Төрөк-Венеция һуғыштары
Төрөк-венеция һуғыштары —XV-XVIII быуаттарҙа Ғосман империяһы һәм Венеция республикаһы араһындағы бер нисә хәрби конфликт.
Карауан юлдары аша Көнсығыш менән бәйле Мысыр менән сауҙа итеүҙе Венеция республикаһы контролдә тотҡан. Марко Полоға тиклем Көнсығышта венеция сауҙагәрҙәре булмай. XV быуат аҙағында көсәйгән Ғосман империяһы Европанан Ҡытайға һәм Һиндостанға барған саҙа юлдарын бүлеп тора[1]. Тәүҙә Венеция ғосмандарменән низағҡа инмәй ҡотола, ул ғосмандар менән сауҙа итеүгә өҫтөнлөк бирә. Мәҫәлән, 1355 йыл ул Византияны «Бей мораты һәм уның төрөктәре»нән тыш башҡа барлыҡ дошмандарҙан һаҡлау тураһында килешеү төҙөй[2].
Беренсе һуғыш (1423-1430)
үҙгәртергә1415 йыл төрөк флоты Негрепонтеға һөжүм итә. Яуап итеп Венеция Пьетро Лоредан етәкселегендә 10 галера ҡора. 27 май 1416 йылдың 27 майында</a> Галлиполи янындағы Дарданелл боғаҙында Лоредан төрөк флотын баҫып ала. 1421 йыл венециандар тарафынан Салоники буйһондоролғандан һуң , Төркиә Венецияға һуғыш иғлан итә. 1426 йылда Венеция менән Милан һуғышы республиканы ике фронтҡа һуғышырға мәжбүр итә. Һөҙөмтәлә 1430 йылда Венеция Салоникиҙы юғалта, ә инде бер йылдан, 1431 йылда, төрөктәр менән Әдирнәлә тыныслыҡ килешеүе төҙөй. Был килешеү буйынса венециандарға төрөк территорияһында ирекле йөрөү һәм сауҙа алып барыу хоҡуғы рөхсәт ителә[3][4].
1453 йылда төрөктәр Константинополде яулайҙар. Гректарға ярҙам итмәһәң, төрөктәр менән сауҙа килешеүенә ирешеү еңелерәк булыр тип, венеция уға ярҙамға килмәй. Әммә бынан һуң Венецияға 250 йылдан ашыу төрөктәр менән һуғышырға тура кил. Һөҙөмтәлә был һуғыштар арҡаһында Венецияның иҡтисады ныҡ ҡаҡшай, һәм Венеция республикаһы бөлгөнлөккә төшә.
Икенсе һуғыш (1463-1479)
үҙгәртергәТөрөктәр яулап алған Мореяны кире ҡайтарыу маҡсатында1463 йылдың 28 июлендә төрөктәр менән икенсе һуғыш башланып китә. Венеция яғында ваҡыт-ваҡыты менән Изге Тәхет сығыш яһай Һуғыш уңышһыҙ бара. 1479 йылдың 25 ғинуарында Джованни Дарио Истанбулда төрөктәр менән солох килешеүенә ҡул ҡуя. Һуғыш йомғаҡтары буйынса Венеция Негропонтты, Лемносты һәм шулай уҡ Мореялағы һәм Эпирҙағы терәк пункттарҙы юғалта. Бынан тыш, республика тарафынан төрөктәргә 100 000 дукат компенсация һәм йыл һайын төрөк территорияһында сауҙа алып барыу хоҡуғы өсөн 10 000 дукат түләргә тура килә[5][6][7].
