Шәрипҡол (Силәбе өлкәһе)

Шәрипҡол (рус. Шарыпкулево) — Силәбе өлкәһенең Ҡоншаҡ районында юҡҡа сыҡҡан ауыл.

Юҡҡа сыҡҡан ауыл
Шәрипҡол
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Силәбе өлкәһе

Муниципаль район

Ҡоншаҡ

Юҡҡа сыҡҡан ауыл с

1977

Автомобиль коды

-

Географияһы

үҙгәртергә

Шәрипҡол күле (элекке атамаһы Ағаткүл[1]) буйында урынлашҡан булған.

Шәрипҡол — ҡатай башҡорттарының ауылы[2]. Бала ҡатай ырыуы башҡорттары тарафынан нигеҙләнгән.

Башҡортостанда идара итеүҙең кантон системаһы осоронда 2-се башҡорт кантонының 2-се йортона керә[2]. 1811 йылғы ревизияла ауылда 19 йорт-ихатала 48 ир заты, шул иҫәптән сотник Шәрипҡол Ҡәйепҡолов (1750—?) һәм уның улдары Әбделфәйез, Мөхәмәтйәр, Мөхәмәтәмин иҫәпкә алынған.

1834 йылда ауылда 86 кеше, ә 1869 йылда 131 кеше (71 ир-егет һәм 60 ҡатын-ҡыҙ) иҫәпкә алынған.

1904 йылда ауылда 238 башҡорт йәшәгән. 1904 йылда Иҫке Әсән йәмғиәте составына Иҫке Әсән, Һары, Булат, Этбай, Шәрипҡол, Сөләймән, Оло Тәгеш, Кесе Тәгеш, Яңы Әсән, Назар ауылдары инә.

Революциянан һуң Башҡортостан автономияһының (1919 йылдан һуң Башҡортостан АССР-ының) Арғаяш кантоны составына керә. 1930 йылдан — Башҡортостан АССР-ы Ҡоншаҡ районы, 1934 йылда Урал өлкәһе Арғаяш милли округы составына бирелә, шул уҡ йылдың көҙөнән — Силәбе өлкәһе Ҡоншаҡ районы составында.

1925 йылғы мәғлүмәттәр буйынса ауыл Башҡорт АССР-ының Арғаяш кантоны Ҡоншаҡ улусы составында була һәм 40 йорт-хужалыҡтан торған[3].

1970-1977 йылдарҙа ауыл юҡҡа сыҡҡан.

1920 йылда ауылда 49 йортта 212 кеше (113 ир-егет һәм 99 ҡатын-ҡыҙ) йәшәгән, барыһы ла — башҡорттар[3].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. План Балакатайской волости 1793 года.
  2. 2,0 2,1 История башкирских родов. Катай. Том 24. Ч. 2 / С. И. Хамидуллин, Б. А. Азнабаев, И. Р. Саитбатталов, И. З. Султанмуратов, Р. Р. Шайхеев, Р. Р. Асылгужин, В. Г. Волков, А. А. Каримов, А. М. Зайнуллин. — Уфа: Китап, 2017. — С. 209-210. — 576 с.
  3. 3,0 3,1 Список населённых пунктов Башреспублики / сост. Башк. центр. стат. упр.. — Уфа: Издание Башкниги, 1926.