Эмиль (исем)
Викидатала элемент юҡ |
Эмиль — башҡорт теленә үҙләштерелгән ир-ат исеме. Төрки һәм башҡа телдәрҙә ҡулланыла.
Этимологияһы
үҙгәртергәХәҙерге ваҡыт өсөн ғәҙәти булмаған һәм шул тиклем яңғырауыҡлы Эмиль исеменең тамыры боронғо Римға барып тоташа. Исемдең нигеҙе — латин формаһы Aemilius (Эмилиус, Эмилион), «Бер кемдән дә ҡалышмаған», «даими ярышыусы», «бәйләп тороусы», «ныҡышмал», булараҡ тәржемә ителә. Эмилий исемен, ҡағиҙә булараҡ, боронғо Римдә ҡушҡандар. Был исемдең башы Пифагорҙың улы Мамеркаға барып тоташа. Хәҙерге осорҙа ҡатын-ҡыҙҙарға Эмилия исеме ҡушалар. Руссаға Эмиль Емельян булараҡ яңғырай. Был исем Рәсәйгә ҡарағанда хәҙерге Европала киңерәк таралған[1].
Билдәле кешеләр
үҙгәртергәМусин Эмиль Марат улы (2 март 1968 йыл) — журналист, 2006 йылдан Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының Журналистар союздары ағзаһы, Башҡортостан Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаты (2011), 2001 йылдан «Туймазинский вестник» ижтимағи-сәйәси гәзите хеҙмәткәре.
Золя Эмиль (франц. Émile Zola; 2 апрель 1840 йыл — 29 сентябрь 1902) — француз яҙыусыһы, публицист һәм сәйәси эшмәкәр.
Борель Эмиль (франц. Félix Edouard Justin Émile Borel; 7 ғинуар 1871 йыл, Сент-Африка — 3 февраль 1956 йыл, Париж) — Франция математигы, сәйәсмән.
Эмиль Кубек (рус. Еміл Кубек; 1847 йылдың 23 ноябрь (ҡырпағай) көнөндә Штефуров касабаһында тыуған, 1940 йылдың 17 июль (майай) көнөндә АҠШтағы Пенсильвания штатының Маганой-Сити ҡалаһында вафат) − русин яҙыусыһы, тел белгесе, публицисы, грек католик священнигы. Иң күренекле проза әҫәре — Марко Шолтыс, русин ерҙәрендә йәшәү тураһында роман. Әҫәрҙәге ваҡиғалар 1870-се йылдарҙан 1915 йылғаса Маковица (рус. Маковіця) ерендә бара. Эмиль Кубек яҙған күренекле тел белеме әҫәре − 30 мең тирәһе һүҙ индергән дүрт телле «Иҫке славянса-венгерса−русинса-немецса һүҙлек» (рус. Старославяньско-мадярьско-русько-нїмецькый словник). Был китап 1960 йылда Ужгород ҡалаһының УНІО нәшриәтендә баҫылған.
Ғарифуллина Аида Эмиль ҡыҙы (30 сентябрь 1987 йыл) — татар опера һәм эстрада йырсыһы. Татарстандың атҡаҙанған артисы (2013).
Талипов Эмиль Мансур улы — Татарстандың М. Йәлил исемендәге республика премияһы лауреаты (2013). Татарстандың атҡаҙанған артисы (2018)[2]
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәСығанаҡтар
үҙгәртергә- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |