Ҡорбанғоло Бирҙемөхәммәдов
Ҡорбанғоло Мәликғоло улы Бирҙемөхәммәдов (рус. Бердымухамедов Гурбангулы Мяликгулыевич, төркм. Gurbanguly Mälikgulyýewiç Berdimuhamedow; (29 июнь 1957 йыл, Төркмәнстан ССР-ы, Ашхабад өлкәһе) — Төркмәнстан сәйәсмәне һәм дәүләт эшмәкәре, 2007 йылдың 14 февраленән Төркмәнстан президенты. Иҡтисад фәндәре докторы (2010), медицина фәндәре докторы (2007), Төркмәнстан ФА академигы (2009), Төркмәнстан Ҡораллы көстәре генералы (2007). Төркмәнстан Ҡаһарманы (2011). Рәсми булмаған «Милләт лидеры», «Арҡадағ» («арҡалашусы») титулдары бар.
Биографияһы
үҙгәртергә1957 йылдың 29 июнендә Төркмәнстан ССР-ының Ашҡабад өлкәһендә ауыл мәктәбе уҡытыусыһы ғаиләһендә тыуған. 1979 йылда Төркмәнстан дәүләт медицина институтының стоматология факультетын, һуңыраҡ ошо уҡыу йортонда[4]) аспирантура тәмамлаған. Медицина фәндәре докторы (2007), профессор. Немец һәм урыҫ телдәрен камил белә.
Ҡорбанғоло Бирҙемөхәммәдовтоң сәйәси эшмәкәрлеге 1997 йылда башлана: ул Төркмәнстандың һаулыҡ һаҡлау һәм медицина сәнәғәте министры итеп тәғәйенләнә. 2001 йылдан Рәйес Ниязов ҡарамағындағы Төркмәнстан Министрҙар Кабинеты Рәйесе урынбаҫары вазифаһын башҡара. 2006 йылдың ноябрендә Минск ҡалаһында үткәрелгән БДБ саммитында Бирҙемөхәммәдов Төркмәнстан вәкиле була[5]..
Хеҙмәт юлы
үҙгәртергә- 1980 йылдан Төркмәнстанда Ашхабад өлкәһенең ауыл амбулаторияларында табиб-стоматолог булып эшләй башлай.
- 1990-1995 йылдарҙа Төркмәнстан дәүләт медицина институтында: ассистент, доцент, стоматология факультеты деканы.
- 1995-1997 йылдарҙа Төркмәнстан һаулыҡ һаҡлау һәм медицина сәнәғәте министрлығының стоматология үҙәге директоры.
- 1997-2001 йылдарҙа Төркмәнстан һаулыҡ һаҡлау һәм медицина сәнәғәте министры.
- 2001-2007 йылдарҙа Төркмәнстан Министрҙар кабинеты рәйесенең (рәйес — С. Ниязов) урынбаҫары.
- 2006 йылдың 21 декабренән 2007 йылдың 14 февраленә тиклем — Төркмәнстан президенты вазифаһын башҡарыусы.
Төркмәнстан президентын һайлауҙар
үҙгәртергә- 2007 йылдың 11 февралендә уҙған сираттан тыш Төрөкмәнстан президентын һайлауҙа, һайлаусыларҙың 89,2 % тауышын йыйып, Төрөкмәнстандың икенсе президенты итеп һайлана.
- 2012 йылдың 12 февралендә уҙған Төрөкмәнстан президентын һайлауҙа, һайлаусыларҙың 97,14 % тауышын йыйып, 7 көнәркәшен еңеп, яңы мәҙҙәткә Төркмәнстандың президенты итеп һайлана.
- 2017 йылдың 12 февралендә үткән президент һайлауының беренсе һөҙөмтәләре буйынса, һайлаусыларҙың 97,69 % тауышын йыйып, 8 көнәркәшенән алда бара.[6]
Шәхси тормошо һәм ғаиләһе
үҙгәртергәҠатыны — Өгөлгәрәк Атай ҡыҙы Бирҙемөхәммәдов. Сәрҙәр исемле улдары һәм Гөлйәхан, Гөлшан һәм Марина тигән ҡыҙҙары бар[7]
Һылтанмалар
үҙгәртергә
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Gurbanguly Mälikgulyýewiç Berdimuhamedow // Энциклопедия Брокгауз (нем.)
- ↑ Gurbanguly Berdimuhamedow // Munzinger Personen (нем.)
- ↑ http://www.newyorker.com/magazine/2007/05/28/the-golden-man
- ↑ Лента.ру сайтында
- ↑ PressReader.com - Издания со всего мира . www.pressreader.com. Дата обращения: 17 август 2019.
- ↑ На выборах президента Туркменистан лидирует Бердымухамедов. Известия, 13.02.2017
- ↑ Gundogar.org сайты, 14.11.2012 2016 йыл 7 март архивланған.