Кесе Тәгеш
Кесе Тәгеш (рус. Малое Таскино, Мало-Таскино) — Силәбе өлкәһенең Сосновка районында юҡҡа сыҡҡан ауыл. 1957 йылғы Ҡыштым һәләкәтенән һуң, 1959—1962 йылдарҙа ауыл халҡы күсерелгән.
Юҡҡа сыҡҡан ауыл | |
Кесе Тәгеш | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Юҡҡа сыҡҡан ауыл с | |
Автомобиль коды |
- |
Географияһы
үҙгәртергәТинес йылғаһының һул яҡ яры буйында урынлашҡан булған.
Тарихы
үҙгәртергәКесе Тәгеш — ҡатай башҡорттарының ауылы[1]. Бала ҡатай ырыуы башҡорттары тарафынан нигеҙләнгән. Тарихы Оло Тәгеш ауылы менән бәйле. Элек Юлай тип аталыуы мөмкин («План Балакатайской волости 1793 г.»).
1904 йылда Екатеринбург өйәҙе Һары улусы Кесе Тәгеш ауылында 16 йортта 93 башҡорт йәшәгән. Был осорҙа Иҫке Әсән йәмғиәте составына Иҫке Әсән, Һары, Булат, Этбай, Шәрипҡол, Сөләймән, Оло Тәгеш, Кесе Тәгеш, Яңы Әсән, Назар ауылдары инә.
Революциянан һуң Башҡортостан автономияһының (1919 йылдан һуң Башҡортостан АССР-ының) Арғаяш кантоны составына керә. 1930 йылдан — Башҡортостан АССР-ы Ҡоншаҡ районы, 1934 йылда Урал өлкәһе Арғаяш милли округы составына бирелә, шул уҡ йылдың көҙөнән — Силәбе өлкәһе Ҡоншаҡ районы, һуңынан Сосновка районы составында.
1957 йылғы Ҡыштым һәләкәтенән һуң («Маяҡ» химкомбинатында радиацион авариянан һуң), 1959—1962 йылдарҙа ауыл халҡы күсерелгән[2][3].
Халҡы
үҙгәртергә1920 йылда ауылда 30 йорт хужалығында 142 кеше (69 ир-егет һәм 73 ҡатын-ҡыҙ) йәшәгән, барыһы ла — башҡорттар.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ История башкирских родов. Катай. Том 24. Ч. 2 / С. И. Хамидуллин, Б. А. Азнабаев, И. Р. Саитбатталов, И. З. Султанмуратов, Р. Р. Шайхеев, Р. Р. Асылгужин, В. Г. Волков, А. А. Каримов, А. М. Зайнуллин. — Уфа: Китап, 2017. — С. 210—211. — 576 с.
- ↑ Аклеев А. В., Подтёсов Г. Н. и др. Челябинская область: ликвидация последствий радиационных аварий. — 2-е изд., испр. и доп. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 2006 . — 344 с. — ISBN 5-7688-0954-6.
- ↑ Постановление Совета Министров — Правительства РФ от 08.10.1993 г. № 1005 «О мерах по реализации Закона Российской Федерации „О социальной защите граждан, подвергшихся воздействию радиации вследствие аварии в 1957 году на производственном объединении «Маяк» и сбросов радиоактивных отходов в реку Теча“» // «Собрание актов Президента и Правительства Российской Федерации». — 1993. — № 42. — С. 4002. Архивировано из первоисточника 9 февраль 2022.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Большое Таскино // Населённые пункты Башкортостана. Энциклопедия / Авт.-сост.: Г. З. Кутушев [и др.]. — Уфа: Акирус, 2022. — 863 с. — ISBN 9785604437995.