Шаһиев Абдулла Фәйзрахман улы

Шаһиев Абдулла Фәйзрахман улы (23 февраль 1907 йыл — 4 май 1993 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 58-се гвардия кавалерия полкы пулемётсыһы, гвардия сержанты. Советтар Союзы Геройы,

Абдулла Фәйзрахман улы Шаһиев
Тыуған ваҡыты

23 февраль 1907({{padleft:1907|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:23|2|0}})

Тыуған урыны

Рәсәй империяһы, Уральск

Үлгән ваҡыты

4 май 1993({{padleft:1993|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:4|2|0}}) (86 йәш)

Вафат урыны

Рәсәй Федерацияһы, Башҡортостан, Ағиҙел

Хеҙмәт иткән урыны

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Ғәскәр төрө

кавалерия

Хеҙмәт итеү йылдары

1929—1931, 1941—1945

Хәрби звание

кесе лейтенант

Часть

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы

Хәрби алыш/һуғыш

Бөйөк Ватан һуғышы

Наградалар һәм премиялар
Советтар Союзы Геройы
Ленин ордены 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы

Биографияһы

үҙгәртергә

1907 йылдың 23 февралендә Рәсәй империяһы (хәҙерге Ҡаҙағстандың Көнбайыш Ҡаҙағстан өлкәһе) Уральск ҡалаһында тыуған.

1929—1931 йылдарҙа Ҡыҙыл Армия сафында Урал атлылар полкы составында хеҙмәт иткән.

1932 йылда ғаиләһе менән Тажик ССР-ына күскән, Куляб ҡалаһында эшләгән. Һуғыш алдынан Төркмән ССР-ының Ташрабат ауылында йәшәгән.

Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, 1941 йылдың сентябрендә йәнә Ҡыҙыл Армияға саҡырыла. Башта Урта Азияла ойошторолған 4-се кавалерия корпусының 61-се кавалерия дивизияһы составында һуғышҡан. Сталинград һуғышында ҡатнашҡан.

1943 йылдың көҙөнә ҡарай 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы (16-сы гвардия Чернигов квалерия дивизияһы) 58-се гвардия кавалерия полкының пулемётсыһы булып хеҙмәт иткән. Днепр йылғаһы аша үткәндә батырлыҡтар күрһәткән: 1943 йылдың 3 октябрендә Белорус ССР-ы Гомель өлкәһенең Брагин районында Днепрҙың уң ярына сыҡҡан һәм ике сәғәт дауамында позицияһын тотҡан, өс тиҫтәгә яҡын дошман һалдатын юҡ иткән.

Был алышта күрһәткән ҡаһарманлыҡтары һәм батырлыҡтары өсөн СССР Юғары Советының 1944 йылдың 15 ғинуарындағы указға ярашлы Ленин ордены һәм Алтын Йондоҙ ордены менән бергә Советтар Союзы Геройы званиеһына лайыҡ булған. Бүләктәр Мәскәүҙә 1944 йылдың майында тапшырылған[1].

1944 йылда Ҡурған өлкәһе Шадринскиҙа урынлашҡан 1-се Атлылар армияһы исемендәге Ҡыҙыл байраҡ кавалерия училищеһына уҡырға ебәрелгән. 1945 йылда кесе лейтенант Шаһиев отставкаға ебәрелгән.

Һуғыш тамамланғандан һуң Төркмән ССР-ына ғаиләһенә ҡайтҡан. Муҡры тимер юл станцияһындағы көкөрт преприятиеһының үҙәк складының мөдире булып эшләй. Сираттағы ревизия барышында складта 170 меңдән ашыу һумға юғалтыуҙар асыҡланған. 1956 йылдың 21 авгусында Чарджоу өлкә суды тарафынан 12 йылға иркенән мәхрүм ителеүгә хөкөм ителгән.

СССР Юғары Советы Президиумының 1959 йылдың 2 ғинуарындағы указына ярашлы Абдулла Шаһиев эшләгән складта урлауҙар өсөн ул «Советтар Союзы Геройы» маҡтаулы исеменән һәм башҡа бүләктәренән мәхрүм ителгән.

1968 йылда иреккә сыҡҡас, Үзбәк ССР-ының Зарафшан ҡалаһында йәшәй. 1976 йылдың 11 июлендә Зарафшан ҡала суды тарафынан хөкөмө юҡҡа сығарылған. Һуңыраҡ Ҡаҙаҡ ССР-ының Жамбыл өлкәһендә Чу ҡалаһында йәшәй.

1984 йылда Шаһиевтарҙың ғаиләһе РСФСР-ға күсә, Удмурт АССР-ы Сарапул районы Сигаево (Шығай) ауылында йәшәгәндәр. 1986 йылдың башында Башҡорт АССР-ы Краснокама районы Яңы Ҡабан ауылына күскән.

1968 йылда иреккә сыҡҡандан алып башта Шаһиев, аҙаҡ уның балалары Герой званиеһын һәм башҡа бүләктәрен ҡайтарауҙы һорап төрлө инстанцияларға мөрәжәғәт иткәндәр.1991 йылда Башҡортостандың Краснокама районы хакимиәте тарафынан ебәрелгән һораунамә ыңғай һөҙөмтә биргән.

Рәсәй Федерацияһы Президентының 1992 йылдың 3 апрелендәге указына ярашлы, уға «Советтар Союзы Геройы» маҡтаулы исеме һәм башҡа бүләктәре (ордендар менән миҙалдар) кире ҡайтарылған.

1992 йылдан Ағиҙел ҡалаһында йәшәгән. 1992 йылдың октябрендә уға «Советтар Союзы Геройы» маҡтаулы исеме бирелеү тураһында танытма һәм башҡа бүләктәре (ордендар менән миҙалдар) рәсми рәүештә тапшырылған.

1993 йылдың 4 майында Ағиҙел ҡалаһында вафат булған. Краснокама районы Яңы Ҡабан ауылы зыяратында ерләнгән.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Ахмадиев Т. Х. Башкирская гвардейская кавалерийская. Уфа, 1999.
  • Герои Советского Союза — туркменистанцы. Ашхабад. 1950.
  • Кавалеры ордена Славы трёх степеней: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии Д. С. Сухоруков. — М.: Воениздат, 2000. — 703 с. — 10 000 экз. — ISBN 5-203-01883-9.

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  1. Указ Президиума Верховного Совета СССР «О присвоении звания Героя Советского Союза генералам, офицерскому, сержантскому и рядовому составу Красной Армии» от 15 января 1944 года // Ведомости Верховного Совета Союза Советских Социалистических Республик : газета. — 1944. — 23 января (№ 4 (264)). — С. 1.