Янғантау (Салауат районы)

Рәсәйҙең Башҡортостан Республикаһындағы Салауат районы ауылы
(Янғантау (Башҡортостан) битенән йүнәлтелде)

Янғантау (рус. Янгантау) — Башҡортостан Республикаһының Салауат районындағы ауыл Советы үҙәге, Янғантау шифаханаһы урынлашҡан ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 1017 кеше[3]. Почта индексы — 452492, ОКАТО коды — 80247875001[4]. Ауылда Янғантау шифаханаһы урынлашҡан.

Ауыл
Янгантау
башҡ. Янғантау
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Салауат

Ауыл биләмәһе

Янғантау ауыл Советы

Координаталар

55°18′00″ с. ш. 58°07′51″ в. д.HGЯO

Элекке исеме

«Янғантау» шифаханаһы ауылы

Халҡы

#Н/Д[1] кеше ([[#Н/Д[2] йыл|#Н/Д[2]]])

Милли состав

башҡорттар, урыҫтар, татарҙар

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Телефон коды

+7 347 77

Почта индексы

452492

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

-

Код ОКАТО

80 247 875 001

Код ОКТМО

80 647 475 101

Номер в ГКГН

0221284

Янгантау (Рәсәй)
Янгантау
Янгантау
Янғантау (Салауат районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Янгантау

Географик урыны

үҙгәртергә
  • Район үҙәгенә тиклем (Малаяҙ): 17 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Кропачево): 46 км

Янғантау ауылы Йүрүҙән йылғаһы буйында, район үҙәге Малаяҙҙан төньяҡҡа 17 километрҙа һәм Кропачёво тимер юл станцияһынан (Силәбе өлкәһе) төньяҡ‑көнсығышҡа табан 46 км алыҫлыҡта, урынлашҡан[5].

1937 йылда, Малаяҙ районында Янғантау курорты ойошторолоуға бәйле, Янғантау курорты ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һалына.

XX быуаттың 1950‑се йылдары аҙағынан Янғантау шифаханаһы ҡасабаһы булараҡ иҫәпкә алынған.

2005 йылдан хәҙерге статусын ала, 2007 йылдан башлап хәҙерге исемен йөрөтә.

Ауыл эргәһендә Янғантау тауы, Ҡорғаҙаҡ сығанағы кеүек тәбиғәт ҡомартҡылары бар[6].

Янғантау 1770 йылдан бирле киң билдәлелек ала. Элек бөркөттәр ояһы булған Ҡарағоштауҙы йәки «Янған тау»ҙы, дауалау тылсымына эйә булғаны өсөн, башҡорттар изге тау тип һанаған, һәм уға табыныу шунан башланған.

Бер нисә йөҙ йыл элек Янғантауҙың ғәжәйеп үҙенсәлектәренә тау битләүендә һарыҡтарын көткән ҡарт көтөүсе иғтибар иткән. Көҙҙөң йонсоу бер көнөндә, ямғырҙан йәшенер өсөн, ҙур ағастың тамыры эргәһендәге ярыҡҡа инеп, соҡор төбөнә ҡоро япраҡ, ботаҡ йәйеп йоҡлап киткән ул. Уянғас, ярыҡ төбөнән йылы пар күтәрелгәнен күреп, ғәжәпләнгән. Көтөүсе ошо урынға килеп ҡартайған һөйәктәрен йылыта башлаған. Көтөүсе ҡул һәм аяҡ быуындары һыҙлауы туҡтауын аңлағас, оло шатлыҡ кисергән…

Урындағы халыҡ Янғантауҙың шифалы әһәмиәтен күптәнән белеүенә ҡарамаҫтан, уның тураһында академик П. С. Палластың 1773 йылда донъя күргән «Рәсәй империяһының төрлө провинциялары буйлап сәйәхәт» тигән китабында тәү тапҡыр телгә алына. 1770 йылда Башҡортостан биләмәһе буйлап экспедиция ваҡытында П. С. Паллас Өфөнән Силәбегә барышлай Янғантауға килә.

Октябрь революцияһынан һуң, Янғантау йылыһын дауалауҙа ҡулланыу мөмкинлеген өйрәнеү маҡсатында, тауҙың термаль аномалияһын тикшереү дауам ителә. Совет осоронда башҡорт ғалим-геологы, профессор Г. В. Вахрушев Янғантауҙы өйрәнеү менән күп һәм һөҙөмтәле шөғөлләнә. Ул Янғантауға 1926, 1953, 1956, 1957 йылдарҙа килә, тауҙың геологик төҙөлөшө, уның гидрогеологияһы, тау аҫтында барған термик күренештәр тураһында күп мәҡәләләр яҙа.

Тәүҙә (1927) Г. В. Вахрушев ер аҫты янғыны теорияһын күҙ уңында тотһа, һуңыраҡ (1957) Янғантауҙың термик күренештәре радиоактив йылылыҡтан башланып, ҙур тәрәнлектән Янғантауҙы Ҡаратау һыртынан бүлгән ярыҡ буйлап күтәрелә ала тигән фаразды тәҡдим итә. 1932 йылда өлкә һаулыҡ һаҡлау бүлеге экспедицияһы составында Янғантауға билдәле немец ғалимы-курортологы А. Биккель килә, ул саҡта термаль газдарҙың магматик сығышын: ер ҡабығының тәрән зоналарынан, актив вулкан процестарында бүленеп сыҡҡандағы кеүек, ювениаль һыуҙың парҙары күтәрелеү теорияһын яҡлай.

