡырджалылыҡ һымаҡ билдәле була. Ошо күренеш, шулай уҡ Балҡанда Рәсәй һәм Ғосман империяһы араһында барған оҙайлы һуғыш менән бәйле, ә Рәсәй Бессарабияла уңайлы тормош шарттары тәҡдим итә, крәҫтиәндәрҙең өлөшө, шул иҫәптән ғағауз халҡының өлөшө Балҡан ярымутрауынан Бессарабия территорияһына күсеп ултыра. Бессарабияға китмәгән ғағауздарҙың төп өлөшө артабан тарихи Добруджа сиктәрендә Румыния һәм Болгария араһында бүленә һәм яйлап румындарға һәм болгарҙарға ярашлы ассимиляцияға дусар була. XIX—XX быуат (1812—1917) — Рәсәй империяһынан Бессарабия территорияһына эмиграциялаған ғағауздар

XX быуат:

  • 1906 йылдың ғинуары — Бессарабияла бойондороҡһоҙ Комрат республикаһы иғлан ителә, ул 5 көн йәшәй.
  • 1918—1940 йылдарҙа — ғағауздар Бессарабияның Румыния менән берләшеүе һөҙөмтәһендә Румыния территорияһында була.
  • 1940—1941 йылдарҙа — Риббентроп -Молотов пакты буйынса бер өлөш ғағауз халҡы менән Бессарабия СССР-ҙан китә (Аккерман өлкәһенә инә, 1940 йылдың 7 декабренән Измаил өлкәһенә).

1940 йылдың август айында Молдавия АССР-ынан Молдавия Совет Социалистик Республикаһы (МССР) формалаша. Ғағауздарҙың күп өлөшө уның территорияһында йәшәй

  • 1941—1944 йылдарҙа — Икенсе донъя һуғышы. Бессарабия территорияһы Румыния составына инә.
  • 1944 йыл — 1990 йыл — ғағауздар Молдавия Совет Социалистик Республикаһында.
  • 19.08.1990 йыл — 23.12.1994 йыл — танылмаған Ғағауз республикаһы осоро
  • 23.12.1994 — хәҙерге ваҡытта тиклем күпселек территорияһында йәшәүсе күпселек ғағауздар Молдова эсендәге Гагауз Ериндә. Ғағауздарҙың әҙ өлөшө әлегә тиклем хәҙерге Болгарияның Көньяҡ Добруджа районында йәшәй, йәш быуын күбеһенсә болгар телендә һөйләшә.

Ғағауздар XIX—XX быуаттарҙа

үҙгәртергә

XIX быуат аҙағы — XX быуат башында баҫылып сыҡҡан Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге ғағауздарҙы төрөкләшкән болғарҙар тип атай, «улар православие динен тота, ләкин ҡорамдарҙа байрам көндәрендә мәжүсиҙәрҙең ҡорбан килтереү төрөн — ҡорбан ҡыла» тип билдәләй[7]. Варна ҡалаһы болғар халҡының этник составын Һүрәтләп, Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге хәбәр итә:



Варна Болгарияның диңгеҙ буйы ҡалалары иҫәбенә инә, унда күп гректар йәшәй; һуңғылары бөтә ҡала халҡының ⅓ кешеһен тәшкил итә, улар иҫәбенә православие динен тотҡан, әммә төрөк телендә һөйләшкән боронғо кумандарҙың тоҡомо — ғағауздар ҙа үҙҙәрен индерә[12].

1877—1878 йылдарҙа Рәсәй менән һуғышта Ғосман империяһы еңелгәндән һуң Болгария Ғосман империяһы составында административ автономия хоҡуғын ала

1878 йылға тиклем Варна ҡалаһында һәм уның тирә -яғында ғағауздар халҡы статистикаһы:

  • 1871 йылда болгар «Отечество» (№ 85) гәзитендә Градешлиев Варна халҡының күп өлөшөн ғағауздар тәшкил итә тип яҙа.
  • 1876 йылда Иречек Варнаға йәнәш бөтә райондарҙа һалым түләүсе эшкә һәләтле ирҙәрҙең һаны 21 359 кеше, һәм күбеһе уларҙың ғағауздар, тип яҙа.

1878 йылдан һуң Варнала ғағауздар халҡы статистикаһы (Градешлиев статистикаһы):

  • 1880 й. — 12 000 кеше
  • 1905 й. — 10 175 кеше
  • 1910 й. — 9329 кеше
  • 1920 й. — 3669 кеше

1897 йылда Бессарабия губернаһында халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса ғағауздар 2,9 % тәшкил итә[13].

