Сәйәхов Фәһим Лотфрахман улы
Сәйәхов Фәһим Лотфрахман улы (20 ноябрь 1926 йыл—20 ноябрь 2003 йыл) — тарихсы. Тарих фәндәре докторы (1970), профессор (1970). БАССР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1976). Фәнил Лотфрахман улы Сәйәховтың ағаһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы[1].
Сәйәхов Фәһим Лотфрахман улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 20 ноябрь 1926 |
Тыуған урыны |
Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР Суйынсы ауылы, Дәүләкән районы |
Вафат булған көнө | 20 ноябрь 2003 (77 йәш) |
Һөнәр төрө | тарихсы |
Эш урыны | К.А. Тимирязев исемендәге Башҡорт педагогия институты[d] |
Уҡыу йорто | К.А. Тимирязев исемендәге Башҡорт педагогия институты[d] |
Ғилми исеме | профессор[d] |
Ғилми дәрәжә | тарих фәндәре докторы[d] |
Хәрби звание | Капитан |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәФәһим Лотфрахман улы Сәйәхов 1926 йылдың 20 ноябрендә Башҡорт АССР-ының Дәүләкән районы Суйынсы ауылында тыуа[1]. 1944 йылда армияға саҡырыла, яуҙарҙа ҡатнаша, хәрби миҙалдар менән бүләкләнә. Сәйәхов Ф.Л. 1948 йылда К.А. Тимирязев исемендәге Башҡорт педагогия институтын тамамлай. 1948 йылда ҡыҙыл дипломға эйә булараҡ ул институттың КПСС тарихы кафедраһына эшкә ҡалдырыла[2]. 1951 йылға тиклем һәм 1954–89 йылдарҙа шунда уҡ эшләй, 1951-54 йылдарҙа аспирантурала уҡый, уңышлы яҡлағандан һуң уға тарих фәндәре кандидаты ғилми исеме бирелә. 1958–84 йылдарҙа КПСС тарихы кафедраһын мөдире. Тарих фәндәр докторы, кафедра башында торған профессор, уның менән 26 йыл етәкселек итә. 1970 йылда Фәһим Лотфрахман улы тарих фәндәре докторы була. Шул уҡ йылда профессор итеп һайлана[2]. Фәһим Лотфрахман улы уҡытыусыларҙың квалификацияһын күтәреү һәм тарихи предметты уҡытыу кимәлен күтәреү, белем биреү сифатын яҡшыртыу, уҡытыу-методик материалдар менән тәьмин итеү һәм уҡыу процесын көйләү өсөн күп эштәр башҡара[2]. 20 тарих фәндәре кандидатын әҙерләй. Фәһим Саяхов 70-тән ашыу ғилми хеҙмәт һәм монография авторы.[2].
Фәһим Лотфрахман улы университеттың һәм республиканың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша. «Белем» йәмғиәтенең эшлекле лекторы була. Өфө предприятиеларында һәм ойошмаларында тарихи темаларға лекциялар менән йыш сығыш яһай. РСФСР-ҙың «Белем» Башҡорт республика ойошмаһы идараһы рәйесе урынбаҫары итеп һайлана, күп йылдар уның идараһы составына инә[2].
Фәнни эшмәкәрлеге
үҙгәртергәФәнни хеҙмәттәре БАССР‑ҙың сәйәси һәм социаль‑иҡтисади тарихына, историографияһына арналған.
1968 йылда А.М.Горький исемедәге Пермь дәүләт университетында «Борьба Башкирской партийной организации за осуществление ленинского плана построения социализма (1926-1937 гг.)» темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлай.[3]
“КПСС‑тың Башҡортостан ойошмаһы тарихы очерктары”н (“Очерки истории Башкирской организации КПСС”; 1973), “Башҡорт АССР‑ының совет историографияһы очерктарын (“Очерки советской историографии Башкирской АССР”; 1975) төҙөүҙә ҡатнаша. 70‑тән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- 1961 йылдың 18 сентябрендә Ф.Л. Сәйәхов юғары квалификациялы белгестәр әҙерләүҙә өлгәшкән уңыштары өсөн БАССР Юғары Советы Президиумы Почет грамотаһы менән бүләкләнә
- 1974 йылдың 8 февралендә эштәге уңыштары һәм коллективтың ижтимағи эшендә әүҙем ҡатнашҡаны өсөн һәм СССР Фәндәре академияһының 250-йыллығы менән бәйле уға СССР Фәндәр академияһы Президиумының Почет грамотаһы бирелә.
- Башҡорт АССР-ының тарих фәндәре өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн 1976 йылдың 19 ноябрендә уға атҡаҙанған эшмәкәр исеме бирелә[4].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Сәйәхов Фәһим Лотфрахман улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 Видные деятели
- ↑ Российская государственная библиотека
- ↑ День памяти семьи Саяховых 2022 йыл 8 ғинуар архивланған.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Сәйәхов Фәһим Лотфрахман улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.