Аҡбашев Рәшит Шаһабетдин улы
Аҡбашев Рәшит Шаһабетдин улы (29 май 1933 йыл — 21 февраль 2015 йыл) — ғалим-табип, СССР һәм Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау эшмәкәре, 1962—1994 йылдарҙа Янғантау шифаханаһының баш табибы. Медицина фәндәре кандидаты (1975). РСФСР-ҙың халыҡ депутаты (1990). Рәсәй Федерацияһының (1993) һәм Башҡорт АССР-ының (1967) атҡаҙанған табибы. СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы, СССР профсоюз курорттары отличнигы, «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры. Салауат районының почётлы гражданы (2012).
Аҡбашев Рәшит Шаһабетдин улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 29 май 1933 |
Тыуған урыны | Ҡырмыҫҡалы районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 21 февраль 2015 (81 йәш) |
Һөнәр төрө | дәүләт эшмәкәре |
Ғилми дәрәжә | медицина фәндәре докторы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
«Янғантау» шифаханаһына нигеҙ һалыусыларың береһе, 1965 йылда уның етәкселеге аҫтында Янғантауҙа типовой шифахана төҙөлә башлай[1].
1983 йылда курортологтарҙың һәм физиотерапевтарҙың VIII Бөтә союз йәмғиәте съезында Рәшит Аҡбашев йәмғиәттең Идара ағзаһы итеп һайлана. 1982 йылдан 1994 йылға тиклем — профсоюздарҙың шифаханалар менән идара итеү буйынса Үҙәк советы ағзаһы. 2013 йылдан «Янғантау» шифаханаһы ветерандар советын етәкләй.
Биографияһы
үҙгәртергәРәшит Шаһабетдин улы Аҡбашев 1933 йылдың 29 майында Башҡорт АССР-ы Ҡырмыҫҡалы районының Атйетәр ауылында тыуған[2]. 1950 йылда Боҙаяҙ урта мәктәбен тамамлай.
1950—1957 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина институты студенты.
1954—1956 йылдарҙа Куйбышев медицина институтының хәрби-медицина факультетында уҡый.
1975 йылда «медицина фәндәре кандидаты» ғилми дәрәжәһенә диссертация яҡлай.
Дауалау һәм ғилми эшмәкәрлеге
үҙгәртергә1956 йыл — Тряпинск амбулаторияһы мөдире (БАССР).
1962—1994 — "Янғантау шифаханаһы"нда баш табип.
1975 — медицина фәндәре кандидаты.
«Янғантау» фәнни-популяр фильмы сценарийының авторы (1973 йылда Үҙәк телевидениела премьераһы үтә).
Рәшит Шаһабетдин улы Аҡбашев 2015 йылдың 21 февралендә вафат була[3].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- «Почёт Билдәһе» ордены
- «Хеҙмәттәге фиҙаҡәрлеге өсөн», «Фиҙакәр хеҙмәте өсөн», «Хеҙмәт ветераны», «Рәсәй шифаханаларын үҫтереүҙәге ҡаҙаныштары өсөн» миҙалдары
Республиканың шифахана-курорт системаһы үҫешенә ҙур өлөш индергәне өсөн «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған табибы», «Һаулыҡ һаҡлау алдынғыһы», «СССР профсоюздары курорттары алдынғыһы», "Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы"тигән маҡтаулы исемдәргә лайыҡ була (1967). 2012 йылда «Башҡортостан Республикаһы Салауат районының Почетлы гражданы» исеме бирелә. «Салауат районының почетлы гражданы» таныҡлығын Рәшит Аҡбашевҡа «Салауат йыйыны — 2012» байрамында Рөстәм Хәмитов тапшыра[4]
Библиография
үҙгәртергә«Лечебные факторы курорта Янгантау» (1973), «Домашний лечебник» (1997) монографияларның, «Янғантау» тураһындағы дүрт фәнни-популяр китаптың, 100-ҙән ашыу фәнни хеҙмәттең авторы.
- Акбашев Рашит Шагабутдинович. Лечебные факторы курорта Янган-Тау [Текст]. — Уфа : Башк. кн. изд-во, 1973. — 158 с., 12 л. ил. : ил
- Акбашев Рашит Шагабутдинович. Курорт Янган-Тау [Текст] / Р. Ш. Акбашев. — 2-е изд., доп. — Уфа : Башк. кн. изд-во, 1977. — 94 с. : ил.; 17 см.
- Акбашев Рашит Шагабутдинович. Курорт Янган-Тау / Р. Ш. Акбашев. — Уфа : Башк. кн. изд-во, 1981. — 135 с.; 17 см.
- Акбашев Рашит Шагабутдинович. Организация и эффективность лечения некоторых групп больных на курорте «Янган-Тау» [Текст] : Автореф. дис. на соиск. учен. степени канд. мед. наук : (14.00.05) / Башк. гос. мед. ин-т им. XV-летия ВЛКСМ. — Уфа : [б. и.], 1975. — 21 с.
- Акбашев, Рашит Шагабутдинович. Курорт Янган-Тау [Текст] / Р. Ш. Акбашев. — Уфа : Башк. кн. изд-во, 1975. — 79 с. : ил.; 16 см.
- Оранский, Игорь Евгеньевич. Домашний лечебник / И. Е. Оранский, Р. Ш. Акбашев, И. Ш. Хурамшин. — Екатеринбург ; Уфа : Башкортостан, 1997. — 334 с., [8] л. ил. : ил.; 20 см.
- «Янган-Тау» — 75 лет на страже здоровья [Текст] : [фотоальбом] / Гос. унитарное предприятие Санаторий «Янган-Тау»; [редкол.: Э. В. Кульмухаметов (пред.), Р. Ш. Акбашев, И. Ш. Хурамшин]. — Уфа : Уфимский полиграфкомбинат, печ. 2012. — 263 с. : цв. ил., портр.; 31 см.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- «Республика Башкортостан» гәзите. № 86, г 30.04.2013
- «Татар донъясы» гәзите № 5, 2013 г.
- «Панорама Башкортостана» журналы 3.06.2013 г. Ст. Бесценный дар природы — «Янган-тау».
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Ушел из жизни один из основателей санатория «Янган-тау» Рашит Акбашев | новости республики Башкортостан 2015 йыл 24 сентябрь архивланған.
- ↑ Ушел из жизни создатель курорта «Янган-Тау» Рашит Акбашев // РЕСПУБЛИКА | новости башинформ.рф
- ↑ Ушел из жизни создатель курорта «Янган-Тау» Рашит Акбашев // РЕСПУБЛИКА | новости башинформ.рф
- ↑ Рустэм Хамитов принял участие в празднике «Салават йыйыны-2012» // ВЛАСТЬ | новости башинформ.рф