Хафиз (мәғәнәләр)
Хафиз — башҡорт телендә бер нисә мәғәнәгә эйә. Ул ғәрәп теленән ингән һүҙ, төшөнсә (ғәр. حافظ).
Хафиз |
Ислам динендә
үҙгәртергәХафиз — Ҡөрьәнде ятҡа бикләп алып, уны һаҡлаусы (ғәр. حافظ «ятҡа бикләүсе», «һаҡлаусы»).
Шөғөл
үҙгәртергәХафиз — һаҡта тороусы, һаҡсы (иҫкесә)[1].
Исем
үҙгәртергәХафиз — башҡорт халҡында, мосолман милләттәрҙә элгәре ярайһы йыш осраған исем. Ҡайһы бер һөйләштәрҙә, мәҫәлән, инйәр-ҡатайҙа «Һәбиз» тигән вариант осрай. Был һүҙҙән яһалған ҡатын-ҡыҙ исемдәре лә осрай — Хафиза, Хафаза, Хафаса, Хәфизә. Барыһы ла һаҡлаусы, яҡлаусы, хәтерле, иҫтәлек тигән мәғәнәләргә эйә[2].
Хафиз исемле йәки фамилиялы билдәле кешеләр
үҙгәртергә- Ҡушаев Хафиз Ҡушай улы — (15 октябрь 1888 — 27 сентябрь 1937) — башҡорт милли хәрәкәтендә ҡатнашыусы, Башҡортостандың дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, БАССР-ҙың Үҙәк башҡарма комитетының 3-cө рәйесе.
- Хафиз Ширази (фарс. خواجه شمسالدین محمد حافظ شیرازی, ҡайһы саҡта сығанаҡтарҙа Шамсиддин Мөхәммәт Хафиз Ширази тип иҫкә алына[3]) (яҡынса 1325—1389/1390) — бөйөк фарсы шағиры һәм суфый.
- Хафизов Динмөхәмәт Сәмәхужа улы (1883—1966) — РСФСР-ҙың мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы.
- Хафизов Миҙхәт Ғәбдрәүф улы (1933 т.) — Социалистик Хеҙмәт Геройы (1977).
- Хафизов Мирсаяф Миәссәр улы (1947) — совет хәрби хеҙмәткәре, полковник. Сығышы менән Ермәкәй районы Иҫке Турай ауылынан.
- Хафизов Фәйез Зәки улы — инженер-геолог, геология-минералогия фәндәре докторы (1987), профессор (1994), Рәсәй тәбиғәт фәндәре академияһы (1993), Халыҡ-ара информатизация академияһы (1994), Халыҡ-ара көнсығыш нефть академияһы (1993), Халыҡ-ара минераль ресурстар академияһы (1995) академигы.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2018 йыл 16 май архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәйев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Башҡорт исемдәре. — Өфө, 2005.-223 бит
- Башҡорт теленең һүҙлеге. 2-се том. — Мәскәү, 1993. −814 бит
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Башҡорт теленең һүҙлеге. 2-се том. — Мәскәү, 1993. — 533-сө бит
- ↑ Башҡорт исемдәре. — Өфө, 2005. — 112, 174, 176 биттәр
- ↑ «Народы Азии и Африки», 1976, с. 96
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |