Яңы Аҡбүләк (рус. Новый Акбуляк) — Башҡортостандың Ҡариҙел районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 278 кеше[1]. Почта индексы — 452369, ОКАТО коды — 80234872003.

Ауыл
Яңы Аҡбүләк
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Ҡариҙел районы

Координаталар

55°54′10″ с. ш. 56°43′24″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 234 872 003

ОКТМО коды

80 634 472 111

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Яңы Аҡбүләк (Рәсәй)
Яңы Аҡбүләк
Яңы Аҡбүләк
Яңы Аҡбүләк (Башҡортостан Республикаһы)
Яңы Аҡбүләк


Халыҡ һаны

үҙгәртергә
Милли составы

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) буйынса, өҫтөнлөк иткән милләт — башҡорттар (94 %)

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1816 йыл 100
1834 йыл 180
1870 йыл 243
1896 йыл 372
1902 йыл 240
1906 йыл 365
1920 йыл 26 август 402
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 377
1959 йыл 15 ғинуар 353
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 339
2002 йыл 9 октябрь 291
2010 йыл 14 октябрь 278 131 147 47,1 52,9

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны

үҙгәртергә
  • Район үҙәгенә тиклем (Ҡариҙел): 20 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Иҫке Аҡбүләк): 2 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Щучье Озеро): 73 км

1795 йылға тиклем Иҫке һәм Яңы Аҡбүләк ауылдары билдәле була, уларҙа 26 йорт һәм 128 кеше иҫәпкә алына. Һуңынан улар һәр береһе айырым иҫәпкә алынған.

1859 йылда Яңы Аҡбүләктә 220 кеше менән 21 ихата була. Ауыл атамаһы антропонимдан. Аҡбүләктең улдарының исемдәре билдәле — Сәйет, Йонос, Монасип. 1834 йылғы ревизияла Монасип Аҡбүләковтың улдарын һанап үтелә: Насибулла, Асадулла, Әмәкәс, Хисмәтулла, уларға ул саҡта 48-55 йәш булған.

Аҡбүләкте аҫаба башҡорт Әзмәй Балтин исеме менән дә атағандар.

Игенселек уларҙың тормошона үтеп инә башлай ғына. 1842 йылда ауылда 177 бот ужым һәм 248 бот яҙғы иген сәселгән. 89 ат, 109 һарыҡ, 20 кәзә тотҡандар. Айырым хужаларҙың 15 умартаһы һәм 10 солоғо булған. Урман кәсептәре менән шөғөлләнгәндәр. 1842 йылда мәсет һәм улар ҡарамағындағы мәктәп була; 1891 йылда мәсет бинаһы яңыртыла[2].

  • 1 Май (урамы) — (рус. 1 Мая (улица))
  • Ғәбдинуров (урамы) — (рус. Габдинурова (улица))
  • Туғай (урамы) — (рус. Луговая (улица))
  • Яр (урамы) — (рус. Набережная (улица))
  • Мал ҡәберлеге (биләмә) — (рус. Скотомогильник (территория))[3]

Матбуғатта

үҙгәртергә

Видеояҙмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә