Хәлил (Ҡариҙел районы)
Хәлил (рус. Халилово) — Башҡортостандың Ҡариҙел районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 224 кеше[1]. Почта индексы — 452369, ОКАТО коды — 80234872005.
Ауыл | |
Хәлил | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Координаталар | |
Сәғәт бүлкәте | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Халыҡ һаны
үҙгәртергә- Милли составы
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) буйынса, өҫтөнлөк иткән милләт — башҡорттар (96 %)
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | 499 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 254 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 256 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 227 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 221 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 224 | 105 | 119 | 46,9 | 53,1 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Географик урыны
үҙгәртергә- Район үҙәгенә тиклем (Ҡариҙел): 21 км
- Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Иҫке Аҡбүләк): 3 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Щучье Озеро): 72 км
Тарихы
үҙгәртергәХәлил ауылы — Һунлар башҡорттары торамаһы, унда Яҡуп Чинмырзиндың улы, Һунлар улусы старшинаһы Хәлил Яҡупов төпләнгән.
Икенсе яҙманан күренеүенсә, 1765 йылғы Хәлил Яҡупов Һыу-Танып волосын да етәкләгән.
Пугачев хәрәкәте йылдарында Хәлил Яҡупов Ҡолой Балтасов менән ихтилалға ҡаршы яҡта була. Өфө эргәһендәге Чесноковка лагерында уны баш күтәреүселәр тотҡан һәм язалап үлтергән.
1795 йылда — 86, 1834 йылда — 231, 1859 йылда — 346, 1870 йылда — 368, 1896 йылда — 360, 1906 йылда — 428, 1920 йылда 499 башҡорт теркәлгән. 1795 йылда — 15, 1920 йылда 100 йорт иҫәпләнгән. 1834 йылғы 8-се ревизия 7 кешеһе менән Хәлил утарын иҫәпкә алған.
Зауряд-яҫауыл Сәйфелмөлөк Балтин 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Ауыл халҡы игенселек (1842 йылда 480 бот ужым һәм 720 бот яҙғы иген сәскән, 2 һыу тирмәне булған), малсылыҡ (115 йылҡы, 117 һыйыр, 88 һарыҡ һәм 70 кәзә), умартасылыҡ (1017) менән шөғөлләнгән, умартасылыҡ һәм солоҡ менән шөғөлләнгән.
Хәлил утарҙарында йәшәүселәр 72 бот ужым һәм 120 бот яҙғы иген сәскән.
1820 йылдан мәсет була. 19 быуат аҙағында 2 бакалея кибете һәм мөгәзәй) асалар.
Православие сиркәүенең мосолмандарҙы һәм мәжүсиҙәрҙе суҡындырыу буйынса эшмәкәрлеге был яҡтарға ла барып еткән. Был ауылда йәшәгән 57 йәшлек Хөснийәр Ирғәлиндың улы Ғилмийәр Хөсниәров 1859 йылда православие динен ҡабул итә һәм 1863 йылда Петр Александров исеме менән хәрби хеҙмәткә инеү өсөн башҡорттар араһынан сығарыла[2].
Һылтанмалар
үҙгәртергәШулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәВидеояҙмалар
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Уфа, Китап, 2009. — 744 с. Страница 479. 2022 йыл 18 апрель архивланған.
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |