Хәлүәтилек
Иман шарттары |
Исламдың биш нигеҙе |
Шәхестәр |
Хәлүәтилек (төр. Halvetilik; рус. Халватия) — суфыйҙар берләшмәһе (тәриҡәт), XIV быуат аҙағында Төньяҡ-Көнбайыш Иранда барлыҡҡа килгән. 12 туғандаш тәриҡәттең береһе, улары 50-нән ашыу үҙ аллы тармаҡ һәм тәриҡәт барлыҡҡа килтерә. Рухи сылбыр (силсилә) Әл-Жүнәйдә Әл-Бағдади аша Али ибн Әбү Талипҡа барып сыға. Тәриҡәт ағзаһының кейем элементы — дүрт мөйөшлө башлыҡ, башлыса йәшел йәки ҡара төҫтә була.
Тарихы
үҙгәртергәТәриҡәт башта төрки халыҡтар араһында ғына тарала. Ул Урта Азия төрки Әхмәт әл-Йәсәүи мистицизм мәктәбенең ҡайһы бер идеяларын ҡабул итә һәммәләмәтилек һәм ҡәләндарлыҡ тәриҡәттәре традицияларының көслө йоғонтоһон кисерә. Башта тәриҡәт тәғлимәте имами шиғыйлыҡ менән тығыҙ бәйле була, ваҡыт үтеү менән сөннигә үҙгәрә. Шиғыйлыҡ, күрәһең, йәшерен тәғлимәт формаһында һаҡланғандыр[1].
Структураһы
үҙгәртергәТәүге алты мөршид заманында ғына тәриҡәт берҙәм ойоштороу структураһына һәм үҙәкләштерелгән етәкселек системаһына эйә була. Тәриҡәттең төп хәнәкәһе (Хәнәкәһ Бағ-и шәмәл) Тәбриздә урынлашҡан була.
Хәлүәтиҙәрҙең һәм уның тармаҡтарының ойоштороу структураһы, дөйөм алғанда, башҡа суфый берләшмәләренең структураһын хәтерләтә, шул уҡ ваҡытта уларҙың эшмәкәрлек төбәгенә бәйле үҙенсәлектәре бар.
Тәғлимәте
үҙгәртергәТәриҡәт Ибн әл-Ғәрәбиҙең үәхдәт әл-вүжүд тәғлимәтте йоғонтоһон кисерә . Был тәғлимәткә мөнәсәбәт дәүергә һәм төбәккә бәйле, хатта бер үк тармаҡта ла үҙгәрештәр кисерә.
Силсиләһе
үҙгәртергәМөхәммәт пәйғәмбәрҙән алып тариҡәткә нигеҙ һалыусыға тиклем силсиләһе.
- Мөхәммәт Пәйғәмбәр
- Али ибн Әбү Талип
- Хәсән Әл-Басри
- Хәбиб әл-Аджами
- Дауыт әт-Тай
- Маруф әл-Кархи
- Сәри әс-Сакати
- Әл-Джунайд Әл-Бағдад
- Мимшад Динавари
- Мөхәммәт Әл-Бакри
- Ҡади Ваджихуддин Ғүмәр Әл-Бари
- Әбүдж-Нәжиб әс-Сухраварди
- Ҡотбуддин әл-Абхари
- Рөкнуддин Нәжәши
- Шихабуддин Тибр
- Хаджи Джамалуддин Ширази
- Ибраһим Заһид әл-Жилани
- Ахи Мөхәммәт Әл-Халвати
- Ғүмәр Әл-Халвати
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Акимушкин, 1991, с. 267
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Акимушкин О. Ф. Халватийа // Ислам: энциклопедический словарь / Отв. ред. С. М. Прозоров. — М. : Наука, ГРВЛ, 1991. — С. 267—268. — 315 с. — 50 000 экз. — ISBN 5-02-016941-2.
- Али-заде, А. А. Хальвати // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8 (рус.).
Был тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ.