Мөхәмәтшин Фәрүәз Баязит улы

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы

Мөхәмәтшин Фәрүәз Баязит улы (28 март 1949 йыл — 21 июль 2017 йыл) — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (1995). Башҡорт дәүләт филармонияһы артисы[1].

Мөхәмәтшин Фәрүәз Баязит улы
Титул Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы
Тыуған көнө 28 март 1949({{padleft:1949|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:28|2|0}})
Тыуған урыны Иҫәкәй
Вафат булған көнө 21 июль 2017({{padleft:2017|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:21|2|0}}) (68 йәш)
Дәүләт  Рәсәй
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Биографияһы үҙгәртергә

Фәрүәз Баязит улы Мөхәмәтшин 1949 йылдың 28 мартында Башҡорт АССР-ы Маҡар районы (хәҙер Башҡортостан Республикаһы Ишембай районы) Иҫәкәй ауылында тыуа.

1971 йылда Өфө сәнғәт училищеһын тамамлай. 1972 йылдан Башҡорт дәүләт филармонияһында эшләй. Тәүҙә хор капеллаһы артисы була. Башкорт академия капеллаһында бас-профундо партияһын башҡара. 1982 йылдан эстрада коллективында сығыш яһай башлай. 1999 йылда Башҡорт дәүләт филармонияһының баш администраторы һәм 2008 йылдан хор капеллаһы директоры. 2002 йылда Р.Ғәйзуллин етәкселегендә халыҡ инструменттары оркестр ағзаһы.

1990—1999 йылдарҙа Башҡорт дәүләт филармонияһының «Ҡыҙыҡ менән Мәҙәк» эстрада төркөмө составында сығыш яһай. Төп роль булған Мәҙәк ролен башҡарып, халыҡтың һөйөүен яулай. Ошо коллективта эшләгән осорҙа бик күп сағыу һәм онотолмаҫлыҡ сатирик образдар тыуҙыра. Яҡшыдәүләтовтың «Серле ауырыуҙар» юмористик скетчында — табип, Итбаевтың «Кис ултырыу» — әбей, Илембәтовтың «Кашпировский буйынса» интермедияһында халыҡ дауалаусыһы булып таныла.

Фәрүәз Баязит улы төрлө йәштәге тамашасылар өсөн ҡыҙыҡлы концерт-әңгәмәләр ойоштора белде. Йәш быуында сәнғәткә һөйөү тәрбиәләне. 2006 йылда Ҡазанда Беренсе Бөтә Рәсәй оркестрҙар һәм милли музыка ҡоралдары ансамблдәре конкурсында ул етәкләгән коллектив беренсе урын яуланы.[2]

Башҡортостан телевиденияһында милли юмористик жанрға нигеҙ һалыусыларҙың береһе[1].

Маҡтаулы исемдәре һәм наградалары үҙгәртергә

  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (1995 йыл);
  • Башҡортостан Республикаһының Маҡтау грамоталары (2002, 2013 йылдар);
  • БАССР Мәҙәниәт министрлығының Почет грамоталары (1975, 1986 йылдар).

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 Ишимбайская энциклопедия / гл. ред. М. Х. Гайсин. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2015. — 656 с. — ISBN 978-5-88185-2-054.
  2. https://www.bashinform.ru/

Әҙәбиәт үҙгәртергә