Герцеговина (өлкә)

Герцегови́на (хорв. Hercegovina Hercegovina; сер. Херцеговина Херцеговина) — Босния һәм Герцеговинаның көньяғында хәҙерге тарихи өлкә.

     Современная Герцеговина в составе Боснии и Герцеговины

1860—1913 йылдарға тиклем «Иҫке Герцеговина»ға Черногорияның һәм Сербияның көнбайыш ерҙәре лә ингән була. Хәҙерге Герцеговинаның халҡы ныҡ буталған, төп этник төркөмдәре: хорваттар, боснактар һәм сербтар. Административ яҡтан территорияһының 49 проценты Серб Республикаһына инә. Төп ҡалалары: көнбайыш Герцеговинала — Мостар һәм көнсығышта — Требине.

 Герцеговинаның атамаһы herceg — «воевода» тигән венгр һүҙенән килеп сыҡҡан[1]. Тарихи яҡтан боснак феодалы Степан Вукчич менән бәйле, ул 1448 йылда Изге Савваның воеводаһы йәки герцогы дәрәжәһен ала[2], шунлыҡтан уның Урта быуаттарҙа Хум өлкәһен тәшкил иткән биләмәләре һуңынан Герцеговина тип атала башлай[3]. Төрөк хакимлығы дәүерендә атама  Хум ерҙәрендә барлыҡҡа килгән Герцеговина санжагы атамаһында нығына (төр. Hersek Sancağı)[4].

Урта быуаттар башында Герцеговина бик күп бойондороҡһоҙ кенәзлектәргә бүленгән була. Төньяҡ Герцеговинаға (тарихи Хум Аръяғы һәм Травуния өлкәләре) Неманичтар ырыуына ҡараған Сербия хакимдары хужа була. Көньяҡ Герцеговина Хорватия Короллегенә ҡарай һәм был Короллек 1102 йылда Венгрия менән берләшкәнгә тиклем уның буйһоноуында тора. Һуңынан был территориялар Босния дәүләтенә инә. XIV быуаттың икенсе яртыһында Твртко I хакимлыҡ иткәндә дәүләт сәскә ата. 1370 йылда хаким Босния сиктәрен хәҙерге Босния һәм Герцеговина территорияларына тиң итеп киңәйтә, Венгрия һәм Дубровница республикаһы менән союз төҙөй. 1377 йылдан Твртко I шулай уҡ Сербияның короле була, ә 1390 йылда Иллирия менән Адриатик диңгеҙ утрауҙарын баҫып алғандан һуң Хорватия һәм Далмацияның да короле була. Был ваҡытта Босния Балканда төбәктең мөһабәт державаһына әүерелә, йоғонто яһау көсө буйынса тик Венгрия менән Ғосман империяһынан ғына ҡалыша.

Твртко вафат булып, Босния көсһөҙләнгәндән һуң, Хум Аръяғына Косач династияһы кенәздәре Сандаль Хранич менән уның кесе ҡәрҙәше Стефан Вукшич идара итә. 1448 йылдың 20 ғинуарында Стефан Изге Рим империяһы императоры Фридрих III-гә хат ебәрә, унда үҙен «герцог» тип атай, ошонан һуң «Герцеговина» тигән атама барлыҡҡа килә.
 
Герцеговина санжагы

1482 йылда герцог Стефан вариҫтарының ерҙәрен Ғосман империяһы баҫып ала. Герцеговина ғосмандарҙың Босния вилайәте составындағы санжак (округ) статусын ала.

18331851 йылдарҙа Герцеговина айырым вилайәт була, шунан Босния һәм Герцеговина вилайәттәре берләштерелә, 1853 йылдан һуң «Босния һәм Герцеговина» атамаһы дөйөм ҡулланылышҡа инә. XIX быуаттың уртаһында Герцеговинаны бойондороҡһоҙ Черногория тартып алырға тырыша. Босния менән Герцеговинаның славян халҡы төрөктәргә ҡаршы ихтилалдар күтәреп тора, 18751876 йылдарҙағыһы иң көслөһө була. 1878 йылға тиклем Черногория Герцеговинаның бер өлөшөн (Никшичты ла индереп) аннексиялауға өлгәшә.

 
"Иҫке Герцеговина"ның өлөштәре:
     Западная      Восточная      Черногорская      Сербска

1878 йылда Босния менән Герцеговинаны Австро-Венгрия оккупациялай. 1908 йылда өлкә формаль аннексиялана. Эрцгерцог Франц-Фердинандты Боснияның баш ҡалаһы Сараевола үлтереү Беренсе донъя һуғышы башланыуға һылтау була; сербтарҙың Босния һәм Герцеговинала австиялыларҙың уларҙы күсереү сәйәсәте менән ризаһыҙлығы үлтереүҙең сәбәбе була. Беренсе донъя һуғышынан һәм Австро-Венгрия империяһы тарҡалғандан һуң Босния менән Герцеговина Югославия Короллеге составына инә.

Икенсе донъя һуғышы барғанда, 19411945 йылдарҙа, Герцеговина Германия яҡлы Хорватия Бойондороҡһоҙ дәүләте составында була, шул уҡ ваҡытта уның территорияһының ҙур өлөшө партизан подразделениелары, усташтар һәм четниктар контроле аҫтында була. Һуғыштан һуң Босния һәм Герцеговина социалистик Югославия составындағы берҙәм республикаға әйләнә.

1992 йылда, Югославия тарҡалғанда, Босния менән Герцеговинаның бойондороҡһоҙлоғо иғлан ителә. Босниялы сербтарҙың күбеһе был ҡарарҙы хупламаны һәм улар контроллегендә булған территорияларҙа Серб Республикаһы иғлан ителде. Бынан һуң башланған граждандар һуғышы һәм конфликтта ҡатнашҡан яҡтарҙың һәммәһе алып барған этник таҙартыуҙар 1995 йылда Дейтон килешеүен төҙөү менән тамамлана, уға ярашлы Босния һәм Герцеговина тиң хоҡуҡлы ике дәүләт берәмегенән тора: Босния һәм Герцеговина Федерацияһы һәм Серб Республикаһы.

Географик урыны

үҙгәртергә
 
Неретва йылғаһындағы Мостар күпере

Хәҙерге Босния һәм Герцеговина дәүләтенең бер өлөшө булып торған Герцеговинаның майҙаны — 11,4 мең км² самаһы, йәғни Босния һәм Герцеговина территорияһының 20 проценты. Ҡалған 80 процентын төньяҡҡа ҡарай урынлашҡан Босния биләй. Босния менән Герцеговина араһында сик рәсмиләштерелмәгән, ләкин уны ғәҙәттә  Иван-Планина буйлап үткәрәләр. Географик яҡтан Үрге һәм Түбәнге Герцеговинаға бүленә. 

Ике өлкә  лә Урта быуаттарҙан башлап бер-береһе менән тығыҙ бәйләнгән, һәм йыш ҡына  Босния атамаһы   Босния менән Герцеговинаны бергә күҙҙә тотоп ҡулланыла. Босния һәм Герцеговина атамаһы Ғосман идараһы ахырында барлыҡҡа килә.

«Герцеговина» атамаһы «Герцог ере» тигәнде аңлата һәм герцог титулын йөрөткән (1448) һәм хәҙерге Герцеговинаға ҡараған ерҙәрҙе үҙ идараһы аҫтына берләштергән Стефан Вукшич Косача хөрмәтенә бирелгән.   Герцеговина төньяҡта — Босния, көнсығышта — Черногория, көнбайышта — Хорватия, көньяҡта  Хорватияның ярымэксклавы (Дубровник) менән сиктәш, шулай уҡ Неум ҡасабаһы эргәһендә 8 километр оҙонлоғонда Адриатик диңгеҙгә  сығымы бар.

 
Этник состав (1991)

Халҡының статистикаһы Босния һәм Герцеговинала  граждандар һуғышы барғанда, моғайын, һиҙелерлек үҙгәргәндер. Халыҡ иҫәбен алыуҙың һуңғыһы һуғышҡа тиклем, 1991 йылда, үткәрелгән һәм уның һөҙөмтәләре буйынса Герцеговина халҡы 437 095 кеше тәшкил иткән. Герцеговина хорваттары Хорватия менән сиктә, шулай уҡ Мостар һәм Томиславградта йәшәй. Мосолман халҡы әүәлдән Неретва үҙәнендә төйәкләнгән. Герцеговинаның көнсығышында һәм уның Требинелағы үҙәгендә сербтар йәшәй, был төбәк  Серб Республикаһына инә. 

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Страны мира: полный универсальный информационный справочник. — М.: ОЛМА Медиа Групп, 2005. — С. 32.
  2. Пуришев, Б. И. Хрестоматия по зарубежной литературе. — 1962. — С. 542.
  3. История Югославии, 1963, с. 135135
  4. Писарев, Ю. А. Освободительная борьба народов Боснии и Герцеговины и Россия: документы. 1865—1875. — Наука, 1988. — С. 193.