1990 йылда Бессарабия территорияһында ғағауздарҙың компактлы йәшәү урынында Ғағауз Республикаһы иғлан ителә, ул дүрт йылдан һуң тыныс берләшә. 1994 йылдың 23 декабрендә Молдавия составында автономия — Гагаузия Автономиялы территориаль берәмек ойошторола[14].

Ғағауз теле төрөк телдәренең көньяҡ-көнбайыш тармағының уғыҙҙар төркөмөнә ҡарай. Ғағауз теле ике диалектҡа эйә—чадырлгун-комрат (төп) һәм вулканешт (көньяҡ)

Төп һәм көньяҡ диалекттар араһында айырмалар асыҡлана. Фонетика өлкәһендә:

1. Алғы рәт ä и е һуҙынҡыларын ҡулланыу йәһәтенән

Төп диалектта ä һуҙынҡыһы исем һәм ҡылым формаларының аҙаҡҡы асыҡ ижегендә (мәҫәлән: gecä ‘ночь’) һәм алғы рәт һуҙынҡылар менән нигеҙҙән һуң баҫым аҫтында аффикстарҙа (köklär ‘тамырҙар’, evdän evä ‘йорттан йортҡа’, gidän ‘уходящий’, gidärdi ‘ул китте’ һ.б..). Көньяҡ һөйләшендә ä һуҙынҡыһына күрһәтелгән осраҡтарҙа е һуҙынҡыһы тап килә (maale, gece, hergele / kökler, evden eve, giden, giderdi).

2. 1-се һәм 2-се заттың берлегендә зат алмаштары варианттары. Bän [an b'] // sän [an s'] үҙәк диалектта һәм ben // sen көньяҡ диалектта.

3. ää и её оҙон һуҙынҡыларын ҡулланыу һәм һүҙ аҙағында ҡулланыу. Комрат-чадыр диалектында оҙон ää һуҙынҡы ҡулланыла, мәҫәлән: gezmää 'баран', gülmää 'көлөү', gözçääz 'глазки', köpää 'эт' (төбәү килеш, төшөм килеш. һуҙынҡылар араһындағы k тартынҡыһы төшөп ҡалыуы һөҙөмтәһендә), ә вулкэнешт диалектынгда ошо уҡ позицияла — оҙон её һуҙынҡыһы: gezmee, gülmee, gözçeez, köpee.

4. у (йот) тартынҡыһының һәм с (дже) аффриката менән алдағы киң а и е һуҙынҡыларына йоғонтоһо

Комрат һәм чадыр-лунга һөйләштәрендә а, е һуҙынҡылары у (йот) һәм с (дже) аффрикатаһы алдында тарая һәм редукцияға бирелә, вулкэнешт диалектында был күренеш әҙ һиҙелә (Сағыштыр: burdêim — burdayım 'мин бында', sobıêi — sobayı 'һауыт' (төшөм килеш), alıcek — alacak 'ул ала', gidicek (gicek) — gidecek ' ул бара' һ.б.

5. Көньяҡ диалектта күплектә аффикста һуңғы r төшөп ҡала: Мәҫәлән: Kızla(r) topladıla(r) da ördüle çiçek(r) feneţ. 'Ҡыҙҙар сәскә йыя һәм таж үрә'.

6. Һүҙ башында тартынҡы h төшөп ҡала.

Ғағауз телендә еңел тын алған кеүек яңғыраған һ тартынҡыһы вулкэенешт диалектында төшөп ҡала һәм комрат-чадыр диалектында һаҡлана. Мәҫәлән: (h)ava 'һауа торошо', (h)ayvan 'хайуандар', (h)asta 'ауырыу' һ.б.

Дөйөм алғанда, үҙәк һәм көньяҡ диалекттарҙы сағыштырғанда көньяҡ диалект боронғораҡ һәм төрөк телдәре төҙөлөшөн күберәк һаҡлаған булып күренә.

Совет осоронда ғағауз мәҙәниәте үҫешә. Кириллица нигеҙендә алфавит барлыҡҡа килә, һүҙлектәр төҙөлә, мәктәп дәреслектәре, «Легенданын изи» (След легенд, 1974), «Узун керван» (Длинный караван, 1985), «Жанавар йортулары» (Праздники волка, 1990) һ.б. китаптар баҫылып сыға.

XX быуат уртаһына тиклем ғағауз теле яҙмаһыҙ була. 1957 йылдың 30 июлендә Молдавия ССР-ы Юғары Советы Президиумының Указы менән рус графикаһы нигеҙендә ғағауз теле өсөн булған яҙыу индерелә[15]. Хәҙерге ваҡытта рәсми рәүештә латин графикаһы нигеҙендә алфавит ҡулланыла.

Гагауздарҙың бөтә донъя конгресы

үҙгәртергә
 
Ғағауздар милли кейемдә

XIX быуат аҙағында ҡатын-ҡыҙҙар киндер күлдәк, алъяпҡыс менән еңһеҙ күлдәк кейгәндәр, йоҡа аҡ яулыҡ өҫтөнән ҙур ҡара яулыҡ (чемьберь) ябынғандар. Ҡышҡы ваҡытта еңле күлдәк, буҫтау кофта һәм тиренән еңһеҙ кейем кейгәндәр. Алҡалар, беләҙектәр, мунсаҡтар, шул иҫәптән алтын тәңкәләрҙән муйынсаҡ та мотлаҡ булған. Ирҙәр кейеме: күлдәк, киң буҫтау салбар, киң ҡыҙыл билбау (кушак), эшләпә - йәй көнө, ҡаракүл тире башлыҡ (ҡалпаҡ) - ҡышын. Көтөүселәрҙең ғәҙәти күлдәге һарыҡ тиреһенән салбар менән аралаша; тиренән еңһеҙ кейем һәм һарыҡ тиреһенән ҡыҫҡа куртка (кюрк), ул ҡайһы саҡта ҡыҙыл йәки йәшел юл менән биҙәлә.

Милли аш-һыуы

үҙгәртергә

Туҡланыуҙа мөһим урынды икмәк биләй, ул сөсө һәм әсе ҡамырҙан бешерелә. Ҡул икмәге боронғо иген продукттарының береһе һанала. Әсетелгән ҡамырҙан бәлештәр (karmyarik) әҙерләйҙәр, уның эслегенә майҙа ҡыҙҙырылған брынза, кәбеҫтә, эремсек һалалар. Шулай уҡ сөсө ҡамырҙан ҡатлы бәлештәр ҙә популяр, уның эслегенә шулай уҡ брынза, эремсек (pidä/pide, kivirma, plaçinta, kirdä) ҡулланыла[16].

Ит ризыҡтарынан kaurma — укроп, петрушка һәм башҡа үләндәр ҡушып ҡарындары менән ҡыҙҙырылған сусҡа ите менән һарыҡ ите. Сусҡа һәм тауыҡ башы һәм боттарынан ҡойҡа paça (пача) әҙерләйҙәр. Дөйөм мanca (манджа) исеме аҫтында төрлө соутар — һуған соусы, ҡуҙғалаҡ менән соус, ҡаймаҡ соусы, брынза менән йомортҡа соусы, һ.б. билдәле.[17].

Гагауздар ата-бабалары, бөтә күсмә төрки халыҡтары кеүек, күрәһең, тәңреселек динен тотҡан. Балҡан төрөктәрен христианлаштырыу (грек православие) бик ауыр һәм яй бара. 20-се быуат аҙағына тиклем ғағауздар ҡайһы бер мәжүсилек йолаларын һаҡлап алып ҡала, мәҫәлән, «Пипируда» (күбәләк) — ямғыр саҡырыу йолаһы. Бындай йолалар йыш ҡына христиан символикаһы менән аралаша һәм христиандарҙың дини мәғәнәһе бирелә. Бессарабияға күсеп килгәнгә тиклем ғағауздар Балҡанда болгар һәм грек православие сиркәүҙәре менән эш итә. XIX быуат башында ғағауз халҡының өлөшө көньяҡ Добруджа территорияһынан Бессарабияға күскәндән һуң ғағауздар яңы урында башҡа күскенселәр менән бергә рус православие сиркәүенә күсә. Молдавияның күпселек ғағауздары хәҙерге ваҡытта православие динен тота. Шулай уҡ протестант ойошмалары: баптистар һәм инжил христиандары - киң таралған.

Ғағауздарҙың икенсе өлөшө, «гаджалдар», айырым этнодини төркөм булып тора һәм сөнниселәр мәғәнәһендәге ислам динен тота. Ғағауздарҙың был өлөшө Греция һәм Болгариянан Бессарабияға күсенгән, артабан, мәҙәни яҡтан тулыһынса тиерлек болгарҙар, гректар һәм төрөктәр тарафынан ассимиляцияға дусар булған.

