Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Фәй (ғәр. ‎ «ҡайтарыу»; рус. Фай) — мосолмандар тыныс юл менән башҡа дин кешеләренән алған бөтә төр һалымдар һәм бөлгөнлөккә төшкән мөлкәтте алыу.

Был термин Ҡөрьәндәге Әл-Хәшр сүрәһенең 7-се аятында барып тоташа: «мә әфә’ә Аллаһу ’әлә рәсүлиһи минһүм»[1] (« Аллаһ Үҙенең Рәсүленә ҡайтарып биргән нәмә»):

  Аллаһ һуғыштарҙан ҡайтарған табыш малы – еңелгән ҡалалар үә ауылдарҙан алынған мал Аллаһтың рәсүленә тапшырылыр һәм бирелер: Аллаһ юлына, пәйғәмбәргә, пәйғәмбәрҙең яҡындарына, йәтимдәргә, меҫкендәргә һәм малы бөткән мосафирҙарға, Хажиҙарға, Аллаһ ерҙә шулай биреләсәк урындарын күрһәтте, һеҙҙән булған байҙар үҙ-ара даулашып алып бөтөрөп, фәҡирҙәр, зәғифтәр буш ҡалмаһын өсөн. Пәйғәмбәр һеҙҙе нимәнән тыйһа – тыйылығыҙ, үә нимәне һеҙгә килтерһә – ҡабул итеп алығыҙ! Үә Аллаһуҙан ҡурҡығыҙ! Тәхҡиҡ ихтилаф ҡылыусыларға Аллаһы Тәғәләнең ғазабы ҡаты булыр.
 

Ғәрәп баҫып алыуҙары осоронда фәй тип һуғыш яланында баҫып алынған табышты атағандар (мәҫәлән, Ктесифонда сәсәниҙәр батшаларының һәм аҡһөйәктәренең ташлап ҡалдырылған байлығы). Фәйҙән хәмес алынған, ә ҡалған өлөшө яугирҙар араһында бүленгән[2].

Әһәмиәте

үҙгәртергә

Эш хаҡы индерелгәндән һәм һалымдарҙы даими йыйғандан һуң хәл үҙгәрә. VIII быуат аҙағында уҡ ислам дине белгестәре фәй артында тәү сиратта башҡа диндәгеләрҙән алынған һалымды аңлай (жизйә, хараж), улар менән, зәкәттән һәм хәмстән айырмалы рәүештә, бөтә мосолмандар ҙа файҙаланыу хоҡуғына эйә тип ҡарала. Әл-Мәүәрди һәм Әл-Ғазали кеүек ислам ғалимдары фәйҙән хәмс алынырға тейеш, тип һанағандар, шул уҡ ваҡытта хараждан йәки жизйәнән хәмс түләнмәй. Теоретиктар булдырған фәй төшөнсәһе жизйә һәм хараж йыйыу өсөн фискаль йәһәттән әһәмиәткә эйә булмай[2].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  • Большаков О. Г. Фай // Ислам: энциклопедический словарь / Отв. ред. С. М. Прозоров. — М. : Наука, ГРВЛ, 1991. — С. 248. — 315 с. — 50 000 экз. — ISBN 5-02-016941-2.
  • Али-заде, А. А. [811 Фей] // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8  (рус.).
  • Fayʾ / Løkkegaard, F. // Encyclopaedia of Islam. 2 ed. — Leiden : E. J. Brill, 1960—2005. (түләүле)