Әнеү (рус. Аннау, Анау, төркм. Änew) — Төркмәнстандың Аҡ-Бойҙай әтрабы (төркм. Akbugdaý etrabyАһал вилайәтендә урынлашҡан ҡала.Ашхабадтан 8 км алыҫлыҡта, М37 автотрассаһы менән бәйле.

Әнеү
төркм. Änew
Рәсем
Рәсми атамаһы Änew
Дәүләт  Төркмәнстан
Административ үҙәге Аһал вилайәте
Административ-территориаль берәмек Аһал вилайәте һәм Асхабадский уезд[d]
Сәғәт бүлкәте UTC+05:00[d]
Халыҡ һаны 29 606 кеше (2009)
Карта
 Әнеү Викимилектә

 
Константин Мишин.Әнеү мәсете. 1900 йыл. Төркмәнстан һынлы сәнғәт музейы

Ҡала урынында кеше йәшәүенең беренсе эҙҙәре беҙҙең эраға тиклем V мең йыл элек булғанлығы асыҡланған. Совет осоронда 9332 кеше йәшәгән ҡала тибындағы ҡасаба булған (1989 йыл)[1] һәм ул Төркмән ССР-ы Ашхабад районының хакимиәт үҙәге булған. Ҡала статусын 2008 йылдың 3 февраленән башлап йөрөтә[2][3]

ЭтимологияҺЫ

үҙгәртергә

Әнеү атамаһының тамыры фарсы теленән тип һанала ( «әб- һәм нәү» (آب نو), «яңы һыу» тигәнде аңлата)[4].

Инфраструктураһы

үҙгәртергә
 
Әнеүҙең емерелгән диуары. Гравёр М. Рашевский. «Нива», №10, 1888

2003 йылда Әнеүҙә яңы стадион төҙөлгән[5], ә 2005 йылда «Аҡ бойҙай» («Ак бугдай») Милли бойҙай музейы асылған[6][7][8].

Археологияһы

үҙгәртергә

«Аҡ бойҙай» бойҙай музейында бик күп боронғо экспонаттар һаҡлана. Айырым алғанда,1904 йылда табылған 5000 йыл элекке бойҙай орлоғо, шулай уҡ ошолар бар:

  • уңдырышлылыҡ алиһәләре һындары (Намазга-Тепе, беҙҙең эраға тиклем IV мең йыл),
  • ҡул тирмәне таштары, уҡ башаҡтары һәм бронза бысаҡ ( беҙҙең эраға тиклем III-II мең йыл)),
  • бронза тәпке һәм таштан эшләнгән орлоҡ ваҡлағыстар ( беҙҙең эраға тиклем тиклем II мең йыл),
  • монохром һәм полихронлы рәсемдәр төшөрөлгән керамик һауыт-һаба фрагменттары,
  • кунжут бөртөктәренән май һығып сығарыу өсөн май һығып сыҡҡыс.

Сәйет Джемалетдин мәсете

үҙгәртергә

Был мәсетте халыҡ телендә «Гүзәллек йорто» тип йөрөтәләр (төркм. Seýit Jemaleddiniň metjidi ) — Әнеү ҡалаһы территорияһында, хәҙерге Әнеү ҡалаһының көнсығышында, Ашхабадтан көнсығышҡа табан 12 километр алыҫлыҡтағы мөһабәт мәсет. Урта Азияның урта быуат архитектураһы ҡомартҡыһы1446-1457 йылдарҙа (1455-1456 йылда фасадтағы яҙыу нигеҙендә) Шәйех Джелал-әд-донъя-үә-дин хөрмәтенә төҙөлгән. Мәсет порталының мозаика декорацияһы Урта Азияның мосолман архитектураһында тиңе юҡ. Портал аркаһында бер-береһенә баштарын борған ике аждаһа һүрәтләнгән. Ҡомартҡыны ҡарарға тарих һәм мәҙәниәт менән мауыҡҡан туристар йөрөй, ә Әнеү мәсетенә динлеләрҙең зыярат ҡылыу урыны булып тора[9]1948 йылда Ашхабадта ер тетрәгәндә емерелә[10].Декор фрагменттары Төркмәнстандың һынлы сәнғәт музейында һаҡлана. Реставраторҙар порталдың нигеҙен, майҙандағы кирбес юлдарҙы һәм ҡәберҙе тергеҙгән. Аждаһалы мозаика һүрәтте һәм мәсете порталының эпиграфикаһын реставрациялауҙы Һынлы сәнғәт музейы һәм Рәсем сәнғәте академияһы хеҙмәткәрҙәре 2013 йылда башҡара [11].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Демоскоп Weekly
  2. http://turkmenistan.gov.tm/_rus/2008/02/03/khalk_maslakhaty_turkmenistana_prinjal_postanovlenie_ob_izmenenii_statusa_nekotorykh_gorodov_i_poselkov_turkmenistana.html 2009 йыл 7 ғинуар архивланған. Халк Маслахаты Туркменистана принял Постановление об изменении статуса некоторых городов и поселков Туркменистана. «Туркменистан: золотой век»]
  3. Халк Маслахаты Туркменистана принял Постановление об изменении статуса некоторых городов и поселков Туркменистана
  4. STANTOURS — Turkmenistan — Ahal — Anau Mosque
  5. Футбольный чемпионат Туркменистана преодолел свой экватор
  6. Сапармурат Ниязов принял участие в открытии Национального музея пшеницы «Ак бугдай»
  7. В туркменском местечке Анау возведут уникальный музей
  8. Через год в Туркмении появится ещё один музей — белой пшеницы
  9. Байрамова, Дженнет Мухамедмурадовна. Архитектурное формирование культурно-туристических комплексов в исторической среде Туркменистана : диссертация … кандидата архитектуры : 05.23.21 / [Место защиты: Моск. архитектур. ин-т]. — М., 2017. — Т. 1. — С. 76. — 154 с.
  10. Анау / Болелов С. Б. // А — Анкетирование [Электронный ресурс]. — 2005. — С. 675. — (Большая российская энциклопедия : [в 35 т.]; vol. 2004—2017, вып. 1). — ISBN 5-85270-329-X.
  11. Соегов Мурадгелди. Страницы из ашхабадского периода жизни востоковеда А. А. Семенова - уроженца Шацкого села Польное Конобеево // Неофилология. — 2016. — № 4 (8)