Шарль Азнавур
Шарль Азнавур (франц. Charles Aznavour, әрм. Շառլ Ազնավուր; 22 май 1924 йыл — 1 октябрь 2018 йыл) — әрмән сығышлы француз шансоньеһы, композитор, шағир, яҙыусы һәм актёры. Ысын исеме — Шахну́р Вахина́к Азнавуря́н (әрм. Շահնուր Վաղինակ Ազնավուրյան)[4][5]. Францияла ғына түгел, бөтә донъяла билдәле башҡарыусы.
Шарль Азнавур Charles Aznavour | ||||||||||
Төп мәғлүмәт | ||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Исеме |
франц. Charles Aznavourian | |||||||||
Тулы исеме |
Шахнур Вахинак Азнавурян | |||||||||
Тыуған | ||||||||||
Тыуған урыны | ||||||||||
Үлгән | ||||||||||
Ил | ||||||||||
Һөнәрҙәре |
йырсы, йырҙар авторы, XX—XXI быуат Франция актеры, дипломат | |||||||||
Әүҙем йылдары |
1933 йылдан башлап | |||||||||
Жанрҙар |
шансон | |||||||||
Лейблы |
EMI, Barclay, Mercury Records, Monument, Ducretet Thomson, MGM, Polydor Records, MusArm | |||||||||
Наградалар |
| |||||||||
charlesaznavour.fr | ||||||||||
Аудио, фото, видео Викимилектә | ||||||||||
Азнавурҙың 1300-ләп йыры бар, ул 60 фильмда уйнаған һәм 180 миллиондан ашыу диск һатҡан[6]. Time журналы менән CNN үткәргән һорашыуҙан күренеүенсә (1998), Азнавур XX быуаттың иң яҡшы йырсыһы тип танылған[7].
2009 йылдың 5 майынан Әрмәнстандың Швейцариялағы илсеһе һәм БМО штаб-фатирындағы даими вәкиле була. Даими йәшәгән урыны — Швейцария.
Биографияһы
үҙгәртергәШарль Азнаву́р 1924 йылдың 22 майында Парижда Францияға 1922 йылда Грузиянан күскән этник әрмән ғаиләһендә тыуған. Атаһы Рәсәй империяһы Тифлис губернаһының Ахалцих ҡалаһында тыуған (Азнавурҙың атаһы яҡлап олатаһы Тифлиста губернаторҙың ашнаҡсыһы була)[8]. Азнавурҙың әсәһе Төркиәлә йәшәгән әрмән сауҙагәре ғаиләһенән сыҡҡан.
Балалар артислыҡ мәктәбендә, унан һуң TSF үҙәк мәктәбендә (Париж) уҡый. 9 йәштән йырлай һәм сәхнәлә уйнай. 1936 йылда кинола дебюты була. Тәүҙә Азнавур композитор Пьер Рош менән бергә йырлай. Уларға Эдит Пиаф иғтибар итә, ә 1946 йылда Азнавур менән Рош уның Франция һәм АҠШ буйлап турнеһында ҡатнаша. Ошо ваҡыттан Азнавурҙың шансонье булараҡ һөнәри карьераһы башлана. Музыкаль олимптың үрен иһә ул 1956 йылда, Касабланкала, Париждың билдәле «Олимпия» залында оҙаҡ ваҡыт буйына көн һайын өсәр тапҡыр сығыш яһағанда буйһондора. 1960-сы йылдар башында Азнавурҙың Нью-Йорктағы «Carnegie Hall» һәм «Ambassador Hotel» залдарында концерттары була, һуңыраҡ Фрэнк Синатраның «Reprise Records» фирмаһында тәүге американ альбомы сыға. Азнавур ижад иткән меңләгән йырҙы уның үҙенән башҡа Рэй Чарльз, Боб Дилан, Лайза Миннелли, Хулио Иглесиас һәм башҡалар йырлай. Азнавур Фрэнк Синатра, Селин Дион, Лучано Паваротти, Пласидо Доминго, Патрисия Каас, Лайза Миннелли, Элен Сегара һәм башҡалар менән дуэтта сығыш яһай.
Азнавур — «Monsieur Carnaval» (1965), «Douchka» (авторҙаш, 1973) һәм «Lotrek» (2004) тигән оперетталар музыкаһының авторы.
Азнавурҙың бөтә донъяға билдәле йырҙары араһында — «Богема», «Мама», «Вечная любовь», «Немодные радости», «Молодость», «Вчера ещё», «Изабелла», «Она», «Как говорят», «Аве Мария», «Нет, я ничего не забыл», «Я уже представлял», «Потому что», «Две гитары», «Унеси меня», «Надо уметь», «Умереть за любовь» һәм башҡалар.
2006 йылда 82 йәшлек Азнавур Кубаға бара һәм Чучо Вальдес менән «Color Ma Vie» тигән альбом яҙҙыра, альбом 2007 йылдың 19 февралендә сыға. Яңы йырҙарының премьераһы 2007 йылдың 20 апрелендә Мәскәүҙә биргән берҙән-бер концертында була.
2014 йылдың 3 октябрендә 90 йәшендә Шарль Азнавур Мәскәүҙә, Крокус Сити Холда сығыш яһай. Ике сәғәтлек концерт тулы аншлаг менән үтә.
Әрмәнстан менән бәйләнеше
үҙгәртергәӘрмәндәр геноцидының 60 йыллығына Азнавур үҙенең даими авторҙашы Жорж Гарваренц менән «Они пали» тигән йыр ижад итә. Шулай уҡ «Автобиография», «Джан» һәм «Нежная Армения» тигән йырҙары ла әрмән темаһына яҙылған. Азнавур ҡыҙы Седа менән Саят-Нованың "Ашхарумс"ын әрмән телендә башҡара.
Азнавурҙың тарихи ватаны менән бәйләнеше бының менән генә сикләнмәй: 1988 йылда Спитакта ер тетрәгәндән һуң ул «Азнавур Әрмәнстан өсөн» тигән хәйриә ассоциацияһын аса һәм ҡаза күргәндәргә ярҙам итеү буйынса бер нисә акция ойоштора, атап әйткәндә, 90-лаған француз йырсыһы һәм актёры Pour toi Arménie тигән видеоклипты яҙҙырыуҙа ҡатнаша. Азнавур — Әрмәнстандың ЮНЕСКО-лағы почётлы ағзаһы. Азнавур иҫән көйө үк Еревандағы майҙанға уның исеме бирелгән, Әрмәнстандың Гюмри ҡалаһында уға һәйкәл ҡуйылған. Әрмәнстан Республикаһының Милли Геройы.[9]
2008 йылдың 26 декабрендә Шарль Азнавур Әрмәнстан гражданы булып китә. Президент Серж Саргсян ҡул ҡуйған указ менән Азнавурға ғына түгел, уның импресариоһы Левон Саянға ла гражданлыҡ бирелә[10].
Әҙәбиәт
үҙгәртергә2007 йылда Шарль Азнавур Flammarion Quebec нәшриәтендә «Mon pere, ce geant» тигән китабын баҫтыра, бер йылдан ул ҙур булмаған тираж менән (3000 дана) Мәскәүҙә «РИПОЛ классик» нәшриәтендә сығарыла, китап «Мой папа — великан» (Н. А. Световидова тәржемәһе) тип атала[11]. Был музыканттың нәфис әҙәбиәттәге беренсе тәжрибәһе түгел, элегерәк Азнавур ике тапҡыр автобиографияһын һәм йыр текстарын нәшер итә. Китапҡа көнкүреш, мемуар, псевдобиографик, публицистик һәм фантастик 16 ҡыҫҡа һүрәтләмә-хикәйә ингән.
Актёрлыҡ карьераһы
үҙгәртергәАзнавур кинола йыш төшә: ул 60-лап фильмда ҡатнашҡан, Рене Клер, Клод Шаброль, Клод Лелуш кеүек режиссёрҙар менән хеҙмәттәшлек иткән. Азнавур ҡатнашлығындағы иң билдәле фильмдар — «Завещание Орфея» (Жан Кокто, 1960), «Стреляйте в пианиста» (Франсуа Трюффо, 1960), «Жестяной барабан» (Фолькер Шлёндорф, 1979), шулай уҡ «Переход через Рейн» (1960), «Такси в Тобрук», «Гораций 62», «Дьявол и десять заповедей», «Париж в августе» (1966), «Кандай и последние искатели приключений» (Голливуд, 1969), «Время волков» (1970), «Да здравствует жизнь» (1984), «Париж» (күп сериялы телетапшырыу, 1985), «Китаец» детектив сериалы. 1974 йылда Азнавур «Семь лиц женщины» телесериалы өсөн «She» лейтмотивын (һуңынан — британ хиты № 1) яҙа.
«Тегеран-43» билдәле совет сәйәси детективында (1981) Азнавур менән Гарваренцтың «Жизнь в любви» тигән хиты яңғырай. Азнавурҙың актёрлыҡ ижадында Атом Эгояндың «Арарат» (2002) тигән фильмы айырым урын алып тора, ул 1915 йылғы әрмәндәр геноцидына бағашланған.
Шәхси тормошо
үҙгәртергәБеренсе тапҡыр 1946 йылдың 16 мартында — Мишелин Рюгэлгә, икенсе тапҡыр — 1955 йылдың 28 октябрендә — Эвелин Плессиcҡа, өсөнсө мәртәбәгә 1967 йылдың 11 ғинуарында швед Улле Торселгә өйләнә.
Балалары алтау: Седа (Патриция, 1946), Шарль (1952), Патрик (1956—1981), һуңғы никахынан — Катя (1969), Миша (1971), Николя (1977).
Бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәре
үҙгәртергә- 1971 — Париждың алтын миҙалы.
- 1971 — Венеция кинофестивалендә «Алтын арыҫлан».
- 1971 — Эдисон призы.
- 1973 — Шарль Кро академияһы лауреаты.
- 1987 — Бернар Лакаш премияһы.
- 1995 — Ҙур француз йыры миҙалы (Француз академияһы).
- 1996 — Азнавурҙың исеме Йып авторҙарының дан залына индерелгән.
- 1997 — «Виктория» премияһы (иң яҡшы йыл йырсыһы).
- 1997 — «Сезар» кинопремияһы[12].
- 1997 — Почётлы легион офицеры ордены.
- 2004 — Почётлы легион ордены командоры.
- 2004 — Әрмәнстандың иң юғары дәүләт наградаһы — «Әрмәнстандың Милли Геройы» исеме һәм Ватан ордены[13].
- 2006 — Ҡаһирәләге 30-сы кинофестивалдең почётлы призы.
- 2008 — Канада орденының Почётлы офицеры[14].
- 2010 — «Рәсәй менән Франция араһындағы мәҙәни бәйләнештәрҙе нығытыуға индергән ҙур өлөш өсөн» почётлы билдәһе[15].
- 2014 — Рәсәй Сит ил эштәре министрлығының «Халыҡ-ара хеҙмәттәшлеккә индергән өлөш өсөн» күкрәккә таҡмалы билдәһе.
- 2015 — Бельгия Тажы ордены кавалеры[16].
Дискография
үҙгәртергәҺайланма фильмография
үҙгәртергә- 1958 — Головой об стену / La Tête contre les murs — Эртувен
- 1959 — О, что за мамбо! / Oh ! Qué mambo — камео
- 1960 — Завещание Орфея / Le Testament d’Orphée — любопытный человек
- 1960 — Стреляйте в пианиста / Tirez sur le Pianiste — Шарли Колер / Эдвард Сароян
- 1960 — Переход через Рейн / Le Passage du Rhin — Роже Перрин
- 1960 — Такси в Тобрук / Un Taxi pour Tobrouk — Самуэль Гольдман
- 1962 — Дьявол и десять заповедей / Le Diable et les Dix Commandements — Денис Мокс, брат Катрины
- 1963 — Ищите кумира / Cherchez l’idole — камео
- 1968 — Сладкоежка / Candy — горбун
- 1971 — Львиная доля / La Part Des Lions — Эрик
- 1976 — Небесные наездники / Sky Riders — инспектор Николиди
- 1979 — Жестяной барабан / Die Blechtrommel — Сигизмунд Маркус
- 1982 — Волшебная гора / La Montagne magique — Нафта
- 1982 — Призраки шляпника / Les Fantômes du chapelier — Кахудас
- 1982 — От кого бежит Давид? / Qu’est-ce qui fait courir David? — Леон
- 1983 — Эдит и Марсель / Édith et Marcel — камео, титрҙарҙа яҙылмаған
- 1987 — Гвоздоед / Mangeclous — Джереми
- 1989-92 — Китаец / Le Chinois — Шарль Котрель
- 2002 — Арарат / Ararat — Эдвард Сароян
- 2004 — Отец Горио / Le Père Goriot — Жан-Йоахим Горио
Автобиографиялар
үҙгәртергә- Китаптар
- Азнавур об Азнавуре (1970)
- «Прошлое и будущее» (2004)
- «Громким шепотом. Автобиография» (2015)
- Фильмдар
- «Шарль Азнавур, Армения 1989», режиссёр Левон Мкртчян
- Йырҙар
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Charles Aznavour est décédé à l'âge de 94 ans (фр.) — RTL, 2018.
- ↑ Who's who in France
- ↑ Charles Aznavour // filmportal.de — 2005.
- ↑ Часто встречается несколько искаженный вариант второго имени — Варина́г, из-за неверной транслитерации с французского написания Varenagh.
- ↑ Армяне в мировом кино 2013 йыл 27 сентябрь архивланған.
- ↑ Musique actu: «Aznavour, Sa jeunesse» : l’hommage de la jeune génération 2015 йыл 28 март архивланған.
- ↑ Шарль Азнавур: People’s History
- ↑ [1] 2013 йыл 22 май архивланған. The Villager
- ↑ Charles Aznavour and Kirk Kerkorian National Heroes of Armenia . Panarmenian.net (28 май 2004). Дата обращения: 1 май 2011.
- ↑ Новости — Армения 2009 йыл 14 март архивланған.
- ↑ Азнавур, Шарль. Мой папа — великан / Шарль Азнавур: [пер. с фр. Н. А. Световидовой]. — М.: РИПОЛ классик, 2008. — 224 с.
- ↑ Шарль Азнавур встретился с пожилой поклонницей в Москве; 23 апреля 2015, Lenta.ru
- ↑ Шарль Азнавур. Биографическая справка, 22.05.2009, РИА НОВОСТИ
- ↑ Взгляд
- ↑ Газета «Аргументы и Факты», № 35(1556), 1-7 сентября, 2010 г.
- ↑ Шарль Азнавур-кавалер Ордена Короны Бельгии, 13.11.2015, Российско-армянское информационное агентство
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Шарль Азнавур: армяно-русские страницы великого шансонье
- Шарль Азнавур на People’s History
- Интервью с Шарлем Азнавуром. Русский Базар 18—24 декабря, 2008. Автор Нина Аловерт