Фәрүәз Урманшин
Фәрүәз Урманшин (23 май 1970 йыл) — йырсы, радиотапшырыуҙар алып барыусы, театр актёры, ҡурайсы. 2006 йылдан «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы «Юлдаш» радиоһының «Яңылыҡтар» бүлеге алып барыусыһы. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы (2012).
Фәрүәз Урманшин | |
![]() | |
Заты | ир-ат |
---|---|
Гражданлығы |
![]() ![]() |
Тыуған көнө | 23 май 1970 (50 йәш) |
Тыуған урыны | СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Ғафури районы, Ҡауарҙы ауыл Советы[d], Юлыҡ ауылы |
Һөнәр төрө | йырсы, алып барыусы |
Эш биреүсе | «Юлдаш» радиоһы |
Уҡыу йорто |
Өфө сәнғәт училищеһы Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
БиографияһыҮҙгәртергә
Фәрүәз Фәрғәт улы Урманшин 1970 йылдың 23 майында Башҡорт АССР-ының Ғафури районы Юлыҡ ауылында тыуған.
1985 йылда урта мәктәптең һигеҙ синыфын тамамлай һәм 1985-1989 йылдарҙа Өфө сәнғәт училищеһының ҡурай класында уҡый[1].
1993 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтының халыҡ йырҙарын башҡарыусылар бүлеген (башҡорт музыка фольклоры кафедраһы) тамамлай[1].
Үҙ аллы хеҙмәт эшмәкәрлеген 1993 йылда «Ватан» корпорацияһы ҡарамағындағы «Ватан» фольклор-эстрада төркөмөндә башлай. 1994-1995 йылдарҙа Сибай дәүләт филармонияһында йырсы-солист була, 1995 йылдан Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театрында актёр[1].
1999-2001 йылдарҙа «Башҡортостан» теле- һәм радиотапшырыуҙар компанияһы дикторы, ошо уҡ компанияла «Гәлсәр һандуғас» продюсер үҙәгендә өлкән мөхәррир, 2001-2002 йылдарҙа Башҡортостан радиоһында диктор, 2002-2005 йылдарҙа Арыҫлан Мөбәрәков исемедәге Сибай башҡорт дәүләт театрында актёр, ә 2006 йылдан — «Юлдаш» радиоһының «Яңылыҡтар» бүлегендә алып барыусы булып эшләй[1].
ҠаҙаныштарыҮҙгәртергә
Студент йылдарынан уҡ төрлө йыр конкурстарында ҡатнаша башлай. 1992 йылда башҡорт эстрада йырҙарын башҡарыусыларҙың «Урал моңо-1992», 1996 йылда башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың «Ирәндек моңдары-96», 1997 йылда башҡорт эстрада йырҙарын башҡарыусыларҙың «Аманат-1997» республика йыр бәйгеләре лауреаты була.
2012 йылда Фәрүәз Урманшинға «Башҡортостандың атҡаҙанған артисы» тигән маҡтаулы исем бирелә[2].
2019 йылда Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған «Йөрәк һүҙе» шиғри бәйгеһендә[3] «Тамашасы һөйөүе» номинацияһына лайыҡ булды[4].
Фәрүәз Урманшин 2019 йылдан — Хеҙмәт ветераны.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәреҮҙгәртергә
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2012).
- Башҡорт эстрада йырҙарын башҡарыусыларҙың «Аманат-1997» республика конкурсы лауреаты (1997).
- Башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың «Ирәндек моңдары-96» бәйгеһе лауреаты (1996).
- Башҡорт эстрада йырҙарын башҡарыусыларҙың «Урал моңо—1992» конкурсы лауреаты (1992).
- «Йөрәк һүҙе-2019» шиғри бәйгеһендә тамашасы һөйөүе номинацияһы (2019).
ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә
- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 Единый портал башкирской культуры и произведений искусства. Урманшин Фарваз Фаргатович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 22 май 2020)
- ↑ Гали Алтынбаев стал народным артистом, а Фарваз Урманшин – заслуженным артистом Башкортостана. Информационное агентство «Башинформ», 2 апреля 2012 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 22 май 2020)
- ↑ Йорэк хузе - Мустай Карим. Выпуск 63. ФАРВАЗ УРМАНШИН (Тикшерелеү көнө: 23 май 2020)
- ↑ «ЙӨРӘК ҺҮҘЕ»-2019. Состоялся финал поэтического конкурса. Сайт издания «Ветеран Башкортостана» (рус.) (Тикшерелеү көнө: 23 май 2020)
ҺылтанмаларҮҙгәртергә
- Единый портал башкирской культуры и произведений искусства. Урманшин Фарваз Фаргатович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 22 май 2020)
- Йөрәк һүҙе - Мостай Кәрим. Фәрүәз Урманшин (Тикшерелеү көнө: 23 май 2020)
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Фәрүәз Урманшинды күркәм юбилейы менән ҡотлайбыҙ! «Йәшлек» гәзите сайты, 23 май 2020 йыл (Тикшерелеү көнө: 23 май 2020)