Никахтары

үҙгәртергә

Молдавия ғағауздары өсөн моноэтник никахтар хас булған: 1970 йылда төҙөлгән 100 никахтан 73 моноэтник була, ә 2003 йылда төҙөлгән 100 никахтан шундай 77 никах тора[18]. 2003 йылда Молдавияла ғағауз ир-егеттәре йышыраҡ үҙ милләтендәге ҡатын-ҡыҙҙар менән никахҡа инә (78 %), молдаван ҡатын-ҡыҙҙары менән һирәгерәк (9 %), болгар ҡатын-ҡыҙҙары менән (5 %), урыҫтар менән (4 %) һәм украин ҡатын-ҡыҙҙары менән (3 %)[19]. 2003 йылда Молдавияның ғағауз ҡатын-ҡыҙҙары өсөн был күрһәткес ярашлы рәүештә: 75 %, 8 %, 5 %, 4 % һәм 5 %. Кишинев ғағауздары өсөн, киреһенсә, башлыса милли-ҡатнаш никахтар хас, 2000 йылда ике енес ғағауздарҙың бөтә никахтарының 97 % тура килә[20]. 2018 йылда моноэтник никахтар һаны кәмей бара.

Исемдәре

үҙгәртергә

Ғағауз исеме шәхси исемдән, атаһының исеме һәм фамилиянан тора. Иң танылған формаһы, ҡағиҙә булараҡ, исем һәм фамилияһын тора. Бындай система ғағауздарҙа XX быуаттың икенсе яртыһында нығына. Хәҙерге шәхси ғағауз исемдәре төрлө дәүерҙәргә ҡарай. Барлыҡ исемдәр ҙә христианлыҡҡа ҡарай. Исемдәр нигеҙҙә грек, болгар, латин сығышлы. Һуңғы ваҡытта ғағауздар йыш ҡына сит ил исемдәрен үҙләштерә.

Балаға исем ике ысул менән бирелә:

  • өләсәһе йәки олатаһы исеме буйынса
  • крестный исеме буйынса

Ғағауз фамилияһы балҡан сығышлы. Башлыса улар ғағауз, болғар, грек телендә. Бынан тыш, фамилиялар һөнәр, урам ҡушаматтарынан, атаһының исемдәренән килеп сыҡҡан. Гражданлыҡ никахын төҙөү ваҡытында ҡатын-ҡыҙҙар ирҙәренең фамилияһын ҡабул итә.

