Эмиль Кубек
Эми́ль Ку́бек (рус. Еміл Кубек; 1847 йылдың 23 ноябрь (ҡырпағай) көнөндә Штефуров касабаһында тыуған, 1940 йылдың 17 июль (майай) көнөндә АҠШтағы Пенсильвания штатының Маганой-Сити ҡалаһында вафат) − русин яҙыусыһы, тел белгесе, публицисы, грек католик священнигы. Иң күренекле проза әҫәре — Марко Шолтыс, русин ерҙәрендә йәшәү тураһында роман. Әҫәрҙәге ваҡиғалар 1870-се йылдарҙан 1915 йылғаса Маковица (рус. Маковіця) ерендә бара. Эмиль Кубек яҙған күренекле тел белеме әҫәре − 30 мең тирәһе һүҙ индергән дүрт телле «Иҫке славянса-венгерса−русинса-немецса һүҙлек» (рус. Старославяньско-мадярьско-русько-нїмецькый словник). Был китап 1960 йылда Ужгород ҡалаһының УНІО нәшриәтендә баҫылған.
Был яҙыусы тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ.
Был мәҡәләлә мәғлүмәт сығанаҡтарына һылтанмалар юҡ. |