Өсөнсө һуғыш (1499-1503)
үҙгәртергә1499 йылда төрөк солтаны БАЯЗИТ II мәмлүктәр менән һөҙөмтәһеҙ һуғышты тамамлап, Венеция менән үҙ биләмәләре араһындағы сик итеп Адриатиканы ҡуйыу маҡсатында өсөнсө төрөк-венеция һуғышын башлай. Август айында төрөктәр Ион диңгеҙенең Зонкьо мороно янында венециан флотын тар-мар итә, шунан һуң венеция власы аҫтында булған көнбайыш грек порты Лепантоны баҫып ала. 1500 йылда төрөктәр, Модон, Корон һәм Наваринды баҫып алып, ҡабаттан венециандарҙы диңгеҙҙә ҡыйраталар. 1503 йылда Венеция Папа дәүләте, Венгрия һәм Францияны союздаштар итеп ала, әммә уңышҡа өлгәшә алмай. 1503 йылда Венеция, Пелопоннестың бөтә яр буйҙарын дошманының контроленә биреп, Ғосман империяһы менән солох килешеүе төҙөй[8].
1522 йылға, Һоҡланғыс Сөләймән етәкселегендә Ғосман империяһы тулыһынса формалаша һәм Венецияны Урта диңгеҙ буйынан ҡыҫырыҡлап сығарыуын дауам итә.
Дүртенсе һуғыш (1537-1540)
үҙгәртергәТөрөктәр менән һуғышта сираттағы еңелеү арҡаһында Венеция үҙенә 300 000 дукат һәм данлыҡлы шарап килтерелгән Навплион, Монемвасия эгей колонияларынан мәхрүм ҡала.
Бишенсе һуғыш (1570-1573)
үҙгәртергә1570 йыл төрөктәр, Кипрҙы ҡамап, Кипр һуғышын башлай. Испания Папаһы Пий V ярҙамында Венеция, Генуя, Сицилия, Неаполь һәм Австрия флот төҙөйҙәр. Әммә төрөктәр 1571 йылда Кипрҙы баҫып ала. Төрөктәргә ҡаланың асҡыстарын килтергән венеция командующийы Марк Антонионы дошмандары ҡала буйлап һөйрәп йөрөйҙәр, ә һуңынан тере көйө тиреһен һыҙырып төшөрәләр. Уның менән килгән өс йөҙ кешенең башын киҫәләр[8].
Христиан донъяһы төрөк янауына иғтибар итеп, 1571 йылдың майында Римда Венеция, Испания һәм Папа өлкәһе ингән альянс төҙөй. Филипп II Испан короленең ҡустыһы Дон Хуан Австрийский дөйөм командованиеһы аҫтында 1571 йылдың 7 октябрендә Лепанто порты янындағы Коринф ҡултығында христиан һәм төрөк эскадралары килеп бәрелешә. Венеция флоты менән Себастьяно Веньеркомандалыҡ итә. Лепанто эргәһендәге христиан флоты 207 галера, 6 галеас һәм башҡа 30 караптан тора. Уларҙа 740 пушка һәм 84 420 кеше булған[9]. Төрөктәрҙең 242 карабы була, улар һалдаттар һанында өҫтөнлөккә эйә була, артиллерияла - христиандар. Алыш бер үк ваҡытта өс фронтта 12 сәғәт тирәһендә башлана. Һөҙөмтәлә төрөктәр 30 000 кешеһен юғалтып, еңелә, тағы ла 8000 әсирлеккә эләгә. Христиандар 8000 кешеһен юғалта. 113 төрөк галераһы һыуға батырыла һәм 117 галераһы баҫып алына, шул уҡ ваҡытта христиандар 12 галераһын ғына юғалта[8][10]. Был еңеү Европаға ныҡ тәьҫир итә һәм быға тиклем еңелмәгән төрөктәрҙе еңеп була икәнлекте күрһәтә.
Әммә 1572 йылдың май айында Папа Пий V вафат була һәм христиан альянсы тарҡала, ә төрөктәр яңы флот төҙөй. Союздаштары тарафынан ташланған Венеция төрөктәр тәҡдим иткән тыныслыҡ шарттарын ҡабул итергә мәжбүр була. 1573 йылдың 3 марттыныслыҡ килешеүе шарттары буйынса Венеция Кипрға дәғүәләренән баш тарта һәм өс йыл дауамында солтанға 300 мең дукат түләргә йөкләмә ала[11]. Венециялағы төрөк илсеһе Лепанто янындағы алышты былай тип ҡылыҡһырлай:
«Һеҙҙең еңелеүегеҙ менән беҙҙеке араһында тәрән айырма бар. Кипрҙы һеҙҙән алыҫта баҫып алып, беҙ һеҙгә ҡулдарығыҙҙы киҫәбеҙ. Беҙҙең флотты еңеп, һеҙ беҙҙең һаҡалды ҡыраһығыҙ. Ҡырҡылған ҡул бер ҡасан да үҫмәйәсәк, ә яңы һаҡал тағы ла ҡуйыраҡ буласаҡ»[12].
Алтынсы һуғыш (1645-1669)
үҙгәртергәКипр һуғышында еңелгәндән Һуң Венеция Ғосман империяһы менән яҡшы мөнәсәбәттәр булдырырға тырыша. Әммә 1644 йылдың октябре башында Изге Иоанн ордены рыцарҙары бортында солтан хәрәменең элекке баш ҡара евнухы Сөнбүл-аға, Мәккә ҡаҙыйы, солтан хәрәменән 30-ға яҡын ҡатын-ҡыҙ һәм башҡа юғары вазифа биләгән ғибәҙәт ҡылыусылар булған төрөк карабын баҫып алалар. Ғосмандар, судноның яҙмышы тураһында белеп ҡалғас, үс алырға ҡарар итә. Шулай итеп Крит һуғышы башлана .
1648 йыл төрөктәр Критты ҡамай һәм 25 йыл буйына уның баш ҡалаһы Кандияныҡамауҙа тота. Еңелеүҙең ҡотолғоһоҙ булыуын аңлап, үлсәгестә венеция колонияһының киләсәге генә түгел, бөтә христиан донъяһының именлеге лә ята тип, Венеция, ярҙам һорап, бөтә христиан илдәренә мөрәжәғәт итә: Критты юғалтыу Урта Диңгеҙҙең яртыһын юғалтыуҙы аңлата. Әммә Венецияның был мөрәжәғәте файҙаһыҙ була. Һөҙөмтәлә Венеция бары тик 1669 йылда Кандияның ҡолатылыуы алдынан ғына ярҙам ала, ләкин был ярҙам ҡамауҙа ҡалғандарға ярҙам итә алмай. Венеция флоты командующийы Франческо Морозини бары тик капитуляцияға алмашҡа ғына ҡалала тере ҡалған һаҡсыларҙы Кандиянан алып сыға[13][14]. Был һуғыш сығымы Венецияла яҡынса 150 миллион дукатҡа тиң. Венеция диалектында «esser incandio» (Кандияла булыу) һүҙе барлыҡҡа килә, ул өмөтһөҙлөк дәрәжәһен йәки бөлөүҙе аңлата[15].
Етенсе һуғыш (1684-1699)
үҙгәртергә1684 йылдың 19 ғинуарында Венеция республикаһы император Леопольд I-гә Бөйөк Төрөк һуғышында (1683—1699) ярҙам итеү өсөн Папа Иннокентий XI нигеҙ һалған Изге лигаға инә. Венецияның Морея һуғышы шулай башлана. 1684 йылдың июлендә Франческо Морозини Изге лига флотын етәкләй һәм Санта-Маура утрауы менән материктағы Превеза ҡәлғәһен баҫып ала. Йәй көнө 1685 йылда Изге лига ғәскәрҙәре Венецияның элекке Коронды һәм Мореяның күп өлөшөн баҫып ала.1687 йылда Лепанто, Патры, Коринф һәм Афина баҫып алына, атыу ваҡытында төрөктәр дары келәте итеп тотонған Парфенон шартлатыла. 1688 йылда Морозини ситтән тороп дож итеп һайлана ямғыр менән һәм баҫып алыуҙарын 1694 йылдың ғинуарында вафат булғансы дауам итә. Венециандар ғосман флотын Митилини янында тар-мар итә, Монемвазия, Авлон, Саламин, Гидра һәм Спецты баҫып ала. 1694 йылдың сентябрендә яңы венеция баш командующийы Антонио Дзено Хиос утрауын баҫып ала, әммә 1695 йылдың февралендә төрөктәр венециандарҙы диңгеҙҙә аяуһыҙ еңә һәм еңелгән венециандар утрауҙы ташлап китә. Хиосты юғалтҡандан һуң, Дзено үҙ вазифаһынан бушатыла, ҡулға алына һәм ике йылдан төрмәлә вафат була. Артабан венециандар төрөктәрҙе Арголиндаға төшөрөргә ҡамасаулай һәм диңгеҙҙә бер нисә еңеү яулай. Шул уҡ ваҡытта Император Леопольд I, испан мираҫы өсөн көрәштә ирек алыу өсөн, Ғосман империяһы менән солох төҙөргә ҡарар итә. Карловица солохо буйынса 1699 йылда Венеция, үҙендә Пелопоннесты һаҡлап ҡала алһа ла, төрөктәргә Аттиканы кире ҡайтарырға тура килә. Венецияға Мореяны (Пелопоннес) ҡайтарыу мөмкинлеге биргән төрөктәр менән көрәштәге ваҡытлы уңыштар дөйөм хәлде ҡырҡа үҙгәртмәй[16].
Һигеҙенсе һуғыш (1714-1718)
үҙгәртергә1714 йылдың 9 декабрендә Төркиә Венецияға һуғыш иғлан итә. Шулай итеп төрөк-венеция һуғыштарының һуңғыһы булған Икенсе Морея һуғышы башланып китә. Венеция ярҙам һорап европа державаларына мөрәжәғәт итә, әммә Папанан, Тоскана Һәм Мальта орденының Бөйөк герцогынан ғына бер тиҫтәгә яҡын галераны ғына ала. 1715 йыл төрөктәр ике ай эсендә ҡабаттан Пелопоннесты яулайҙар. Ә бына Далмацияла венециандар урындағы ҡалалар ополчениеһы һәм морлахтар ярҙамында төрөктәрҙең һөжүмен кире ҡаға алалар. 1716 йыл венецияның хәле яҡшыра: әгәр Ион утрауҙары һәм Далмацияны төрөктәр тарафынан баҫып алынһа, Хорватия һәм Италиялағы (Неаполь) биләмәләрен төрөктәр баҫып алыуҙан ҡурҡҡан Австрия, Венецияға ярҙамға килә. 5 августа данлыҡлы полководец принц Евгений Савойский бөйөк вәзирҙең армияһын Петервардейнда ҡыйрата. Австриялылар һәм венециандар бергәләшеп шул уҡ 1716 йылдың йәйендә төрөктәргә Петервардейнды баҫып алырға мөмкинлек бирмәй, Эпир яр буйындағы Санта-Мавра һәм Бутринти ҡалаларын испан флоты булышлығында, бер ниндәй ҙә ҡаршылыҡ осратмайынса ғына, үҙҙәре баҫып ала[17]. 1717 йылда венециандар, төрөктәрҙе Имброс утрауы янында ҡыйратып, диңгеҙҙә уңышлы һуғыша [17] һәм тигеҙ иҫәпкә Чериго утрау янындағы алышты тамамлай. Ҡоро ерҙә, элеккесә австриялылар менән бергә эшләп, венециандар октябрҙә Превезаны һәм Воницаны яулай [18].
