Мәләмәтилек
Иман шарттары |
Исламдың биш нигеҙе |
Шәхестәр |
Мәләмәтилек, мәләмәтиә (ғәр. ملامتيه- шелтәләр нәмә эҙләүсе; рус. Маламатия) — мистик-заһитлыҡ хәрәкәтенең атамаһы.
Тарихы
үҙгәртергәIX быуатта Хөрәсәндә Нишапур заһитлыҡ-мистик тәриҡәт сиктәрендә барлыҡҡа килгән.
Нишапур Оло Хөрәсәндең төп дүрт ҡалаһының береһе булған һәм ике төп юл сатында урынлашҡан.
Бағдадтан алыҫ урынлашҡанға күрә, башта мәләмәтилеккә суфыйлыҡ практикаһы һәм фекеренең йоғонтоһо бик аҙ була.
Мәләмәтилек мистик хәрәкәте, суфыйлыҡтан бойондороҡһоҙ үҫешеп, Бағдади һәм Хөрәсәни мистик тәриҡәте берләшкәнсе үҫешә. Унынсы быуат аҙағында суфый әҙәбиәтенең һәм Бағдад статусының үҫеше менән бәйле, суфыйлыҡ бөтә мосолман мистиктары өсөн дөйөм терминға әүерелә[1]
Мәләмәтилек атамаһы яйлап юҡҡа сыға, сөнки «суфый» термины йышыраҡ ҡулланыла, әммә мәләмәтиҙәрҙең үҙ практикаһы һәм идеологияһы була. Ысынлап та, ҡайһы бер сығанаҡтар мәләмәтилек юлы суфыйлыҡтан бөтөнләй айырыла һәм был ике фекер мәктәбе бер-береһенә ҡапма-ҡаршы тип раҫлай.[2]. Мәләмәтилекте тәнҡитләүсе ислам белгестәре, хатта был тәриҡәт тулыһынса мосолман түгел, тип тә белдерә[3]
Тәғлимәте
үҙгәртергәМәләмәтилек хәрәкәте кешегә күрһәтеүгә ҡоролған диндарлыҡҡа, тышҡы йолаларҙы артығы менән үтәүгә ҡаршы йүнәлтелгән. Шул уҡ ваҡытта мәләмәтилек эйәрсендәре ғәйепле тип һанарлыҡ ғәмәлдәрҙе аңлы рәүештә башҡаралар. Икенсе төрлө әйткәндә, мәләмәтилек эйәрсендәре «баштарын иҫәргә һалып», тәнҡитләрлек итеп ҡыланалар (юродство).
Мәләмәтилектең һуңғы тәғлимәте йоғонтоһонда ҡәләндарлыҡ хәрәкәте барлыҡҡа килә.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Али-заде, А. А. [481 Маламатиты] // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8 (рус.).
- Акимушкин О. А. Маламатийа // Ислам: Энциклопедический словарь / Г. В. Милославский, Ю. А. Петросян, М. Б. Пиотровский, С. М. Прозоров. — М., 1991. — С. 155—156.
- Туйчиева Н. М. Каландария //Сборники конференций НИЦ Социосфера. 2013. № 49. С. 19-23.
- Algar H., de Jong F., Imber G. H. Malamatiyya // The Encyclopаedia of Islam, CD-Rom Edition. — Leid., 1999. — Vol. 6. — P. 223b.
- Toussulis, Yannis (2011). Sufism and the Way of Blame. Wheaton: Quest Books.
- Sviri, Sara (1999). Hakim Tirmidhi and the Malamati Movement in Early Sufism. Oxford: One World.
- M. S. Seale, «The Ethics of Malāmatīya Sufism and the Sermon on the Mount», // The Muslim World. Volume 58, Issue 1, pages 12-23, January 1968
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Sviri Sara. Hakim Tirmidhi and the Malamati Movement in Early Sufism. — Oxford: One World, 1999. — P. 583–613.
- ↑ Silverstein Brian. [Sufism and Modernity in Turkey: From the authenticity of experience to the practice of dicipline Sufism and the 'Modern' In Islam]. — New York: St Martins Press, 2007.
- ↑ Malamatiyya. — Brill Online Reference Works: Encyclopaedia of Islam, Second Edition.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Маламатийя
- Византийское юродство между Западом и Востоком 2021 йыл 12 май архивланған.
Был ислам тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |