Фәрүәз (исем)
Фәрүәз — башҡорт ир-ат исеме. Башҡа төрки халыҡтарҙа ла Фәрүәз исеме бар. Был ир-ат исеме шулай уҡ ҡатын -ҡыҙ исеме булып та йөрөй, башлыса ҡаҙаҡтарҙа.
Этимологияһы
үҙгәртергәФәрүәз исеме башҡорт теленә фарсы теленән ингән. Осоусы, бәхетле тигәнде аңлата[1].
Билдәле кешеләр
үҙгәртергәӘхмәтханов Артур Фәрүәз улы (15 ноябрь 1962 йыл — 14 май 2019 йыл) — дәүләт эшмәкәре һәм эске хеҙмәт ветераны. 2018 йылдың 22 октябренән Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең вице-премьеры. Полиция генерал-лейтенанты. IV дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены һәм II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы кавалеры, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы.
Мырҙаҡаев Фәрүәз Ғиниәт улы (15 июнь 1935) — 13 июль 1995 йыл}) — гигиенист-токсиколог. Медицина фәндәре докторы (1974), профессор (1984). Башҡорт АССР-ның атҡаҙанған фән эшмәкәре (1986).
Мөхәмәтшин Фәрүәз Баязит улы (28 март 1949 йыл — 21 июль 2017 йыл) — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (1995). Башҡорт дәүләт филармонияһы артисы.
Урманшин Фәрүәз Фәрғәт улы (23 май 1970 йыл) — йырсы, радиотапшырыуҙар алып барыусы, театр актёры, ҡурайсы. 2006 йылдан «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы «Юлдаш» радиоһының «Яңылыҡтар» бүлеге алып барыусыһы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2021). «Урал моңо» башҡорт эстрада йырҙарын башҡарыусылар конкурсының беренсе премияһы лауреаты — 1996 йыл, «Ирәндек моңдары» башҡорт йырын башҡарыусыларның төбәк-ара конкурсының икенсе премияһы лауреаты — 1997 йыл, «Аманат-1997» башҡорт эстрада йырын башкарыусылар конкурсының беренсе премияһы лауреаты.
Рафиҡов Фәрүәз — спорт журналисы һәм Ҡурай-ТВ трансляциялары комментаторы.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәСығанаҡтар
үҙгәртергә- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Һылтанмалар
үҙгәртергәАҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |