Эйдеман Роберт Петрович

Эйдеман Роберт Петрович (латыш. Roberts Eidemanis; 27 апрель 1895(18950427) — 12 июнь 1937) — совет хәрби эшмәкәре, комкор (20.11.1935)[4].

Эйдеман Роберт Петрович
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Латвия
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 27 апрель 1895({{padleft:1895|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:27|2|0}})[1]
Тыуған урыны Леясциемс[d], Валкский уезд[d], Лифлянд губернаһы, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 12 июнь 1937({{padleft:1937|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:12|2|0}})[2][1] (42 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, СССР[3]
Үлем төрө Үлем язаһы
Ерләнгән урыны Мәскәүҙәге Дон зыяраты[d]
Яҙма әҫәрҙәр теле Латыш теле
Һөнәр төрө офицер
Биләгән вазифаһы Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышы ағзаһы[d]
Хәрби звание комкор[d]
Һуғыш/алыш Беренсе донъя һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Байраҡ ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены
 Эйдеман Роберт Петрович Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

Роберт Петрович Эйдеман Лифлянд губернаһы Валка өйәҙе Леясциемс ҡалаһында тыуған. Уҡытыусы улы. 1914 йылда Валка реаль училищеһын тамамлай. Петроград урман институтында белем ала (тамамламай). Киев хәрби училищеһында белем ала, 1916 йылда уны тамамлай. 16-сы запас полкында хеҙмәт итә. Беренсе донъя һуғышында ҡатнаша, прапорщик.

1917 йылда һул эсер. 1917 йылдың апрель айында Кана һалдат депутаттары советы рәйесе урынбаҫары, һуңынан рәйесе, 1917 йылдың октябрендә — Үҙәксебер рәйесе урынбаҫары. 1917 йылдың декабрендә 400 ҡыҙылгвардеецтан торған отряд менән етәкселек итә, был отряд Иркутскиҙағы юнкерҙар ихтилалын баҫтырыуҙа ҡатнаша. Енисей губернаһынан эсер исемлеге буйынса Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышына депутата итеп һайлана.

1918 йылда РСДРП(б)-ға һәм Ҡыҙыл армияға инә. 1918 йылдың майынан алып Чехословак корпусы ихтилалын баҫтырыу буйынса Көнбайыш-Себер штабы ағзаһы Омск йүнәлеше отрядтары командующийы. 1918 йылдың июленән — 2-се Урал дивизияһы начальнигы. 1919 йылдың ғинуарынан алып — Көньяҡ фронтта алышта һәләк булған Киквидзе урынында 16-сы уҡсылар дивизияһы начальнигы. 1919 йылдың октябренән — Көньяҡ фронты 41-се уҡсылар дивизияһы начальнигы, тиҙҙән бер үк ваҡытта 14-се армия ғәскәрҙәре төркөмө командующийы итеп тәғәйенләнә. А. И. Деникиндың Мәскәүгә һөжүмен кире ҡағыуҙа ҡатнаша. 1920 йылдың 2 апреленән — 14-й армия командующийы. 1920 йылдың июнь-июлендә — Каховка районында 13-сө армия командующийы һәм Уң яр ғәскәрҙәре төркөмө командующийы, генерал Н. П. Врангелдең армияһы һөжүмен тотҡарлауҙа ҙур роль уйнай. 1920 йылдың сентябренән алып Көньяҡ фронт тылы начальнигы һәм бер үк ваҡытта 1920 йылдың октябренән Көньяҡ һәм Көньяҡ-Көнбайыш фронттарының эске хеҙмәте ғәскәрҙәременән етәкселек итә.

Ҡыҙыл армия тылында каратель экспедициялары һәм ихтилалдарҙы баҫтырыу менән етәкселек итә.1921 йылдың ғинуарынан Украина эске хеҙмәт ғәскәрҙәре командующийы. Украинала бандитизм менән көрәште ойоштороусы, кешеләрҙе аманатҡа алыу, «теләктәшлек күрһәтеүселәрҙе» атыу менән шөғөлләнә.

1921 йылдың мартынан Харьков хәрби округы ғәскәрҙәре командующийы, июндән — Украина һәм Ҡырым Ҡораллы көстәре командующийы ярҙамсыһы. 1924 йылдың майынан — Себер хәрби округы ғәскәрҙәре командующийы. 1925 йылдың февралендә — 1932 йылдың апрелендә — РККА-ның М. В. Фрунзе исемендәге хәрби академияһы начальнигы һәм комиссары. Бер үк ваҡытта 1927—1936 йылдарҙа — «Һуғыш һәм революция» журналының яуаплы мөхәррире. 1932—1934 йылдарҙа Республика Революцион хәрби советы. ағзаһы. 1920 йылдар аҙағында Германияла хәрби-уҡыу йорттарында белем ала.[5]

 
Осоавиахим Үҙәк советы рәйесе Р. П. Эйдеман һәм АҠШ-тың хәрби атташеһы СССР-ҙа

1932 йылда — Осоавиахим Үҙәк советы рәйесе. Эйдеман етәкселек иткән осорҙа Осоавиахим ойошмаһы үҫешкән һәм абруйлы ойошмаға әүерелә, ойошма СССР-ҙың бөтә территорияһын солғап ала һәм СССР оборонаһы практик мәсьәләләрен уңышлы хәл итә[6].

1934 йылдың 5 авгусында Осоавиахим артиллерия дивизионы начальнигы А. С. Нахаев етәкселегендәге курсанттар отряды Мәскәү үҙәгендә Мәскәү Пролетар уҡсылар дивизияһы 2-се уҡсылар полкы казармаларын баҫып ала. Нахаев һалдаттарына ҡоралланырға һәм хөкүмәтте ҡолатырға саҡыра, әммә уның бойороғо үтәлмәй, ә Нахаевтың үҙен, алдан әҙерләнгән ағыуҙы эсмәҫ борон, ҡулға алып өлгөрәләр. Каганович ялда булған Сталинға был хаҡта хәбәр итә: «Осоавиахимдың ауыҙ асып ҡалыуы ғына асыҡ…»[7]. Яуап хатында Сталин, Осоавиахимда барыһы ла яҡшы түгел, тип ризалаша. 1935 йылдың 12 авгусында Каганович В. Куйбышевтың Осоавиахим казармаларын тикшереү һөҙөмтәләре тураһында хәбәр итә, тикшереү барышында бик күп тәртипһеҙлектәр табылған, былар бөтәһе лә Р. П. Эйдеманға ҡарата шелтәләрҙе көсәйтә. 1934 йылдың 22 авгусында Үҙәк Комитеты Политбюроһы «Осовиахим эшмәкәрлеге тураһында» тигән ҡарар ҡабул итә һәм етәкселәрҙе язаға тарттыра.

Әҙәби эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Бик күп әҙәби хеҙмәте менән шөғөлләнә, пропагандистик һәм хәрби-тарихи эштәр, шулай уҡ нәфис повестар һәм хикәйәләр, шиғырҙар (уларҙы латыш телендә яҙа, урыҫ теленә тәржемә ителә) ижад итә. СССР Яҙыусылар союзы идараһы ағзаһы һәм латыш секцияһы (Латыш пролетар яҙыусылар ойошмаһы) рәйесе була.

Ижтимағи эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

ВКП(б)-ның XIV, XVI һәм XVII съездары делегаты була. Мәскәү хеҙмәтсәндәр депутаттары советы ағзаһы.

Репрессиялар

үҙгәртергә

1937 йылдың 22 майында Мәскәү партия конференцияһы эше барышында ҡулға алына. Уға ҡарата «физик тәьҫир саралары» ҡулланғандан һуң[8] хәрби-фашистик заговорҙа, латыш йәшерен ойошмала ҡатнашыуын таный һәм тағы 20 кешегә яла яға, шул иҫәптән Осовиахимдың 13 хеҙмәткәренә (барыһы ла кисекмәҫтән ҡулға алына). 1937 йылдың 11 июнендә СССР Юғары суды Махсус суд присутствиеһы тарафынан үлем язаһына хөкөм ителә. 1937 йылдың 12 июнендә Тухачевский, Якир, Уборевич һәм башҡа хәрби етәкселәр менән бергә атып үлтерелә. 1957 йылда аҡлана.

Р. П. Эйдемандың исеме менән Красноярск крайы Канск ҡалаһында бер урам атала. Харьков ҡалаһындағы Эйдеман урамы 2016 йылда Руслан Плоходько урамы тип үҙгәртелә.

Валка ҡалаһында (Латвия) 1967 йылда Эйдеманға һәйкәл ҡуйыла[9].

Хеҙмәттәре

үҙгәртергә
  • Борьба с кулацким повстанчеством и бандитизмом. — Харьков, 1921.
  • Очаги атаманщины и бандитизма. — Харьков, 1921.
  • Милиционные начала в Красной армии. — Харьков: Госиздат УССР, 1924.
  • Химия в войне будущего. — Харьков: Гос. изд-во Украины, 1924.
  • Степной ветер. Пер. с латыш. П. Свириса. — Москва; Ленинград: Гос. изд-во, 1926. — 127 с.
  • Армия в 1917 году. — М.-Л., Гос. изд., 1927. — 107 с. (Совместно с В. А. Меликовым).
  • Во имя долга [Рассказы]. — Москва; Ленинград: Гос. изд-во, 1927. — 118 с.
  • Гражданская война на Украине. — Харьков, 1928. (Совместно с Н. Е. Какуриным).
  • Осажденные. — Москва: Новая Москва, 1926. — 78 с.
  • Восстание камней. 3-е изд. — М.: ГИЗ, 1929. — 252 с.
  • На заре: Рассказы. — Москва; Ленинград: Огиз — Гос. изд-во худ. лит-ры, 1931. — 136 с.
  • С поднятой головой: Избранное. — Москва: Воениздат, 1961. — 231 с.
  • Слова и годы: Избранное [Стихи и проза]. — Рига: Латгосиздат, 1959. — 676 с.
  • Дуэль: Избранная проза. — Рига: Лиесма, 1985. — 138 с.
  • Многочисленные брошюры и статьи

Наградалары

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 Историческая энциклопедия Сибири (урыҫ) / под ред. В. А. ЛаминНовосибирск: 2009. — ISBN 5-8402-0230-4
  2. Эйдеман Роберт Петрович // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  3. Deutsche Nationalbibliothek Record #1036664732 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  4. Приказ НКО СССР № 2395 от 20.11.1935 г.
  5. Елисеева Н. Е. «Немцы вели и будут вести двойную политику». Рейхсвер глазами командиров Красной Армии. // Военно-исторический журнал. — 1996. — № 2. — С.30-38.
  6. Черушев Н. С., Черушев Ю. Н. Расстрелянная элита РККА (командармы 1-го и 2-го рангов, комкоры, комдивы и им равные). 1937—1941. Биографический словарь. М., 2012, с. 125—126
  7. Сталин и Каганович. Переписка, 1931—1936 гг. (издание РГАСПИ) — М., 2001. — ISBN 5-8243-0241-3. с. 421, 425, 450.
  8. Залесский К. А. Империя Сталина: Биографический энциклопедический словарь. М.; Вече, 2000. С. 503
  9. valka.lv Piemineklis R.Eidemanim
  10. Герои Гражданской войны. Эйдеман Роберт Петрович. // «Военно-исторический журнал». — 1974. — № 7. — С.59-60.
  • Панков Д. В. Комкор Эйдеман. — М., 1965.
  • Панков Д. В. В моем сердце — Отчизна одна. — Москва: Издательство ДОСААФ, 1977. — 88 с.
  • Лазарев С. Е. Социокультурный состав советской военной элиты 1931—1938 гг. и её оценки в прессе русского зарубежья. — Воронеж: Воронежский ЦНТИ — филиал ФГБУ «РЭА» Минэнерго России, 2012. — 312 с. — 100 экз. — ISBN 978-5-4218-0102-3.
  • Черушев Н. С., Черушев Ю. Н. Расстрелянная элита РККА (командармы 1-го и 2-го рангов, комкоры, комдивы и им равные): 1937—1941. Биографический словарь. — М.: Кучково поле; Мегаполис, 2012. — С. 125—126. — 2000 экз. — ISBN 978-5-9950-0217-8.
  • Панков Д. Крупный военачальник Красной Армии. // Военно-исторический журнал. — 1963. — № 7. — С.47—61.

Һылтанмалар

үҙгәртергә