Унлар

(Ун (ҡәбилә) битенән йүнәлтелде)

Унлар (ун, һыу-ун, һунарсы) — башҡорт ҡәбиләһе.

Унлар
Файл:Тамги унларцев.png
Тамғалары
Һаны һәм йәшәгән урыны

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Тел

башҡорт (төньяҡ-көнбайыш диалект)

Дин

ислам

Телдәре башҡорт теле төньяҡ-көнбайыш диалектының ҡариҙел һөйләшенә ҡарай[2].

Ырыу составы

үҙгәртергә
  • байҡы
  • ҡыр-ун
  • һыу-ун
  • ун

Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылғандан һуң, ҡәбиләнең ерҙәре Ҡыр-Унлар, Унлар улусын барлыҡҡа килтерә, был улус Себер һәм Уҫы даруғалары составында теркәлгән. Һуңыраҡ Унлар ҡәбиләһенең ерҙәре Ырымбур губернаһының Бөрө өйәҙе составына керә, ә 1865 йылда был өйәҙ Өфө губернаһына инә. 1798—1854 йылдарҙа, Башҡортостанда идара итеүҙең кантон системаһы осоронда — 5-се (артабан 10-сы, 11-се) башҡорт кантондарына ҡарай[1]. Көнсығышта — дыуан һәм мырҙалар, төньяҡта — танып һәм балыҡсы, көнбайышта — таҙлар, көньяҡта — көҙәй, йәлдәк һәм ҡаңлы ҡәбиләләре уларға күрше була[3].

Хәҙерге ваҡытта унлар ҡәбиләһе вәкилдәре Башҡортостандың Асҡын, Балтас, Борай, Ҡариҙел һәм Мишкә райондарында йәшәй[1][4].

Урынлашыуы

үҙгәртергә
Тораҡ пункттар[5][4]
РФ субъекты Район Тораҡ пункттар
Башҡортостан Асҡын районы Упҡанкүл
Борай районы Баҡалы (Имәнкүпер), Дауытлар, Иҫке Киҙгән, Иҫке Ҡарағош, Кәшкәләү, Яңы Киҙгән, Яңы Ҡарағош
Ҡариҙел районы Абдулла, Дүртөйлө, Иҫке Аҡбүләк, Йәнсәйет (Иҫке Йәнсәйет), Кантон, Кеҙесе, Ҡараяр, Малик, Маты, Тигермән, Туйыш, Хәлил, Шамрат, Юлдаш, Яҡуп, Яңы Аҡбүләк, Яңы Бәрҙәш, Яңы Йәнсәйет

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Видеояҙмалар

үҙгәртергә