Фәсхетдин

башҡорт ир-ат исеме

Фәсхетдин — башҡорт ир-ат исеме.

Фәсхетдин

Этимологияһы

үҙгәртергә

Фәсхетдин (Фәссәхетдин) исеме төрки телле халыҡтарға ислам дине менән бергә ғәрәп теле аша ингән, ғәрәпсәнән — фәсих + дин; Фәсхи — сәсән, телгә оҫта тигән мәғәнәгә эйә[1].

Билдәле кешеләр

үҙгәртергә

Саҙрыев Фәсхетдин Саҙрый улы (1922 йыл (башҡа сығанаҡ буйынса — 1920 йыл — 6 июль 1942 йыл — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, рядовой ҡыҙылармеец.

Фамилиялар

үҙгәртергә

Фәсхетдинов Ридик Әхмәт улы (16 март 1940 йыл) — баянсы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған (1989), Башҡорт АССР‑ының халыҡ (1982) артисы. Салауат Юлаев ордены кавалеры (2015).

Фәссәхетдинов Фәйзрахман Фәссәхетдин улы (19252009) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, сержант, «Батырлыҡ өсөн» миҙалына лайыҡ булған. Һөнәре — агроном.

Атаһының исеме

үҙгәртергә

Латипов Әхәт Фәсхетдин улы (рус. Латыпов Ахат Фасхутдинович) — (10 февраль 1933 йыл) — хужалыҡ эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының экология һәм тәбиғәт ресурстарын рациональ файҙаланыу буйынса комиссия ағзаһы. 1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың ун икенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында Башҡортостан Республикаһының Дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты.

Миңлебаев Ғиләжетдин Фәсхетдин улы Ғиләж Ғүмәрский (1 апрель 1890 йыл — 26 ноябрь 1967 йыл) — драматург. 1910 сы йылдарҙан үҙешмәкәр театр коллективтарын ойоштороусы. 1930—1937 йылдарҙа Башҡортостан дәүләт нәшриәтенең район-ара бүлеге мөдире. Беренсе донъя һуғышында ҡатнашыусы. Сәйәси золом ҡорбаны.

Шәйхетдинов Ғимай Фәсхетдин улы (21 июнь 1913 йыл — 6 сентябрь 1952 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, гвардия уҡсылар дивизияһы гвардия артиллерия полкының батарея командиры, гвардия өлкән лейтенанты. Башҡорт АССР-ының 2-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Советтар Союзы Геройы (1944)

Батталов Булат Фәсхетдин улы (шулай уҡ Булат Баттал булараҡ билдәле; 19 апрель 1928 йыл, — 21 июль 2011 йыл) — инженер-металлург, шағир һәм дини хеҙмәткәр. Силәбе өлкәһе башҡорт һәм татар яҙыусыларының Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге әҙәби берекмәһе ағзаһы.

Рафиҡов Зәйнетдин Фәсхетдин улы (11 март 1923 йыл — 2007 йыл) — башҡорт шағиры, публицист. Хәрби хеҙмәткәр, отставкалағы полковник. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Мәләүез районының Булат Рафиҡов исемендәге премияһы лауреаты (2002).

Зарипов Ирек Фәсхетдин улы (рус. Зарипов Ирек Фәсхетдинович; 18 ғинуар 1956 йыл — 3 сентябрь 2018 йыл — совет, партия һәм хужалыҡ эшмәкәре. Һөнәре — ветеринария табибы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2002). Башҡортостан Республикаһының беренсе саҡырылыш (1995—1999) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты.

Ғәлиев Ғатаулла Фәсхетдин улы (16 сентябрь 1861 йыл — 1939 йыл), шағир-импровизатор.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