Латипов Әхәт Фәсхетдин улы

Латипов Әхәт Фәсхетдин улы (рус. Латыпов Ахат Фасхутдинович) — (10 февраль 1933 йыл) — хужалыҡ эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының экология һәм тәбиғәт ресурстарын рациональ файҙаланыу буйынса комиссия ағзаһы. 1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың ун икенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында Башҡортостан Республикаһының Дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты.

Биографияһы

үҙгәртергә

Әхәт Фәсхетдин улы Латипов 1933 йылдың 10 февралендә Башҡорт АССР-ының Миәкә районы Тауҡай-Гәйнә ауылында тыуған. Махсус урта белемле.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1953 йылда техник училище тамамлағандан һуң Бәләбәй быраулау контораһында быраулаусы булып башлай.

1955—1957 йылдарҙа Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә, запасҡа ҡайтарылғас, быраулаусы булып эшләүен дауам итә.

1964—1967 йылдарҙа — “Башюгнефтеразведка” тресының (Ишембай ҡалаһы) Иҫәнғол быраулау контораһында быраулаусы.

1967 −1969 йылдарҙа Һиндостан Республикаһында белгес булараҡ техник ярҙам күрһәтеү өсөн эш сәфәрендә була.

1969 йылдан — «Башнефть» берекмәһенең Бәләбәй быраулау эштәре идаралығында быраулау мастеры. [1]

1990 йылда Бәләбәй ҡалаһындағы 74-се Дала һайлау округынан Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советының халыҡ депутаты итеп һайлана, Юғары Советтың экология һәм тәбиғәт ресурстарын рациональ файҙаланыу буйынса комиссия ағзаһы. [2]

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • СССР-ҙың дәүләт премияһы
  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1982)
  • «Почет Билдәһе» ордены (1977)
  • «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы
  • Бәләбәй ҡалаһының почётлы гражданы[3]

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. // Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Т. 2. — Уфа, 2005.УДК 930 ISBN 5-8258-0204-5
  2. Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 34
  3. В Белебеевском районе отпраздновали 100-летие Республики Башкортостан

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 104

Һылтанмалар

үҙгәртергә