Фәһим

ислам дине менән бергә ғәрәп теле аша ингән башҡорт ир-ат исеме.

Фәһим — башҡорт ир-ат исеме.

Фәһим

Этимологияһы

үҙгәртергә

Фәһим исеме төрки телле халыҡтарға ислам дине менән бергә ғәрәп теле аша ингән, ғәрәпсәнән аҡыллы, зирәк тигән мәғәнәгә эйә[1].

Билдәле кешеләр

үҙгәртергә

Садиҡов Фәһим Бинйәмин улы (16 июнь 1928 йыл — 26 июнь 1998 йыл) — ғалим-философ, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Башҡортостан Фәндәр академияһы академигы (1998), философия фәндәре докторы (1973), БАССР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1977).

Мөхәмәтшин Фәһим Баязит улы (28 июнь 1955 йыл) — ғалим-юрист, юғары мәктәп эшмәкәре, эске эштәр органдары хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 2003—2017 йылдарҙа Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институты начальнигы. 2010 йылдан «Рәсәй юристар ассоцияцияһы» Дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе рәйесе. Юридик фәндәр докторы (2005), профессор (2005). Полиция генерал-майоры (2004). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы (1999), Салауат Юлаев ордены кавалеры (2015).

Карюков Фәһим Сайран улы (4 ғинуар 1948 йыл — 18 май 2015 йыл) — спортсы, хоккейсы, шайбалы хоккей буйынса СССР-ҙың спорт мастеры (1976), СССР һәм Рәсәй тренеры, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған тренеры.

Әйүпов Фәһим Иҙрис улы (1947 йыл) — БАССР-ҙың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре.

Мәҡсүтов Фәһим Әхмәт улы (5 октябрь 1933 йыл — 4 июль 1996 йыл) — ғалим, физик-географ, юғары мәктәп уҡытыусыһы. География фәндәре кандидаты (1963), профессор (1996). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1983)

Сәйәхов Фәһим Лотфрахман улы (20 ноябрь 1926 йыл) — тарих фәндәре докторы, профессор (1970). БАССР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1976).

Ғәлиев Фәһим Мансур улы (1956 йыл) — хеҙмәт алдынғыһы, 19822008 йылдарҙа Саҡмағош районы Фрунзе исемендәге колхоздың Яңы Ҡалмаш комплекслы бригадаһы бригадиры. Башҡортостан Республикаһынаң атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1997). Райондың почётлы гражданы (2006).

Булатов Фәһим Нәбиәхмәт улы (1940 йыл) — хеҙмәт ветераны, Кушнаренко районы «Кушнаренко» совхозының элекке механизаторы, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре.

Атаһының исеме

үҙгәртергә

Вәлиев Илһам Фәһим улы (19 июль 1975 йыл) — опера йырсыһы (тенор), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2008) һәм Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (2009).

Мөхәмәтов Фәрит Фәһим улы (1947) — травматолог-ортопед, ғалим, медицина фәндәре докторы (2002), профессор (2003). Рәсәй Федерацияһының (2000) һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1997), СССР-ҙың (1991) һәм Башҡортостандың (2008) һаулыҡ һаҡлау отличнигы.

Кәлимуллин Рәшит Фәһим улы (6 май 1957 йыл) — композитор; Рәсәй Композиторҙар союзы идараһы рәйесе, Татарстан Республикаһы Композиторҙар союзы рәйесе, Рәсәй Федерацияһының һәм Татарстан Республикаһының халыҡ артисы.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