Краснокама районы
(Краснокама районы (Башҡортостан) битенән йүнәлтелде)
Краснокама районы (рус. Краснокамский район) — Башҡортостан Республикаһындағы муниципаль район. Административ үҙәге — Николо-Берёзовка ауылы. Районда 27 821 кеше йәшәй.
Краснокама районы | |
Краснокама районы | |
Байраҡ[d] | |
Нигеҙләү датаһы | 20 август 1930 һәм 31 март 1972 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ үҙәк | Николо-Берёзовка |
Административ-территориаль берәмек | Башҡортостан Республикаhы |
Сәғәт бүлкәте | YEKT һәм UTC+05:00[d] |
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан | Кама |
Халыҡ һаны | 27 467 кеше (2017)[1] |
Сиктәш | Нытвенский район[d] |
Майҙан | 1594,92 км²[2] |
Почта индексы | 4539ХХ |
Рәсми сайт | krasnokama.ru |
Урындағы телефон коды | 34759 |
Бында ерләнгән кешеләр категорияһы | Категория:Похороненные в Краснокамском районе (Башкортостан)[d] |
Краснокама районы Викимилектә |
Билдәле шәхестәре
үҙгәртергә- Алексеев Анатолий Алексеевич (18.02.1938—17.09.2008), ғалим—геолог. 1965—2008 йылдарҙа Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәге Геология институтының лаборатория мөдире. Геология-минералогия фәндәре докторы (1994). Арлан ауылынан[3].
- Ғүмәров Рәмил Ғәтүф улы (25.04.1953—8.04.2018), төҙөүсе, 1995—2018 йылдарҙа Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орденлы «Башнефтепромстрой» тресының генераль директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе, Рәсәйҙең почётлы төҙөүсеһе. Иҫке Нуғай ауылынан (хәҙер күсерелгән).
- Исламаев Исламғол Исламаевич (10.07.1936—26.08.2017), партия һәм мәғариф хеҙмәткәре. 1971—1997 йылдарҙа Нефтекама ҡалаһының 1-се урта мәктәбе директоры. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1970), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1992). Нефтекама ҡалаһының почётлы гражданы (1997). Ҡырғыҙ ауылынан[4].
- Йәһүҙин Мусаниф Садиҡ улы (21.02.1936—12.06.2005), юғары мәктәп уҡытыусыһы, шағир һәм прозаик, фантастик повестар авторы. 1993 йылдан Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы. Яңы Хажи ауылынан[5].
- Мөхәмәтдинов Борис Ғилмрази улы (14.07.1948), юл төҙөүсе. 1996—2014 йылдарҙа Нефтекамалағы «822-се төҙөлөш идаралығы» ябыҡ акционерҙар йәмғиәте директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе (1997), Рәсәй Федерацияһының почётлы юл төҙөүсеһе (2001). Ҡыҙғау ауылынан.
- Харисова Фәниә Биктимер ҡыҙы (11.10.1958), педагог, 1990 йылдан Николо-Берёзовка урта мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы. Рәсәй Федерацияһының халыҡ мәғарифы отличнигы (1996), «Рәсәйҙең иң яҡшы уҡытыусылары» конкурсы еңеүсеһе (2006), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2010). Сығышы менән Ишембай ҡалаһынан[6].
- Хохрякова Лидия Николаевна (31.08.1958), үҙәк район мәҙәниәт йортоноң «Березонька» халыҡ вокал ансамбле хормейстеры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
- Шәрипова Илүсә Тимерғәли ҡыҙы (7.11.1948), педагогик хеҙмәт ветераны. 1977—2011 йылдарҙа Николо-Берёзовка урта мәктәбенең һәм бер үк ваҡытта 1991 йылдан Нефтекамалағы 1-се лицейҙың рәсем уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2002). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Илеш районы Үрмәт ауылынан[7].
- Әсәҙуллин Геман Ғибәҙулла улы (1.05.1949), дәүләт һәм хужалыҡ эшмәкәре. 2003—2010 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының торлаҡ-коммуналь хужалығы министры. Башҡортостан Республикаһы хеҙмәтләндереү тармағының атҡаҙанған хеҙмәткәре. Райондың почётлы гражданы. Яңы Нуғай ауылынан.
Халыҡ һаны
үҙгәртергә1939 йылдан башлап халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса районда даими йәшәгән халыҡ һаны (кеше):
|
- Милли составы [26]:
2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса: башҡорттар — 31,3 %, мариҙар — 26,5 %, татарҙар — 25,8 %, урыҫтар — 14,7 %, башҡа милләттәр — 1,7 %[27].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 https://web.archive.org/web/20170731141731/http://www.gks.ru/free_doc/doc_2017/bul_dr/mun_obr2017.rar
- ↑ http://www.gks.ru/dbscripts/munst/munst80/DBInet.cgi?pl=8006001
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Алексеев Анатолий Алексеевич 2016 йыл 5 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 16 февраль 2018)
- ↑ Официальный сайт Совета городского округа город Нефтекамск Республики Башкортостан. Почетные граждане города Нефтекамск. Исламаев Исламгул Исламаевич (рус.) (Тикшерелеү көнө: 22 март 2018)
- ↑ Он любил жизнь и людей (К 80-летию со дня рождения поэта Мусанифа Ягудина). ИА «Башинформ», 21 февраля 2016 (Тикшерелеү көнө: 15 февраль 2019)
- ↑ ЛУЧШИЕ УЧИТЕЛЯ И ШКОЛЫ РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН. Проект БГПУ им. М. Акмуллы 2021 йыл 17 ғинуар архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 8 октябрь 2018)
- ↑ Проект БГПУ им. М. Акмуллы «ЛУЧШИЕ УЧИТЕЛЯ И ШКОЛЫ РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН»: Шарипова Илюса Тимиргалиевна(недоступная ссылка) (рус.) (Тикшерелеү көнө: 5 ноябрь 2018)
- ↑ перепись населения СССР 1939 года
- ↑ 9,0 9,1 9,2 9,3 9,4 Население Башкортостана:XIX-XXI века: статистический сборник. — 2008. — Б. 448.
- ↑ перепись населения СССР 1959 года
- ↑ перепись населения СССР 1979 года
- ↑ перепись населения СССР 1989 года
- ↑ 13,0 13,1 13,2 13,3 13,4 13,5 13,6 13,7 Краснокамский район
- ↑ Всероссийская перепись населения 2002 года
- ↑ 1.5. Численность населения республики Башкортостан по муниципальным образованиям на 1 января 2009 года
- ↑ Численность постоянного населения Российской Федерации по городам, посёлкам городского типа и районам на 1 января 2009 года (урыҫ)
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года (урыҫ)
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. Таблица 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов (урыҫ) — Росстат, 2013. — 528 с.
- ↑ Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года (урыҫ)
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года (урыҫ)
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2016 года (урыҫ) — 2018.
- ↑ 26. Численность постоянного населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2018 года — Рәсәй Федерацияһы статистика федераль хеҙмәте.
- ↑ Численность населения муниципальных образований Республики Башкортостан — 2019. — Б. 62.
- ↑ Итоги Всероссийской переписи населения 2020 года (по состоянию на 1 октября 2021 года) (урыҫ)
- ↑ https://archive.is/20120714152848/tatar-bashkort.narod.ru/tb-15.htm
- ↑ Итоги Всероссийской переписи населения по Республике Башкортостан (pdf). Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. Дата обращения: 5 март 2013. Архивировано 9 март 2013 года.(недоступная ссылка)
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Краснокама районы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 27 ғинуар 2022)
Был Краснокама районы тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |