Төп халыҡтар

(Төп халыҡ битенән йүнәлтелде)

Төп халыҡтар — башҡа ерҙәрҙән күсенеүселәр килгәнгә тиклем үҙ ерҙәрендә көн күргән халыҡтар[1][2][3][4].

Төп халыҡтар
Рәсем
Ҡайҙа өйрәнелә исследования коренных народов[d]
 Төп халыҡтар Викимилектә
Европалағы төп саами халыҡ вәкиле — Кескитало Айли, 2005—2007 йылдарҙа Норвегия Саам парламенты президенты.
Һиндостандағы кхонд төп халыҡ вәкиле.
Филиппиндағы аэта (ати) төп халыҡ вәкиле. Панай утрауы.
Бенито Хуарес — Мексиканың төп халыҡ вәкилдәренән (сапотека) беренсе президенты.
Айн төп халыҡ вәкиле, яҡынса 1880 йыл.

Терминологияһы

үҙгәртергә

Халыҡ-ара ҡануниәтендә ҡайһы бер сәбәптәр арҡаһында дөйөм ҡабул ителгән төшөнсә аңлатмалары юҡ: улар төрлө раса, мәҙәниәт, тел төркөмдәре, диндәр вәкилдәре һәм бөтә кеше йәшәгән континенттарҙа йәшәйҙәр; улар социаль, иҡтисади һәм мәҙәни үҫештең төрлө этаптарында торалар. Ошо арҡала уларҙың төрлө ихтыяждары, ҡыҙыҡһыныуҙары, ынтылыштары һәм талаптары барлыҡҡа килә. Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы (БМО) төп халыҡтарҙы дискриминациялау проблемаһы буйынса БМО-ның подкомиссияһына дискриминацияны булдырмау һәм аҙсылыҡтарҙы яҡлау өсөн Махсус докладсыһы исеменән Хосе Мартинес Кобо түбәндәге эш билдәләмәһен килтерә[5]:

  «...төп халыҡтар бөтөн илдең йәки илдең бер өлөшөнөң хәҙерге территорияһында донъяның башҡа өлөштәренән башҡа мәҙәниәтле һәм этник сығышлы кешеләр килгәнгә, уларҙы үҙҙәренә буйһондорғанға һәм баҫып алыу, колониялаштырыу һәм башҡа саралар һөҙөмтәһендә уларҙы ирекһеҙ һәм колония хәленә еткергәнгә тиклем йәшәгән халыҡтар нәҫеленән тора; хәҙерге ваҡытта был халыҡтар башлыса өҫтөнлөк алған башҡа халыҡ ҡатламдарының милли, социаль һәм мәҙәни үҙенсәлектәренә нигеҙләнгән дәүләт структураһы ҡарамағындағы ил институттарына ҡарағанда үҙенә башҡа ғөрөф-ғәҙәттәре һәм социаль, иҡтисади һәм мәҙәни традицияларына ярашлы йәшәйҙәр»[5]  

Төп халыҡтар Ер шарының бөтә өлөштәрендә йәшәй: мәҫәлән, эвенктар — Алыҫ Көнсығышта, эскимостар һәм алеуттар — Төньяҡ Америка Приполярьеһында һәм Алыҫ көнсығышта, саамдар — Скандинавияла һәм Кольский ярымутрауында, маориҙар — Яңы Зеландияла, индеецтар — Америкала һәм башҡалар. Уларҙың яҡынса һаны 300 миллион кеше тәшкил итә[1][6].

«Төп халыҡтар» (ингл. indigenous peoples) термины халыҡ-ара-хоҡуҡи лексиконына инә[1] һәм Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының[7] һәм башҡа халыҡ-ара ойошмаларҙың төрлө документтарында ҡулланыла. Рәсәй Федерацияһы ҡануниәтендә «аҙ һанлы төп халыҡтар» һәм «аҙ һанлы халыҡтар» терминдары ҡулланыла. «аборигендар»[4], «автохтондар»[8][9], «туземецтар», «аҫаба халыҡ» семантик яҡтан «төп халыҡтар» терминына яҡындар, әммә юридик документтарҙа ҡулланылмай.

XV быуатта башланып ХХ быуатҡа тиклем барған донъя колониялаштырыуы (илде баҫып алып, үҙ файҙаһына әйләндереү) барышында төп халыҡтарҙың күпселеге, айырыуса планетаның аҙ һанлы халыҡтары, юғалыу хәүефе аҫтында ҡала. БМО-ның генераль Ассамблеяһының 2007 йылдың 13 сентябрендәге 61/295 резолюцияһында төп халыҡтар «колониялаштырыу һәм үҙ ерҙәренән, территорияларынан һәм ресурстарынан мәхрүм итеү һөҙөмтәһендә тарихи ғәҙелһеҙлектәр ҡорбандары булдылар», тип яҙыла[7].

Хатта төп халыҡтарҙың физик яҡтан юғалыуы тураһында һүҙ бармаған саҡта ла, уларҙың автохтон телдәре күпселектә бик мөһим үҙгәртеүҙәргә һәм хатта бөтөнләй бөтөү ҡурҡынысына дусар ителә — үҙенән-үҙе барлыҡҡа килгән ассимиляциянан тыш, шулай уҡ төп халыҡтар территориялары эләккән илдәрҙәге дәүләт телдәре булған донъя телдәре яғынан аңлы лингвоцид формаһында ла. Был хәл әлеге ваҡытҡа тиклем дауам итә, сөнки титуллы милләттәр баҫымы һәм стихиялы глобалләшеү арҡаһында автохтон мәҙәниәттәргә, уларҙың телдәренә ҡурҡыныс янай.

Төп халыҡтарҙың халыҡ-ара хоҡуҡтарын таныу 1957 йылда, 107-се һанлы «Төп һәм башҡа ҡәбилә һәм яртылаш ҡәбилә йәшәү рәүешен алып барған халыҡтарҙың яҡлауы һәм интеграцияһы тураһында»ғы Халыҡ-ара хеҙмәтте ойоштороу Конвенцияһы (МОТ) ҡабул ителгәндән һуң башлана[1].

Төрлө төбәктәрҙең төп халыҡтары бер-береһенән мәҙәниәте, тарихы һәм социаль-иҡтисадитормош шарттары менән ныҡ айырылһа ла, уларҙы берләштергән нәмә лә бик күп. Ошондай уртаҡ һыҙаттарҙың береһе — төп халыҡтарҙың һәм йәшәү урындарында тирә-яҡ мөхитенең һыйышып йәшәүе, әлеге халыҡтарҙың кеше һәм тәбиғәт араһындағы мөнәсәбәттәргә ҡағылышы булған әхләҡи-этик ҡағиҙәләр байлығы, йәғни юғары тәбиғи экологик мәҙәнилек. Бынан тыш, төп халыҡтарының күпселеге өсөн колониялаштырыу һәм дәүләт яғынан иҙелеү, сәйәси, иҡтисади, социаль һәм мәҙәни хоҡуҡһыҙлыҡ шарттарында йәшәү тәжрибәһенең уртаҡлығы бар[10].

Һуңғы йылдарҙа төп халыҡтар һәм уларҙың хоҡуҡтары

үҙгәртергә

Элек төп халыҡтарҙың хоҡуҡтары өсөн башлыса экологик ойошмалар сығыш яһайҙар. 1970 йылдарҙың уртаһынан төп халыҡтар милли һәм халыҡ-ара кимәлдәрҙә үҙҙәренең хоҡуҡтарын үҙ аллы яҡлай башлайҙар.

1994 йылда БМО-ның Генераль Ассамблеяһы Халыҡ-ара донъя аҫаба халыҡтар көнөн иғлан итә.

Хәҙерге ваҡытта аҫаба халыҡтар вәкилдәре Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының һәм башҡа халыҡ-ара органдары эшендә, мәҫәлән, Арктика кәңәшмәһендә, даими ҡатнашалар.

2012 йылдың 26-29 мартында Кеутукейнда (Финнмарк) Саам юғары мәктәп бинаһында Төп халыҡтар тележурналистары халыҡ-ара конференцияһы үтә. Уның сиктәрендә төп халыҡтар телдәрендә эш алып барған редакциялар журналистары өсөн семинарҙар һәм мастер-кластар уҙғарыла. Конференцияла туғыҙ ил делегаттары ҡатнаша, шул иҫәптән, Канада, Финляндия, Швеция, Рәсәй, АҠШ[11].

Рәсәйҙәге төп халыҡтар

үҙгәртергә

Рәсәй Федерацияһында — Рәсәйҙә Хөкүмәт норматив акттары буйынса 47 аҙ һанлы ерле халҡы йәшәй[12], 2002 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбе мәғлүмәттәренә ярашлы — 44[13]. Дөйөм һаны — яҡынса 500 мең кеше, йәки ил халҡының 0,3 %. Әлеге халыҡтар араһынан дөйөм һаны 275 кеше булған 35 халыҡ 28 Рәсәй субъектында йәшәй һәм ошо төбәктәр халҡының ике процентын ғына тәшкил итә. Шулар араһынан 13 у — аҙ һанлы халыҡтар, йәғни барыһы мең кеше иҫәпләнә. Аҙ һанлы ерле халыҡтар араһында иң эреһе — ненецтар (41 мең кеше), ә иң аҙ һанлыһы — керектар (4 кеше)[14].

Рәсәйҙең төп (бәләкәй) халыҡтарын ысын мәғәнәһендә Рәсәйҙең ерле (автохтон) халыҡтарынан айырырға кәрәк: урыҫтар, татарҙар, башҡорттар, сыуаштар, сахалар, Төньяҡ Кавказдың ерле халыҡтары һәм башҡалар. 2002 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбе мәғлүмәттәре буйынса, Рәсәй Федерацияһының халыҡтың 80 проценты үҙен урыҫтар тип таный. Илдең яҡынса 10 % хәҙерге Рәсәй территорияһында борондан үҙ ерҙәрендә йәшәгән башҡа ете эре этносҡа тура килә.

Төп халыҡтарҙың мәҙәни хеҙмәттәшлеге

үҙгәртергә

1991 йылдан алып йыл һайын Төньяҡ Норвегияла «Ридду Ридду» мәҙәниәтфестивале үткәрелә. Башта был фестиваль саам мәҙәниәте фестивале була, һуңыраҡ «Ридду Ридду» аҫаба халыҡтарының төп халыҡ-ара мультикультура фестиваленә әүерелә[15].

1998 йылдан алып йыл һайын Инари ҡасабаһында (Финляндия, Саам районы) Skábmagovat — аҫаба халыҡтарының халыҡ-ара кинофестивале үткәрелә[16].

Аҫаба халыҡтар тарихи исемдәре

үҙгәртергә
 
Инглиздәр туземецты атып үлтерәләр. Африка, 1914

Аборигендар (грек. ιθαγενής (туған) → лат. Aborigines лат. ab origine — баштан) — боронғо римдарҙың Лацийҙың тәүтормош ерле халҡының атамаһы, грек автохтондарына тура килә. Ошо уҡ мәғәнәлә «абориген» һүҙе яңы телдәргә күсә. Рим хикәйәттәре буйынса, Апеннин тауҙарында, Реатела (хәҙер Риети), йәшәгән абориген халҡы, Тибр тамағына барып сыға һәм унан сикулдарҙы ҡыҫырыҡлап сығара һәм латиндар тип исемләнә башлай, шуға күрә римляндар ҙа уларҙан сығыуы мөмкин. Яңы фән бындай исемле халыҡ булыуында шик белдерә.

Рәсәйҙә, айырыуса XIIIXX быуат казактар көньяҡ, Урал һәм Себер киңлектәрен яулап алған саҡта, үҙ-ара һәм дәүләт документтарында (1940 йылға тиклем) «туземец» («теге ер кешеһе») йәки «инородец» (йәғни казактар йәки урыҫтарға ҡарағанда башҡа халыҡ) ҡулланышта була.

XХ быуаттың икенсе яртыһынан һәм әлеге ваҡытҡа тиклем сәйәси яҡтан корректлы «бәләкәй халыҡтар», «төп халыҡтар» һәм «милли аҙсылыҡ» һүҙбәйләнештәре ҡулланыла[17].

АҠШ-та сәйәси корректлыҡ күҙлегенән Америка индеецтарын «ерле американдар» (ингл. native americans) тип атайҙар.

Халыҡ-ара аҫаба халыҡтар теле йылы

үҙгәртергә

2019 йыл БМО тарафынан Халыҡ-ара аҫаба халыҡтар теле йылы[18][19].

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 Коренные народы // Энциклопедический словарь экономики и права. — 2005.
  2. Коренные народы // Большая юридическая энциклопедия. — Книжный мир, 2010.
  3. Любкер Фридрих. Аборигены // Иллюстрированный словарь античности / И. Пименова. — М. : Эксмо, 2005. — 1344 с.
  4. 4,0 4,1 Аборигены // Большая советская энциклопедия: В 66 томах (65 т. и 1 доп.) / Гл. ред. О. Ю. Шмидт. — 1-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1926—1947.
  5. 5,0 5,1 Ананидзе Ф. Р. Некоторые проблемы определения понятия «коренной народ», 2006
  6. Саамы в Финляндии // Саамское народное собрание. — Кемиярви, Публикация Саамского народного собрания, 1999.
  7. 7,0 7,1 Резолюция ГАО 61/295
  8. Автохроны // Большая советская энциклопедия: В 66 томах (65 т. и 1 доп.) / Гл. ред. О. Ю. Шмидт. — 1-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1926—1947.
  9. Автохтоны, в этнографии // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  10. Marten P. On the other side of the Arctic («На другой стороне Арктики») (ингл.). Министерство иностранных дел Финляндии (2009). — Интервью с Рауной Куокканен. Дата обращения: 17 август 2015. Архивировано 17 август 2015 года.
  11. Ямальские журналисты участвуют в международной конференции журналистики коренных народов // Информационное агентство МАНГАЗЕЯ. — 27 марта 2012. (Тикшерелеү көнө: 28 март 2012)
  12. Постановление Правительства РФ от 24 марта 2000 г. N 255 «О Едином перечне коренных малочисленных народов Российской Федерации» (с изменениями и дополнениями от 30 сентября 2000 г., 13 октября 2008 г., 18 мая, 17 июня, 2 сентября 2010 г., 26 декабря 2011 г., 25 августа 2015 г.)
  13. Размещение населения коренных малочисленных народов по территориям преимущественного проживания КМН 2006 йыл 8 ғинуар архивланған. // «Коренные малочисленные народы Российской Федерации». — Всероссийская перепись населения 2002 года. — Том 13. — ФСГС. — 24.06.2004
  14. Юкагиры включены в Единый перечень коренных малочисленных народов РФ, ИА REGNUM (29 августа 2015).
  15. The Riddu Riđđu Festival 2014 йыл 1 февраль архивланған. // Официальный сайт фестиваля «Ридду-Ридду». (инг.) (Тикшерелеү көнө: 23 ғинуар 2014)
  16. Официальный сайт Skábmagovat 2019 йыл 28 июнь архивланған..Ҡалып:Ref-se (фин.) (инг.) (Тикшерелеү көнө: 23 ғинуар 2014)
  17. Куропятник, 1999
  18. Резолюция, принятая Генеральной Ассамблеей 19 декабря 2016 года. undocs.org. Дата обращения: 10 октябрь 2018.
  19. План действий по проведению в 2019 году Международного года языков коренных народов. undocs.org. Дата обращения: 10 октябрь 2018.

Һылтанмалар

үҙгәртергә
БМО документтары
Халыҡ-ара ойошмалар
Хөкүмәткә ҡарамаған ойошмалар