1932 йылда Башҡортостан геологик-разведкалау тресы Янғантауҙы өйрәнеүҙең яңы осорон башлай. Тауҙың топографик планы төшөрөлә, газдың пар һәм ҡоро ағымына химик анализ үткәрелә һәм 70 метр тәрәнлектәге тәүге разведка скважинаһы быраулана. 1933 йылда Янғантауҙа А. И. Дзенс-Литовский ҡатнашлығында Урал-Себер гидрогеологик партияһы эшләй, ул процестың башы йәшен атыу менән бәйле булыу мөмкинлеген фаразлай. 1934 йылдан алып тауҙың термаль аномалияһы проблемаһын курортология дәүләт үҙәк ғилми-тикшеренеү институты экспедицияһы өйрәнә башлай. Ул парҙарҙың һәм газдарҙың физик-химик үҙенсәлектәрен тикшерә.

1937 йылдың 2 апрелендә Башҡорт АССР-ы Үҙәк башҡарма комитеты Президиумы «Малаяҙ районының Янғантау курортын төҙөү тураһында» ҡарар ҡабул итә. Янғантауҙа тәжрибә-клиник станцияһы ойошторола, ул 1937, 1938 һәм 1939 йылдарҙың йәйге айҙарында эшләй. Тәжрибә-клиник станцияның төп бурысы Янғантауҙың дауалау факторҙарын күҙәтеүгә алыу була.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында «Янғантау»ҙа 200 карауатлыҡ 2575-се эвакогоспиталдең филиалы ойошторола, унда аяҡ быуындары йәрәхәтләнгән ҡаты яралы яугирҙар дауалана. Күп яугирҙар «Янғантау» ҙа дауаланғандан һуң сафҡа баҫа. 1945 йылда Янғантауҙа Башҡорт АССР-ның Һаулыҡ һаҡлау министрлығы тарафынан 100 урынлыҡ шифахана ойошторола, ул йылы миҙгелдә генә (15 майҙан 15 сентябргә тиклем) эшләй[7].

Шифахана төҙөлөшө менән бергә яйлап был урында тораҡ пункт — Янғантау ҡасабаһы барлыҡҡа килә. Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәсет, музей бар[8].

Биләмә берәмектәренә инеүе

үҙгәртергә

БАССР Юғары Советы Президиумының 1966 йылдың 17 декабре Указы нигеҙендә 1967 йылдың 20 мартында Янғантау ауыл Советы булдырыла.

«Ауыл биләмәләренең сиктәрен билдәләү һәм ерҙәрҙе Башҡорт ССР-ы Салауат районының Янғантау ауыл Советы ҡарамағына тапшырыу буйынса материалдар»ҙан «СССР һәм союздаш республикаларҙың ер тураһындағы ҡануниәте нигеҙҙәрен» үтәү маҡсатында һәм Башҡорт ССР-ының ер кодексына һәм «Башҡорт ССР-ында ер реформаһы тураһында» Законға ярашлы, ВолгоНИИгипрозем институты Башҡортостан предприятиеһының Янғантау ауыл Советы комиссияһы менән берлектә Янғантау ауыл биләмәләренең колхоз-ара («Торналы» совхозы, «Урал» колхозы һәм «Янғантау» шифаханһының ярҙамсы хужалығы сиктәрен билдәләү буйынса эштәр башҡарылды".

Бүлеү эштәрен башҡарғанда Янғантау ауыл Советы 512 кеше йәшәгән «Урал» колхозы, «Торналы» совхозы, «Янғантау» курорты ярҙамсы хужалығы ерҙәренең бер өлөшөн биләй. Торама пункттарының билдәләнгән сиктәрендәге ерҙәрҙең дөйөм майҙаны 1076 га тәшкил итә[9].

Теркәү йылы Улус, ауыл советы Өйәҙ, кантон, район Губерна, Республика Дәүләт
1941 Торналы ауыл советы Салауат районы Башҡорт АССР-ы   СССР
1990 Янғантау ауыл советы Салауат районы Башҡортостан Республикаһы   Рәсәй Федерацияһы

Халыҡ һаны

үҙгәртергә

Янғантау ҡасабаһында башҡорттар, урыҫтар, татарҙар йәшәй (2002). Халҡы «Янғантау» шифаханаһында эшләй.

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар 245
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 677
2002 йыл 9 октябрь 1086
2010 йыл 14 октябрь 1017 440 577 43,3 56,7

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Билдәле кешеләре

үҙгәртергә

Урамдары

үҙгәртергә
  • Урман урамы (рус.  Лесная (улица)
  • Үҙәк урамы (рус.  Центральная (улица)
  • Салауат Юлаев урамы (рус.  Салавата Юлаева (улица)
  • Мәктәп урамы — (рус.  Школьная (улица)[10]

Тирә-яҡ мөхит

үҙгәртергә

Ер-һыу атамалары Тауҙар:

  • Ҡарағоштау (Бөркөт оя)

Йылғалар:

Шишмәләр:

Ялан-бесәнлектәр:

Таусыҡтар, түбәләр:

Башҡа урын-ер атамалары:

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Ваҡытлы матбуғатта Янғантау тураһында

үҙгәртергә
  • Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана. Кн. 9. Уфа: Китап, 2001, 98-102 с. — 304 с. — ISBN 5—295—02843—7 (рус.)
  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с. (рус.) ISBN 978-5-87691-038-7.

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Янгантау (село) > Данные не обнаружены. Возможно, страница переименовывалась. Проверьте справочник
  2. Янгантау (село) > Данные не обнаружены. Возможно, страница переименовывалась. Проверьте справочник
  3. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  4. Янғантау «Госсправка» сайтында
  5. Янғантау (Салауат районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  6. Янғантау (Салауат районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  7. История курорта «Янган-Тау»
  8. Янғантау (Салауат районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  9. История становления и развития Совета сельского поселения Янгантауский сельсовет муниципального района Салаватский район Республики Башкортостан
  10. Карта с. Янгантау. Улицы