Иҫке Әсән (Әсән; рус. Асанова, Большая Асанова, Старо-Асаново, Старое Асаново) — Силәбе өлкәһенең Арғаяш районында юҡҡа сыҡҡан ауыл. Әсән ауыл советының үҙәге булған. 1957 йылғы Ҡыштым һәләкәтенән һуң, 1959—1962 йылдарҙа ауыл халҡы күсерелгән.

Юҡҡа сыҡҡан ауыл
Иҫке Әсән
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Силәбе өлкәһе

Муниципаль район

Арғаяш

Юҡҡа сыҡҡан ауыл с

1962

Автомобиль коды

-

Географияһы үҙгәртергә

Тинес йылғаһының уң яҡ яры буйында урынлашҡан булған.

Тарихы үҙгәртергә

Әсән — ҡатай башҡорттарының ауылы[1]. Бала ҡатай ырыуы башҡорттары тарафынан нигеҙләнгән. «1793 йылғы Балаҡатай улусы планы»нда русса Аисянова тип билдәләнгән, унан төньяҡтараҡ Башагүл күле буйында Иҫке Әсән һәм 2-се Әсән ауылдары күрһәтелгән.

Башҡортостанда идара итеүҙең кантон системаһы осоронда 5-се башҡорт кантонының 6-сы йортона керә. 1811 йылғы ревизияға ярашлы бында 51 йортта 152 ир-егет иҫәпкә алынған. Шул иҫәптән 80 йәшлек Ҡунафия Әсәнов тураһында мәғлүмәт бар, ул ауылға нигеҙ һалыусының улы булыуы ихтимал[1].

1904 йылда Һары улусы составында Иҫке Әсән һәм Яңы Әсән ауылдары теркәлгән. Иҫке Әсәндә 71 йортта 379 кеше йәшәгән. Был осорҙа Иҫке Әсән йәмғиәте составына Һары, Булат, Этбай, Шәрипҡол, Сөләймән, Оло Тәгеш, Кесе Тәгеш, Яңы Әсән, Назар ауылдары инә.

Революциянан һуң Башҡортостан автономияһының (1919 йылдан һуң Башҡортостан АССР-ының) Арғаяш кантоны составына керә. 1930 йылдан — Башҡортостан АССР-ы Арғаяш районы, 1934 йылда Урал өлкәһе Арғаяш милли округы составына бирелә, шул уҡ йылдың көҙөнән — Силәбе өлкәһе Арғаяш районы составында.

1925 йылғы мәғлүмәттәр буйынса ауыл Башҡорт АССР-ының Арғаяш кантоны Арғаяш улусы составында була һәм 93 хужалыҡтан торған[2].

1956 йылда 500-ҙән ашыу кеше йәшәгән Иҫке Әсәндә ауыл советы хакимиәте, мәктәп, почта бүлексәһе, мәктәп, амбулатория, ветеринария пункты, район МТС-ы булған.

1957 йылғы Ҡыштым һәләкәтенән һуң («Маяҡ» химкомбинатында радиацион авариянан һуң), 1959—1962 йылдарҙа ауыл халҡы күсерелгән[3][4].

Халҡы үҙгәртергә

1920 йылда ауылда 87 йортта 492 кеше (250 ир-егет һәм 242 ҡатын-ҡыҙ) йәшәгән, төп халҡы — башҡорттар[2].

Билдәле шәхестәре үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 История башкирских родов. Катай. Том 24. Ч. 2 / С. И. Хамидуллин, Б. А. Азнабаев, И. Р. Саитбатталов, И. З. Султанмуратов, Р. Р. Шайхеев, Р. Р. Асылгужин, В. Г. Волков, А. А. Каримов, А. М. Зайнуллин. — Уфа: Китап, 2017. — С. 210. — 576 с.
  2. 2,0 2,1 Список населённых пунктов Башреспублики / сост. Башк. центр. стат. упр.. — Уфа: Издание Башкниги, 1926.
  3. Аклеев А. В., Подтёсов Г. Н. и др. Челябинская область: ликвидация последствий радиационных аварий. — 2-е изд., испр. и доп. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 2006 . — 344 с. — ISBN 5-7688-0954-6.
  4. Постановление Совета Министров — Правительства РФ от 08.10.1993 г. № 1005 «О мерах по реализации Закона Российской Федерации „О социальной защите граждан, подвергшихся воздействию радиации вследствие аварии в 1957 году на производственном объединении «Маяк» и сбросов радиоактивных отходов в реку Теча“» // «Собрание актов Президента и Правительства Российской Федерации». — 1993. — № 42. — С. 4002. Архивировано из первоисточника 9 февраль 2022.

Һылтанмалар үҙгәртергә