Испан короле Филиппом V Бурбонға (1718—1720) ҡаршы һуғыш башларға ниәтле австриялылар венециандарҙың төрөктәргә ҡаршы һуғышын тиҙерәк тамамларға тырышалар.Улар 1718 йылдың майында Пассаровицала (Пожаревац) Англия һәм Голландия ҡатнашлығында төрөктәр һәм венециандар араһында тыныслыҡ килешеүе тураһында һүҙ алып. Был һөйләшеүҙәрҙә Венеция уполномоченныйы Карло Руцциниҙың республикаға Мореяны, Суды һәм Спиналонгиҙы йәки һуңғы сиктә Венецияның Албаниялағы биләмәләрен Скутариҙан һәм Дульчиньонан көньяҡҡа табаныраҡ киңәйтергә кәрәк тип тырышыуы һөҙөмтәһеҙ ҡала. 21 июлдә солох төҙөлә. Венеция һуғыш барышында Далмация, Герцеговина һәм Албанияның баҫып алған ҡалаларын һәм Бутринто, Превеза менән Воницаға ғына эйә булып ҡала. Бынан тыш, төрөктәр республикаға Чериго утрауын кире ҡайтара, Шулай итеп, Венецияны бөтөнләйгә Эгей диңгеҙенән ҡыҫып сығаралар. Пассаровица солох килешеүенә ҡул ҡуйыр алдынан ике яҡта һуғыш барышында ныҡ хәлһеҙләнгән була һәм бер-береһенәң мәнфәғәттәренә бер ниндәй ҙә ҡурҡыныс менән янамай[19][20]. 1718 йылда билдәләнгән сик Венеция республикаһының аҙағына һәм икенсе француз коалицияһының һуғышына тиклем үҙгәртелмәй тора.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Тойнби, 1996, с. 545
- ↑ Кинросс, 2005, с. 64
- ↑ Кинросс, 2005, с. 95
- ↑ Оке, 2006, с. 114
- ↑ Оке, 2006, с. 115—116
- ↑ Делюмо, 2006, с. 22, 27
- ↑ Кинросс, 2005, с. 149—150
- ↑ 8,0 8,1 8,2 Бек, 2002, с. 102
- ↑ Делюмо, 2006, с. 277—278
- ↑ Кинросс, 2005, с. 288—294
- ↑ Бек, 2002, с. 103
- ↑ Кинросс, 2005, с. 293—294
- ↑ Бек, 2002, с. 123—124
- ↑ Гаррет, 2007, с. 68—69
- ↑ Zwingle, 2002
- ↑ Бек, 2002, с. 124
- ↑ 17,0 17,1 Galibert, 1854
- ↑ Amy A. Bernardy. L'Ultima guerra turco-veneziana (MDCCXIV-MDCCXVIII). — Firenze: tip. G. Civelli, 1902. — P. 49. — 105 p.
- ↑ Бек, 2002
- ↑ Гаррет, 2007
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Léon Galibert. Histoire de la république de Venise. — Paris: Furne, 1854. — 598 p.
- Оке, Жан-Клод. Средневековая Венеция = Jean-Claude Hocquet. Venice au Moyen Âge. — 1 изд. — М.: Вече, 2006. — 384 с. — ISBN 5-9533-1622-4.
- Бек, Христиан Даниель. История Венеции = Cristian Bec. Historie de Venice. — 1-е изд. — М.: Весь мир, 2002. — 192 с. — ISBN 5-7777-0214-7.
- Гаррет, Мартин. Венеция: история города = Garrett, Martin. Venice: a Cultural and Literary Companion. — 1 изд. — М.: Эксмо, 2007. — ISBN 978-5-699-20921-7.
- Делюмо, Жан. Цивилизация возрождения = Jean Delumeau. Le civilisation de la renaissance. — 1-е изд. — Екатеринбург: У-Фактория, 2006. — 720 с. — ISBN 5-9757-0091-4.
- Тойнби, Арнольд Джозеф. Постижение истории = A.J.Toynbee. A Study Of History. — 1-е изд. — Москва: Прогресс, 1996. — 608 с. — ISBN 5-01-004397-1.
- Лорд Кинросс. Расцвет и упадок Османской империи = Lord Kinross. The Ottoman Centuries. The Rise and Fall of the Turkish Empire. — 1-е изд. — Москва: Крон-пресс, 2005. — 696 с. — ISBN 5-232-00732-7.
- Zwingle, Erla. Venedig. — National Geographic De, 2002. — ISBN 3934385613.