Назар (Силәбе өлкәһе)
Назар (рус. Назарова) — Силәбе өлкәһенең Арғаяш районында юҡҡа сыҡҡан ауыл. Әсән ауыл советы составында булған. 1957 йылғы Ҡыштым һәләкәтенән һуң, 1959—1962 йылдарҙа ауыл халҡы күсерелгән.
Юҡҡа сыҡҡан ауыл | |
Назар | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Юҡҡа сыҡҡан ауыл с | |
Автомобиль коды |
- |
Географияһы
үҙгәртергәТинес йылғаһының һул яҡ яры буйында (Үҙйылға ҡойған урында) урынлашҡан булған.
Тарихы
үҙгәртергәНазар — ҡатай башҡорттарының ауылы[1]. Бала ҡатай ырыуы башҡорттары тарафынан нигеҙләнгән.
1834 йылғы ревизия мәғлүмәттәренә ярашлы, ауылда 77 кеше иҫәпкә алынған.
1904 йылда Назар ауылында 17 йортта 128 аҫаба башҡорт йәшәгән. Был осорҙа Иҫке Әсән йәмғиәте составына Иҫке Әсән, Һары, Булат, Этбай, Шәрипҡол, Сөләймән, Оло Тәгеш, Кесе Тәгеш, Яңы Әсән, Назар ауылдары инә.
Революциянан һуң Башҡортостан автономияһының (1919 йылдан һуң Башҡортостан АССР-ының) Арғаяш кантоны составына керә. 1930 йылдан — Башҡортостан АССР-ы Арғаяш районы, 1934 йылда Урал өлкәһе Арғаяш милли округы составына бирелә, шул уҡ йылдың көҙөнән — Силәбе өлкәһе Арғаяш районы составында.
1957 йылғы Ҡыштым һәләкәтенән һуң («Маяҡ» химкомбинатында радиацион авариянан һуң), 1959—1962 йылдарҙа ауыл халҡы күсерелгән[2][3].
Халҡы
үҙгәртергә1920 йылда ауылда 32 йорт хужалығында 142 кеше (80 ир-егет һәм 62 ҡатын-ҡыҙ) йәшәгән, барыһы ла — башҡорттар.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ История башкирских родов. Катай. Том 24. Ч. 2 / С. И. Хамидуллин, Б. А. Азнабаев, И. Р. Саитбатталов, И. З. Султанмуратов, Р. Р. Шайхеев, Р. Р. Асылгужин, В. Г. Волков, А. А. Каримов, А. М. Зайнуллин. — Уфа: Китап, 2017. — С. 210. — 576 с.
- ↑ Аклеев А. В., Подтёсов Г. Н. и др. Челябинская область: ликвидация последствий радиационных аварий. — 2-е изд., испр. и доп. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 2006 . — 344 с. — ISBN 5-7688-0954-6.
- ↑ Постановление Совета Министров — Правительства РФ от 08.10.1993 г. № 1005 «О мерах по реализации Закона Российской Федерации „О социальной защите граждан, подвергшихся воздействию радиации вследствие аварии в 1957 году на производственном объединении «Маяк» и сбросов радиоактивных отходов в реку Теча“» // «Собрание актов Президента и Правительства Российской Федерации». — 1993. — № 42. — С. 4002. Архивировано из первоисточника 9 февраль 2022.