Кәлимуллин Рәшит Фәһим улы

Кәлимуллин Рәшит Фәһим улы (6 май 1957 йыл) — композитор; Рәсәй Композиторҙар союзы идараһы рәйесе, Татарстан Республикаһы Композиторҙар союзы рәйесе, Рәсәй Федерацияһының һәм Татарстан Республикаһының халыҡ артисы.

Кәлимуллин Рәшит Фәһим улы
Зат ир-ат
Рәсем
Гражданлыҡ  Рәсәй
Тыуған көнө 6 май 1957({{padleft:1957|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:6|2|0}}) (66 йәш)
Тыуған урыны Йәшел Үҙән, Татар Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы[d], РСФСР, СССР
Һөнәр төрө композитор
Уҡыу йорто Ҡазан дәүләт консерваторияһы
Жанр Опера
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Рәсми сайт rashidkalimullin.com
 Кәлимуллин Рәшит Фәһим улы Викимилектә

Биографияһы үҙгәртергә

Рәшит Фәһим улы Кәлимуллин 1957 йылдың 6 майында Татар АССР-ының Зеленодольск ҡалаһында тыуған. 1985 йылда — Ҡазан дәүләт консерваторияһын,1987 йылда «композитор» һөнәре буйынса аспирантураны тамамлай.

1987—1993 йылдарҙа Ҡазан консерваторияһында — уҡытыусы, өлкән уҡытыусы, инструментовка (музыкаль әҫәрҙе оркестр менән башҡарыуға яраҡлаштырыу) һәм композиция кафедраһы мөдире.

Композитор булараҡ төрлө жанрҙрҙа эшләй, уның әҫәрҙәре араһында — опералар, симфоник һәм камера әҫәрҙәре, хор музыкаһы, йырҙар. Рәшит Кәлимуллин ижадына сағыу милли үҙенсәлек, шулай уҡ көнсығыш һәм көнбайыш музыкаль традицияларын бергә ҡушыу хас.

1989—1995 йылдарҙа — Татарстан Республикаһы Композиторҙар союзы рәйесе.

Ҡазанда уның башланғысы менән Софья Ғөбәйҙуллина исемендәге Хәҙерге заман музыка үҙәге асыла. 1995—2002 йылдарҙа ошо үҙәктең директоры булып эшләй.

«Европа- Азия» халыҡ-ара хәҙерге заман музыка (1993 йылдан алып Ҡазан, Мәскәү ҡалаһы һәм Татарстадың башҡа ҡалаларында үткәрелә) һәм «Muz-Transit» фестивалдәре художество етәксеһе һәм директоры (2003 йылдан алып). 2013 йылда Вьетнамда "Азия-Европа проектын ойоштора, Ул ике йылға бер тапҡыр үткәрелә. «Урыҫ һәмт атар музыкаһы ынйылары» проекты авторы, әле ге проект ярҙамында Татастан композиторҙары музыкаһы Берлин, Лейпциг, Стокгольм, Рим, Флоренция, Ватикан, Лондон, Богота ҡалаларының иң яҡшы тамаша залдарында яңғыраны.

Прокофьев исемендәге һәм Юргенсон исемндәге Халыҡ-ара конкурсттарҙың жюри ағзаһы.

2006—2010 йылдарҙа — Татарстан Республикаһының йәмәғәт палатаһы ағзаһы.

2016 йылдан алып — Рәсәй Федерацияһы мәҙәниәт министрлығы эргәһендәге Йәмәғәт советы ағзаһы[1].

2015 йылдың 9 декабренән алып Рәсәй Федерацияһы Композиторҙар союзы идараһы Рәйесе вазифаһын биләй..

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

  • Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы (2007)
  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1995)
  • Татарстан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1990)
  • Шостакович исемендәге премияһы лауреаты
  • Ғабдулла Туҡай исемендәге Татарстан Республикаһының Дәүләт премияһы лауреаты.
  • Композиция буйынса халыҡ-ара конкурстарының тәүге премиялар лауреаты (Германия, 1987; Австрия, 1994)
  • «Ҡазан ҡалаһы ғорурлығы» энциклопедик баҫмаһына индерелгән (2005)
  • Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте наградалары (2005 йыл)

Һылтанмалар үҙгәртергә

  1. Общественный совет при Министерстве культуры Российской Федерации 2019 йыл 3 июнь архивланған.