Яңы Әсән
Яңы Әсән (рус. Ново-Асаново, Новое Асаново) — Силәбе өлкәһенең Арғаяш районында юҡҡа сыҡҡан ауыл. Әсән ауыл советы составында булған. 1957 йылғы Ҡыштым һәләкәтенән һуң, 1959—1962 йылдарҙа ауыл халҡы күсерелгән.
Юҡҡа сыҡҡан ауыл | |
Яңы Әсән | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Юҡҡа сыҡҡан ауыл с | |
Автомобиль коды |
- |
Географияһы
үҙгәртергәТинес йылғаһының уң яҡ яры буйында урынлашҡан булған.
Тарихы
үҙгәртергәЯңы Әсән — ҡатай башҡорттарының ауылы[1]. Бала ҡатай ырыуы башҡорттары тарафынан нигеҙләнгән. «1793 йылғы Балаҡатай улусы планы»нда русса Аисянова тип билдәләнгән, унан төньяҡтараҡ Башагүл күле буйында Иҫке Әсән һәм 2-се Әсән ауылдары күрһәтелгән.
1904 йылда Һары улусы составында Иҫке Әсән һәм Яңы Әсән ауылдары теркәлгән. Яңы Әсәндә 72 йортта 397 кеше йәшәгән. Был осорҙа Иҫке Әсән йәмғиәте составына Иҫке Әсән, Һары, Булат, Этбай, Шәрипҡол, Сөләймән, Оло Тәгеш, Кесе Тәгеш, Яңы Әсән, Назар ауылдары инә.
Революциянан һуң Башҡортостан автономияһының (1919 йылдан һуң Башҡортостан АССР-ының) Арғаяш кантоны составына керә. 1930 йылдан — Башҡортостан АССР-ы Арғаяш районы, 1934 йылда Урал өлкәһе Арғаяш милли округы составына бирелә, шул уҡ йылдың көҙөнән — Силәбе өлкәһе Арғаяш районы составында.
1925 йылғы мәғлүмәттәр буйынса ауыл Башҡорт АССР-ының Арғаяш кантоны Арғаяш улусы составында була һәм 98 хужалыҡтан торған[2].
1956 йылда ауылда 400-ҙән ашыу кеше йәшәгән. Ауылда мәктәп булған. Ауыл халҡы Чапаев исемендәге колхозда эшләгән.
1957 йылғы Ҡыштым һәләкәтенән һуң («Маяҡ» химкомбинатында радиацион авариянан һуң), 1959—1962 йылдарҙа ауыл халҡы күсерелгән[3][4].
Халҡы
үҙгәртергә1920 йылда ауылда 95 йортта 432 кеше (212 ир-егет һәм 220 ҡатын-ҡыҙ) йәшәгән, төп халҡы — башҡорттар[2].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ История башкирских родов. Катай. Том 24. Ч. 2 / С. И. Хамидуллин, Б. А. Азнабаев, И. Р. Саитбатталов, И. З. Султанмуратов, Р. Р. Шайхеев, Р. Р. Асылгужин, В. Г. Волков, А. А. Каримов, А. М. Зайнуллин. — Уфа: Китап, 2017. — С. 210. — 576 с.
- ↑ 2,0 2,1 Список населённых пунктов Башреспублики / сост. Башк. центр. стат. упр.. — Уфа: Издание Башкниги, 1926.
- ↑ Аклеев А. В., Подтёсов Г. Н. и др. Челябинская область: ликвидация последствий радиационных аварий. — 2-е изд., испр. и доп. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 2006 . — 344 с. — ISBN 5-7688-0954-6.
- ↑ Постановление Совета Министров — Правительства РФ от 08.10.1993 г. № 1005 «О мерах по реализации Закона Российской Федерации „О социальной защите граждан, подвергшихся воздействию радиации вследствие аварии в 1957 году на производственном объединении «Маяк» и сбросов радиоактивных отходов в реку Теча“» // «Собрание актов Президента и Правительства Российской Федерации». — 1993. — № 42. — С. 4002. Архивировано из первоисточника 9 февраль 2022.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Яңы Әсән // Населённые пункты Башкортостана. Энциклопедия / Авт.-сост.: Г. З. Кутушев [и др.]. — Уфа: Акирус, 2022. — 863 с. — ISBN 9785604437995.