Ғафаров Арыҫлан Әмерғәзе улы
Ғафаров Арыҫлан Әмерғәзе улы (1907 — 6 сентябрь 1997 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы ҡатнашыусыһы, рядовой минёр, сапёр.
Ғафаров Арыҫлан Әмерғәзе улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй империяһы Рәсәй |
Тыуған көнө | 1907 |
Тыуған урыны | Башҡорт Илсекәйе ауылы, Мөрсәлим ауыл советы, Салауат районы |
Вафат булған көнө | 6 сентябрь 1997 |
Вафат булған урыны | Йүрүҙән |
Һөнәр төрө | Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл армияһы, эшсе |
Хәрби звание | рядовой |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәАрыҫлан Әмерғәзе улы Ғафаров 1907 йылда Өфө губернаһы Златоуст өйәҙе Нәсибаш улусына (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Салауат районы Мөрсәлим ауыл биләмәһе) ҡараған Илсекәй ауылында Ғафаров Әмерғәзе менән Мәрхәбәнең (Яхъя ауылынан килен булып төшкән) күп балалы ғаиләһендә донъяға килгән. Тыуған ауылында башланғыс белем ала.
1929 йылда Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһына хеҙмәткә саҡырыла, әммә хәрби хеҙмәткә ярамай, тип запасҡа яҙалар.
Күрше Лаҡлы ауылы ҡыҙы Рауза Ҡәриповаға өйләнә. Дүрт бала атаһы булыуына, һуғыш башлана.
Бөйөк Ватан һуғышы тамамланғандан һуң, 1945—1948 йылдарҙа ғаиләһе менән тыуған ауылы Илсекәйҙә йәшәй. Күрше Ҡарағол ауылында уҡытыусы булып эшләй.
Скрипкала, мандолинда иҫ киткес матур уйнай.
1948 йылда паровоз ремонтлау заводына йыйыусы һөнәре буйынса эшкә алына, артабан Һатҡы урман эшкәртеү хужалығына күсерелә.
Бер аҙҙан Йүрүҙән ҡалаһында төпләнә, өй һалып инә. Бер нисә тапҡыр Йүрүҙән ҡала советына депутат итеп һайлана. 1967 йылда пенсияға сыға. Әммә эштән туҡтамай.
1973—1984 йылдарҙа Йүрүҙән механика заводында, Йүрүҙән механика техникумында эшләй.
1984 йылдан, күреү һәләте кәмегәнлектән, II төркөм инвалиды.
Тормошта тыныс холҡло, сыҙамлы, әҙәпле ир-егет, яғымлы атай була. Нәфис әҙәбиәт китаптарын, фәнни-популяр әҙәбәитте күп уҡый.
1997 йылдың 6 сентябрендә Силәбе өлкәһе Йүрүҙән ҡалаһында вафат була.
Хәрби хеҙмәте
үҙгәртергә1941 йылдың 5 ноябрендә Салауат районы хәрби комиссариаты тарафынан һуғышҡа алына һәм 11 ноябрҙә алғы һыҙыҡҡа оҙатыла.
1941—1943 йылдарҙа III Белорус фронтының Хәрби-ялан төҙөлөшө идаралығына ҡараған 52-се айырым отделениеһында рядовой сапёр булып хеҙмәт итә.
1943 йылдың 21 декабрендә ҡаты яралана.
1943—1945 йылдарҙа 98-се Хәрби-төҙөлөш отрядының 52-се айырым отделениеһында рядовой минёр булып хеҙмәт итә.
Рядовой минёр Ғафаров Арыҫлан Әмерғәзе улы (ғинуар һөжүменә тиклем) дошмандың элекке оборона сиге булып хеҙмәт иткән Гольдап йылғаһы буйын минанан таҙартыу барышында, урын-ерҙең ҡыйын (ҡуйы ҡыуаҡлыҡ) шарттарында төрлө типтағы 2224 минанан таҙартты. Иптәш Ғафаров мина эшен белгән иң яҡшы минёрОригинал текст (рус.)Рядовой минёр Гафаров Арслан Анургазович, работая на разминировании бывшего рубежа обороны противника в р. Гольдап (до январского наступления) в трудных условиях местности (густой кустарник) снял и обезвредил 2224 штук мин разных типов. Тов. Гафаров является отличным, знающим минное дело, минёром
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергәҒаиләһе
үҙгәртергәҒафаров Әмерғәзенең 6 балаһы була: ҡыҙҙары Бибикамал, Мәстүрә, Әсҡәпъямал, Мәхүпъямал, улдары Абдулла менән Арыҫлан.
Бер туған ағаһы Ғафаров Абдулла Әмерғәзе улы — ҡыйыу разведчик, 1943 йылда Бөйөк Ватан һуғышында һәләк була, Дондағы Ростов ҡалаһында ерләнгән.
Арыҫлан Ғафаровтың балалары: Ансар, Анфиса, Руфина, Рәфиҙә.
Улы Ансар Арыҫлан улы Ғафаров Берияны ҡулға алған осорҙа Кремль ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иткән. Ҡырғыҙ ССР-ы Ош ҡалаһына барған сағында хәбәрһеҙ юғала.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәСығанаҡтар
үҙгәртергә- ЦАМО. Фонд 33. Опись 686196. Единица хранения 1470 Оборона министрлығының Үҙәк Архивы сығанаҡтары.
- Информатор — Ғафаров Арыҫландың ҡыҙы Сиднёва-Ғафарова Анфиса Арыҫлан ҡыҙы (1935 йылғы), Силәбе өлкәһе Трёхгорный ҡалаһында йәшәй. Яҙып алды: Фәссәхов Әғзәм Фәйзрахман улы (2012 й.)
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Воины-односельчане. Фассахов А. Ф., Абдуллина М. Ф., 2015, 11 с. «Дизайн»