Фёдоровка заказнигы
Фёдоровка заказнигы (рус. "Фёдоровский", заказник) — төбәк әһәмиәтендәге зоологик тәбиғәт ҡурсаулығы. Һунар кәсебе һәм һирәк осраған хайуандар популяцияһын тергеҙеү маҡсатында ойошторола (1989).
Фёдоровка заказнигы | |
---|---|
урыҫ "Фёдоровский", заказник | |
Төп мәғлүмәт | |
Майҙаны | 1709,0 гектар |
Нигеҙләнгән ваҡыты | 20 июль 1989 йыл |
Идара итеүсе ойошма | Башҡортостан Республикаһының айырыуса һаҡланған тәбиғәт территориялары Дирекцияһы |
Урынлашыуы | |
53°10′43″ с. ш. 55°11′09″ в. д.HGЯO | |
Тәбиғәт үҙенсәлектәре
үҙгәртергәФёдоровка районы Фёдоровка ауылынан көньяҡ-көнсығышта 5 саҡрым алыҫлыҡта Ашҡаҙар йылғаһы бассейыны биләмәһендә урынлашҡан тәбиғәт ҡомартҡыһы. Дөйөм майҙаны — 1,7 мең гектар, 99,8%-ын урман ҡаплаған. Рельефы тигеҙлектәрҙән, һөҙәк убаларҙан тора. Миләш, муйыл, балан, сөйәлле зелпе, ҡурай еләге, гөлйемеш һәм башҡа ваҡ ағаслыҡтарҙан торған ҡатнаш киң япраҡлы имән һәм йүкә урмандары, ҡырҡындыларҙа уҫаҡлыҡтар таралған[1].
Ҡурсаулыҡта 50-гә яҡын имеҙеүселәр һәм 120 төр ҡоштар осрай, шуларҙың 23-ө — һунар фаунаһы вәкилдәре.
Йәнлектәрҙән: аҡ ҡуян, бурһыҡ, йылға ҡондоҙо, ҡабан, ҡоралай, мышы, төлкө, үрғуяны, һеләүһен, урман эте, аҫ, бурһыҡ йәшәй.
Ҡоштарҙан: ҡор ҡарсығаһы, ағуна, һаҙ турғайы, сәүкә, ҡоҙғон һ.б.;
Ҡолаҡлы терпе, ялман, һоро ағуна, аполлон, махаон Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабына индерелгән[2].
Заказник хужалыҡ, фәнни һәм мәҙәни әһәмиәткә эйә.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Башҡорт энциклопедияһы /Фёдоровка заказнигы
- ↑ / ООПТ Федоровский-0 2023 йыл 20 ғинуар архивланған.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Фёдоровка заказнигы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 20 ғинуар 2023)
- ООПТ Фёдоровский 2023 йыл 20 ғинуар архивланған.
- Федоровский 0/ . — «Рәсәйҙең махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре» мәғлүмәт-аналитика сайты мәғлүмәте: (ИАС «ООПТ РФ») (рус.).