Ғази
Ғази (ғәр. غازي) — үҙ теләге менән (ихтыяри) ғәскәри хеҙмәткә килгән ирекле һуғышсылар, улар динде, дөрөҫлөктө һәм ғәҙеллекте яҡлау маҡсаты ҡуя [2]. Был төшөнсә мосолман сығанаҡтарында X—XI быуаттарҙан осрай.Ғазауат термины ошо һүҙҙән барлыҡҡа килгән [3].
Ғази | |
ғәр. غازي[1] | |
Иман шарттары |
Исламдың биш нигеҙе |
Шәхестәр |
Этимологияһы
үҙгәртергәҒази (шулай уҡ иҫкесә ҡази йәки ғазый; төр. gazve; Иберияла — разия; исп. razia; ғәрәпсә «ғаза» — һуғышыу) — башта урта быуаттарҙа был термин ихтыяри һуғышсы тигәнде аңлатҡан, улар Хәлифәт барлыҡҡа килгән осорҙа кафырҙарҙың йәшәгән урындарына (тәү сиратта рим-византия һәм фарсы төбәктәренә) һөжүм итеп торған. Ваҡыт үтеү менән баш күтәреүселәр барыһы ла, хатта хәлифә ғәскәрҙәренә ҡаршы көрәшкәндәре лә үҙҙәрен шулай атай башлаған.
Ғазиҙар XI—XV быуаттарҙа византия- сәлжүк һуғышы һәм византия- ғосман империяһы һуғышы осоронда ҙур билдәлелек ала һәм тарихи әһәмиәткә эйә була . Испанияның христиан Реконкистаһына көньяҡҡа сығырға бирмәй көрәшкән разия тип аталған мосолман яугирҙары хәрәкәте бик билдәле түгел.
Исламға тиклем үк әле бәҙәүи ғәрәптәрҙә «ġazwah» (غزوة) тип аталған ҙур булмаған баҫҡынсылыҡтар булып торған, улар туранан-тура һуғышҡа инмәгән, ә мал алып киткән. Быны ҡайһы бер шәрҡиәтселәр «барымта» менән дә сағыштыра.
Уильям Монтгомери Уотт Мөхәммәт с.ғ.с. иһә ошо үҙ-ара барған һуғыштарҙыИслам өсөн файҙалы яҡҡа борған тип һанай. Уныңса Бәҙер һуғышы ошоноң сағылышы.
Тарихынан
үҙгәртергәҒазиҙарҙың тормошо-көнкүрешен бик үҙенсәлекле булған. Ғазилыҡҡа , ғәҙәттә, ярлы ғаиләләрҙән, күсмә халыҡтарҙан (төркиҙәр һәм берберҙар) , бөлгөнлөккә төшкән крәҫтиәндәрҙән, һөнәрселәрҙән һәм Хәлифәт ғәскәренән ҡасҡан егеттәр барған. Ғазиҙар һыбай йөрөүҙә дан ҡаҙанған,талымһыҙлығы, ашҡынып тороуы, дошманға аяуһыҙлығы, тәүәккәллек һәм төркөмдә эшләй белеүҙәре менән танылған.
XI быуатта ғәрәп, фарсы һәм солтаны ғәскәрендә төрөк ғазиҙары хеҙмәт итә башлай, улар Рим империяһына һәм тәре йөрөтөүселәргә ҡаршы көрәш алып бара. Монголдар ҡыҫымы аҫтында Алғы Азия илдәренә төркиҙәр миграцияһы көсәйә, шуға күрә урындағы йәмғиәттең айырылғыһыҙ өлөшө булып әүерелә.
Ғазиҙар ғазауаттар менән грек империяһы биләмәләренә төньяҡҡа ныҡлы үтеп инә башлай. XIV быуат башына ғазиҙар империяның бөтә инфраструктураһын юҡҡа сығара, сөнки төп ауыл хужалығы бөтә төбәктәре, шул иҫәптән Меандр үҙәне башҡаса баш ҡалаға буйһонмай.
Ғосман империяһы яулап алыуҙары туҡтағас, ғазиҙар әкренләп башыбоҙоҡ (башибузук) тигән яңы социаль синыфҡа күсә бара. Улар урындағы христиан халыҡтарының ҡотон алып тора. Янычарҙар солтандың даими ғәскәрен тәшкил итә.
"Ғази" һүҙе башҡорт телендә
үҙгәртергә- Мосолман булараҡ, башҡорт халҡында ла "ғази" төшөнсәһе ҡулланылған. Башлыса был һүҙ дини китаптарҙа ҡулланылған. Ул һуғышсы ғына түгел, еңеүсе һуғышсы мәғәнәһендә булған [4]
Шәһадәт нуры илан мөнәүүәр үлгән ғазиҙар. М. Өмөтбаев |
- Ғази (Ғәзи) - ир-ат исеме. Еңеүсе, көрәшсе тигән мәғәнә һалынған [5]
- Өфө янындағы хәҙерге Чесноковка биҫтәһе биләмәһендә Хажи (Ғази, Ази) мәсете (рус. Азиева (Ази, Азиевская, Гази, Газиева) мечеть) — 1736 йылға тиклем тарихи Башҡортостан ерҙәрендә төп йәмиғ (йома) мәсете булған.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Резван Е.А. Гази // Ислам: энциклопедический словарь / отв. ред. С. М. Прозоров. — М. : Наука, 1991. — С. 52-53.
- Гази // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ http://arabiclexicon.hawramani.com/%D8%BA%D9%8E%D8%A7%D8%B2%D9%90%D9%8A/?book=49
- ↑ Значение слова «гази»
- ↑ Газават
- ↑ Башҡорт теленең һүҙлеге, 1-се том. - Мәскәү, 1993. - 243-сө бит.
- ↑ Т. Кусимова, С. Бикҡолова. Башҡорт исемдәре. -Өфө, 2005. -40-сы бит.