Ғағауздарҙың бөтә донъя конгресы

үҙгәртергә
 
Гагауздар

Ғағауздарҙың конгресы өс йылға бер тапҡыр (2006 йылдан алып) Ғағауз Ериның баш ҡалаһы Комратта үтә. Ул бөтә донъянан ғағауздарҙы йыя.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. http://www.encyclopediaofukraine.com/display.asp?linkpath=pages%5CG%5CA%5CGagauzy
  2. https://statistica.gov.md/files/files/Recensamint/Recensamint_pop_2014/Rezultate/Tabele/Caracteristici_populatie_RPL_2014_rom_rus_eng.xls
  3. Всероссийская перепись населения 2020—2021 годов
  4. https://web.archive.org/web/20111217151026/http://2001.ukrcensus.gov.ua/eng/results/general/nationality/
  5. Губогло, Фейгина, Колса, 2006
  6. Маринов, В. По въпроса за произхода на гагаузите в България 2016 йыл 7 июль архивланған. // Сборник в чест на Йордан Захариев, София 1964, с. 157—158, 166—167
  7. 7,0 7,1 Гагаузы // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  8. Alexander Varzari, Vladimir Kharkov, Wolfgang Stephan, Valentin Dergachev, Valery Puzyrev Searching for the origin of Gagauzes: inferences from Y-chromosome analysis // American Journal of Human Biology: The Official Journal of the Human Biology Council (инг.)баш.. — 2009-5. — В. 3. — Т. 21. — С. 326—336. — ISSN 1520-6300. — DOI:10.1002/ajhb.20863
  9. 9,0 9,1 Alena Kushniarevich, Olga Utevska, Marina Chuhryaeva, Anastasia Agdzhoyan, Khadizhat Dibirova Genetic Heritage of the Balto-Slavic Speaking Populations: A Synthesis of Autosomal, Mitochondrial and Y-Chromosomal Data // PloS One (инг.)баш.. — 2015. — В. 9. — Т. 10. — С. e0135820. — ISSN 1932-6203. — DOI:10.1371/journal.pone.0135820
  10. Саая, Оюмаа Маадыр-оол.Долгие гласные тувинского языка(рус.).— Новосибирск, 2005.
  11. Варзарь А. М.Этногенез гагаузов по данным аутосомных ДНК-маркеров(рус.)// Кишинев, 2010.
  12. Варна // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  13. История Республики Молдова. С древнейших времён до наших дней = Istoria Republicii Moldova: din cele mai vechi timpuri pină în zilele noastre / Ассоциация учёных Молдовы им. Н. Милеску-Спэтару. — изд. 2-е, переработанное и дополненное. — Кишинёв: Elan Poligraf, 2002. — С. 146. — 360 с. — ISBN 9975-9719-5-4.
  14. Закон Республики Молдова «Oб особом правовом статусе Гагаузии (Гагауз Ери)» Nr.344-XIII от 23.12.94. www.minelres.lv.
  15. Языки народов СССР: в 5-ти томах. Тюркские языки. — М: Наука, 1966. — Т. 2. — С. 112—113.
  16. Никогло Д. Е. Система питания гагаузов в XIX — начале XX века. — Кишинев, 2004. — С. 66—70.
  17. Никогло Д. Е. Традиции питания // История и культура гагаузов. — Кишинев, 2006. — С. 717, 723—724.
  18. Остапенко, Субботина, Нестерова, 2012, с. 131
  19. Остапенко, Субботина, Нестерова, 2012, с. 133
  20. Остапенко, Субботина, Нестерова, 2012, с. 137
  21. アーカイブされたコピー. Дата обращения: 24 ноябрь 2007. Архивировано 24 ноябрь 2007 года. 2007 йыл 24 ноябрь архивланған.
  22. 2. Население Приднестровья по переписи 2004 года - 555,5 тысячи человек ("Оливия-пресс" (Тирасполь) и собственная информация "Демоскопа", 7 сентября) // Демоскоп Weekly. № 213—214 от 12—25 сентября 2005
  23. Национальный состав население ПМР 2004
  24. Статистический ежегодник ПМР 2013. Дата обращения: 29 сентябрь 2014. Архивировано 13 май 2014 года.
  25. Всеукраїнський перепис населення 2001 | Русская версия | Результаты | Основные итоги переписи | Национальный состав населения:
  26. «Лица России» — этносы и народы. Дата обращения: 14 сентябрь 2014. Архивировано 22 август 2007 года. 2007 йыл 22 август архивланған.
  27. Национален съвет за сътрудничество по етническите и демографските въпроси. Етнически малцинствени общности 2020 йыл 4 июнь архивланған. (болг.)
  28. Joshua Project. Gagauzi Turk (инг.)
  29. Национальный состав Казахстана по переписи 1989 г. Демоскоп
  30. Распределение населения ЛР по национальному составу и государственной принадлежности на 01.07.2009. 2016 йыл 18 сентябрь архивланған. (латыш.)
урыҫ телендә
башҡа телдәрҙә
  • Zanet T. Gagauzluk: Kultura, ruh, adetlär: Gagauz folkloru / Inst. de Filologie al Acad. de Ştiinţe a Moldovei, Inst. de Folclor al Acad. Naţ. de Ştiinţe a Azerbaidjanului. — Ch.: Pontos, 2010. — 554, [6] p.
  • Metin Omer, «Agenda politică a unui intellectual din Turcia kemalistă: Hamdullah Suphi Tanrıöver, turcismul şi găgăuzii», Intelectuali Politici şi Politica Intelectualilor, Cetatea de Scaun, 2016, p. 345—362 (ISBN 978-606-537-300-6).
  • Dimitris Michalopoulos, «The Metropolitan of the Gagauz: Ambassador Tanrıöver and the problem of Romania’s Christian Orthodox Turks», Turkey & Romania. A history of partnership and collaboration in the Balkans, Istanbul: Union of Turkish World Municipalities and Istanbul University, 2016, p. 567—572. ISBN 978-605-65863-3-0 .(http://www.tdbb.org.tr/tdbb/wp-content/uploads/2016/12/ibac_2016_romanya_BASKI.pdf)

Һылтанмалар

үҙгәртергә