Этбай (Силәбе өлкәһе)

Этбай (рус. Этбаево, Итбаево) — Силәбе өлкәһенең Арғаяш районында юҡҡа сыҡҡан ауыл.

Юҡҡа сыҡҡан ауыл
Этбай
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Силәбе өлкәһе

Муниципаль район

Арғаяш

Автомобиль коды

-

Географияһы

үҙгәртергә

Үҙъйылға йылғаһының һул яҡ яры буйында урынлашҡан булған.

Этбай — ҡатай башҡорттарының ауылы[1]. Бала ҡатай ырыуы башҡорттары тарафынан нигеҙләнгән.

Башҡортостанда идара итеүҙең кантон системаһы осоронда 2-се башҡорт кантонының 2-се йортона керә. 1811 йылғы ревизияла 82 йәшлек Этбай Әсәнов (Асаинов) тураһында мәғлүмәт бар[1].

1834 йылда ауылда 82 кеше, ә 1859 йылда 63 кеше (27 ир-егет һәм 36 ҡатын-ҡыҙ) иҫәпкә алынған.

1904 йылда Иҫке Әсән йәмғиәте составына Иҫке Әсән, Һары, Булат, Этбай, Шәрипҡол, Сөләймән, Оло Тәгеш, Кесе Тәгеш, Яңы Әсән, Назар ауылдары инә.

Революциянан һуң Башҡортостан автономияһының (1919 йылдан һуң Башҡортостан АССР-ының) Арғаяш кантоны составына керә. 1930 йылдан — Башҡортостан АССР-ы Арғаяш районы, 1934 йылда Урал өлкәһе Арғаяш милли округы составына бирелә, шул уҡ йылдың көҙөнән — Силәбе өлкәһе Арғаяш районы составында.

1925 йылғы мәғлүмәттәр буйынса ауыл Башҡорт АССР-ының Арғаяш кантоны Арғаяш улусы составында була һәм 26 хужалыҡтан торған[2].

1904 йылда 104 башҡорт иҫәпкә алына.

1920 йылда ауылда 27 йортта 121 кеше (58 ир-егет һәм 63 ҡатын-ҡыҙ) йәшәгән, төп халҡы — башҡорттар[2].

Билдәле шәхестәре

үҙгәртергә
  • Бикбулатов Наил Вәли улы (1931—1996) — башҡорт ғалимы, этнограф, тарих фәндәре кандидаты (1965).
  • Вәлиев Дамир Жәүәт улы (1940—2002) — башҡорт ғалим-философы, юғары мәктәп уҡытыусыһы һәм йәмәғәт эшмәкәре. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1991), философия фәндәре докторы (1984), профессор (1987). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1990).

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 История башкирских родов. Катай. Том 24. Ч. 2 / С. И. Хамидуллин, Б. А. Азнабаев, И. Р. Саитбатталов, И. З. Султанмуратов, Р. Р. Шайхеев, Р. Р. Асылгужин, В. Г. Волков, А. А. Каримов, А. М. Зайнуллин. — Уфа: Китап, 2017. — С. 215. — 576 с.
  2. 2,0 2,1 Список населённых пунктов Башреспублики / сост. Башк. центр. стат. упр.. — Уфа: Издание Башкниги, 1926.

Һылтанмалар

үҙгәртергә