Хильдесхайм
Хильдесхайм (ҡайһы берҙә Гильдесгейм; нем. Hildesheim ) — Германиялағы ҡала, Түбәнге Саксония ерендәге шул уҡ исемдәге Хильдесхайм районы үҙәге. Ганноверҙан 25 км көньяҡ-көнсығышта урынлашҡан. Халҡы — яҡынса 100 мең кеше тәшкил итә. IX быуаттан билдәле.
Хильдесхайм | |
нем. Hildesheim | |
Байраҡ | Герб |
Рәсми атамаһы | Hildesheim |
---|---|
Ҡыҫҡаса атамаһы | Hil[1] |
ХФА-лағы транскрицияһы | hɪldəshaɪ̯m |
Архивы хранятся в | Stadtarchiv Hildesheim[d] |
Этнохороним | Hildesheimer, Hildesheimerin һәм Hildesheimerinnen |
Дәүләт | Германия[2] |
Административ үҙәге | Хильдесхайм[d] |
Административ-территориаль берәмек | Хильдесхайм[d] |
Сәғәт бүлкәте | UTC+1:00[d] һәм UTC+2:00[d] |
Хөкүмәт башлығы | Инго Мейер[d] |
Ойошма ағзаһы | Мэры за мир[d][3] һәм Niedersächsischer Städtetag[d][4] |
Халыҡ һаны | 102 325 кеше (31 декабрь 2023)[5] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 96 метр[6] |
Туғандаш ҡала | Ангулем[d], Уэстон-сьюпер-Мэр[d], Паданг[d], Галле, Геленджик[d], Северный Сомерсет[d], Павия[d] һәм Эль-Минья[d] |
Сиктәш | Харзум[d], Шеллертен[d], Бад-Зальцдетфурт[d], Дикхольцен[d], Деспеталь[d], Бетельн[d], Нордштеммен[d] һәм Гизен[d] |
Инвентарный номер | 187 |
Майҙан | 92,29 км² (31 декабрь 2017)[7][8] |
Почта индексы | 31101–31141 |
Рәсми сайт | stadt-hildesheim.de |
Урындағы телефон коды | 05121 |
Номер тамғаһы коды | HI |
Категория для почётных граждан субъекта | Q8942859? |
Элементтың күренеше өсөн категория | Category:Views of Hildesheim[d] |
Хильдесхайм Викимилектә |
Тарихы
үҙгәртергәIX быуат башында, 815 йылда, Хильдесхайм епископлығына нигеҙ һалына. Бер нисә быуат дауамында ҡала менән руханиҙар идара итә, һуңынан ратуша төҙөлгәс, граждандар идара итеүгә хоҡуҡ ала. 1300 йылда епископ ҡала халҡы менән власты уртаҡлашырға мәжбүр була, уларға үҙенең ҡала хоҡуғын бирә һәм үҙенең мисәтен булдырыға рөхсәт итә.
Протестант Реформацияһы көрәштәше Мартин Лютер Йоһанн Бугенхаген эшмәкәрлеге арҡаһында 1542 йылда ҡалала еңеп сыға.
Хильдесхайм кенәзлеге-епископлығы вәкәләттәрен донъяуи кенәзлеккә тапшыра. 1807 йылға тиклем ҡала һәм кенәзлек идараһы аҫтында ҡала һәм кенәзлек Пруссия идаралығы аҫтында була, ә һуңынан Наполеон тарафынан ойошторолған Вестфалия Короллегенә күсә. Шул саҡта Хильдесхейм Дистриктта Хильдесхейм Окер Департаментының префектура аҫты үҙәге була (франц. Département Ocker de l). Наполеон һуғыштарынан һуң 1813 йылда Хильдесхайм Ганновер Короллеге составына инә, ә 1823 йылда барлыҡҡа килгән Хильдесхейм округының үҙәге була. 1866 йылда Австро-пруссия һуғышынан һуң Ганновер Короллеге менән бергә Хильдесхайм Пруссия тарафынан аннексиялана һәм Ганновер Провинцияһының өлкә ҡалаһы булып китә.
Хильдесхайм 1945 йылда Икенсе донъя һуғышы ваҡытында, бигерәк тә 1945 йылдың 22 мартында һауа һөжүме һөҙөмтәһендә зыян күрә. Урта быуат үҙенсәлеген һаҡлап килгән ҡала үҙәге йәшәүҙән туҡтай. Һуғыштан һуң ул бөтөнләй башҡа төрлө стилдә тергеҙелә. Бәхеткә күрә, күпселек эре сиркәүҙәр, уларҙың икеһе әлеге ваҡытта ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы, һуғыштан һуң, тиҙ арала тергеҙелә.
1980 йылда тарихи үҙәктең реконструкцияһы башлана. Төп майҙан тирәләй боронғо биналар һәм ҡоролмалар һүтелә һәм ысын төҙөлөштәрҙең күсермәләре менән алмаштырыла.
Халҡы
үҙгәртергә
|
|
|
¹ данные переписи
Иҫтәлекле урындары
үҙгәртергә- Хильдесхайм соборы (нем.St. Dom. Maria), урта быуат католик соборы, 1010 һәм 1020 йылдар араһында төҙөлгән, XI, XII һәм XIV быуаттарҙа реконструкциялана һәм киңәйтелә, 1945 йылдағы һауа һөжүменән һуң 1950 йылдан алып 1960 йылға тиклем тергеҙелә. 1985 йылдан ЮНЕСКО-ның мәҙәни мираҫы исемлегенә ингән.
- Изге Михаил сиркәүе (нем.Michaeliskirche), икенсе мең йыллыҡтың башында роман стилендә төҙөлгән, 1985 йылда ЮНЕСКО-ның мәҙәни мираҫы исемлегенә ингән.
- Йәмиғ музейы (нем. Dom-Museum), дини һынлы сәнғәттең ҙур коллекцияһы урынлашҡан.
- Рёмер һәм Пелицеус музейы (нем. Roemer - und Pelizaeus-Museum), 1844 йылда нигеҙ һалынған Рёмер музейының һәм 1911 йылда барлыҡҡа килгән Пелицеус музейының берләшмәһе булып тора. Музейҙа боронғо мысыр һәм боронғо перуан сәнғәтенең иң бай коллекцияһы һаҡлана. Был музейҙа ҡытай фарфорының коллекцияһы үҙенең күләме менән Европала икенсе урынды биләй.
Башҡа иҫтәлекле урындар үҙ эсенә театрҙарҙы, оперетта, мюзиклдар, драма, балетты индерә.
Ваҡиғалар
үҙгәртергә- Джаз фестивале (нем. Jazz-Festival), Изге Троица көнөндә, йыл һайын май йәки июнь айында үтә.
- M’era Luna Festival — Германияның ҙур музыкаль фестивале, йыл һайын августың икенсе ял көнөндә үткәрелә.
Изге Михаил сиркәүенә 1010 йылда нигеҙ һалына (11 быуат)
Мәҙәниәт һәм мәғариф
үҙгәртергә- Хильдесхайм университеты (нем. Universität Hildesheim) 1978 йылда барлыҡҡа килгән. Уның төп факультеттары — социаль һәм информацион фәндәр. Университетта яҡынса 5 мең кеше теркәлгән. Халыҡ-ара менеджмент һәм бәйләнеш өлкәһендә инновациялар университетҡа сит ил студенттарын йәлеп итә
Иҡтисады
үҙгәртергәХильдесхаймдағы корпорациялар:
- Bosch, автомобиль һәм сәнәғәт ҡорамалдары етештереүсе;
- Blaupunkt, «Robert Bosch GmbH Corporation» концернында бүленгән компания;
- The Coca-Cola Company;
- Fairchild';
- Thyssen, тәҙрә системалары;
- Krupp, тутыҡмай торған табаҡлы ҡорос етештереү буйынса ҙур концерн.
- Mettler-GmbH Garvens Toledo
Сәйәсәте
үҙгәртергә1803 йылдан алып әлеге көнгә тиклем мэрҙар исемлеге
Йыл | Исеме |
---|---|
1803—1843 | Отто Фердинанд Лодя Георг |
1843—1848 | Кристоф Карл Люнтцель |
1848—1852 | Домайер |
1853—1875 | Йохан Фридрих Бойзен Паулу |
1876—1895 | Густаф Струкманн |
1895—1896 | Ханс Укерт |
1896—1909 | Густаф Струкманн |
1909—1937 | Эрнст Эрлихер |
1945—1946 | Эрих Брушка |
1946—1950 | Альбин Хунгер |
1950—1952 | Фридрих Лекве |
1952—1958 | Альбин Хунгер |
1958—1959 | Линка Паулу |
1959—1964 | Бойкен Мартин |
1964—1968 | Немша Фридрих |
1968—1972 | Бойкен Мартин |
1972—1975 | Немша Фридрих |
1975—1981 | Клинг Хайко |
1981—1991 | Табутты Клемка |
1991—2001 | Курт Махенс |
2001—2005 | Һан. Ульрих Кумма |
2005 йылдан алып | Курт Махенс |
Элемтә һәм киң мәғлүмәт саралары
үҙгәртергә- Relation Hildesheimer, Германияла иң беренсе гәзит, XVII быуаттан баҫылып сыға (1619—1620).
- 1908 йылдың 10 июлендә беренсе телефон станцияһы асыла.
Хильдесхаймда эффектив транспорт инфраструктураһы — тимер юлы өсөн төбәк үҙәге (Intercity-Express) бар, ул автострада менән бәйле автострада (Autobahn), Урта герман каналында гаване бар.
Билдәле кешеләре
үҙгәртергә- Иоанн Хильдесхаймский, католик теолог
- Рудольф Шенкер, Scorpions төркөмөнә нигеҙ һалыусы һәм гитарасы
- изге Готхард, епископ Хильдесхаймский, Рим-католик сиркәүе изгеһе.
- изге Бернвард, епископ Хильдесхаймский.
- Дидрик Пининг, данлыҡлы диңгеҙсе.
- Фридрих Хорнеман, Африканы тикшереүсе
- Якоб Фридрих Рейманн, дини философ, тарихсы.
- Рэтбоун Генри, америка хәрбийе, Хильдесхаймда төрмәгә ябыла
- Ханс Адольф Кребс, немец-инглиз биохимигы.
- Адольф Гурвиц, күренекле математик.
- Якоб Гуттманн, дини философ.
- Юлиус Гуттманн, дини философ.
- Томас Квастхофф, бас-баритон, вокал уҡытыусыһы.
- Вольфганг Лауэнстайн һәм Кристоф Лауэнстайн, режиссёрҙар.
- Андре Шнайдер, яҙыусы һәм актёр.
- Дайан Крюгер, фотомодель һәм актриса.
- Майк Тейлор, Бирмингем Сити футболсыһы .
- Оскар Шиндлер, немец сәнәғәтсеһе.
Туғандаш ҡалалар
үҙгәртергәФотоһүрәттәр
үҙгәртергә-
Хильдесхаймдың тарихи картаһы, 1910
-
Ратуша, төп майҙан, 1895
-
Knochenhauer-Amtshaus, 1890-1905
-
Mariendom
-
St. Andreas
-
Kaiserhaus
-
Bahnhofsvorplatz
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Анналдар хильдесхаймский
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Был Медиафайлдар бар викиһаҡлағыста тема буйынса Хильдесхайм
- Официальный сайт
- ↑ ISIL- und Sigeladressen mit Koordinaten ausgestattet — Берлинская государственная библиотека, 2016.
- ↑ archINFORM (нем.) — 1994.
- ↑ http://www.mayorsforpeace.org/english/membercity/map/europe.html
- ↑ https://www.nst.de/%C3%9Cber-uns/Mitglieder/index.php?ModID=9&object=tx%7c2606.2&FID=2606.181.1&NavID=2606.10&La=1
- ↑ Alle politisch selbständigen Gemeinden mit ausgewählten Merkmalen am 31.12.2023 (нем.) — DESTATIS, 2024.
- ↑ https://it-ch.topographic-map.com/map-k2k6t6/Hildesheim/?zoom=19¢er=52.15257%2C9.95216&popup=52.15274%2C9.95226
- ↑ https://www1.nls.niedersachsen.de/statistik/html/default.asp
- ↑ Alle politisch selbständigen Gemeinden mit ausgewählten Merkmalen am 31.12.2018 (4. Quartal) — Federal Statistical Office.