Төньяҡ-көнбайыш башҡорттары

Төньяҡ-көнбайыш башҡорттары (башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында һөйләшеүсе башҡорттарҙың үҙҙәренә үҙҙәре биргән атамаһы) — Башҡортостан республикаһының башлыса төньяҡ-көнбайыш райондарында, Татарстан республикаһының көнсығышында, Пермь һәм Свердловск өлкәләренең көньяғында йәшәүсе башҡорттарҙың территориаль төркөмө.

Төньяҡ-көнбайыш башҡорттары Тәтешле, Яңауыл, Ҡалтасы, Краснокама, Борай, Мишкә, Балтас, Асҡын һәм төньяҡ-көнбайыш төбәгенең бүтән райондарында йәшәйҙәр[1].

1940-сы йылдарҙа профессор Николай Дмитриев башҡорт теленең өс диалекты (көнсығыш, көньяҡ һәм көнбайыш) тураһында тезис тәҡдим итә[2].

1953 йылда Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында үткәрелгән фәнни семинарҙа төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының телен башҡорт теленең өсөнсө үҙ аллы диалекты итеп таныйҙар.

1954 йылда республиканың Асҡын, Балтас, Борай һәм Яңауыл райондарына диалектологик экспедиция ойошторола. Экспедиция менән башҡорт теле диалектологы Таһир Байышев етәкселек итә. Экспедиция һөҙөмтәһендә «көнбайыш диалекты башҡорт халҡының йәнле һөйләү теленең айырылғыһыҙ өлөшөн тәшкил итә» тигән фекергә киләләр.

Ж. Кейекбаев принципиаль рәүештә Г. Байышев тарафынан башҡорт теленең диалекттар системаһына төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының телен индереүгә ҡаршы була. Ул төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының туған тел итеп татар телен иҫәпләүҙәрен төп дәлил итеп килтерә. Татар теле мәктәптә уҡытыу программаһының, шулай уҡ мәҙәни сараларҙың, был территориаль төркөмдә йәшәгән татар һәм башҡорттарҙың административ-хужалыҡ эшмәкәрлегенең рәсми теле булып иҫәпләнә[3].

Хөҙерге ваҡытта башҡорт ғалимдары, был этник төркөмдөң татар теленә күсеүен инҡар итмәйенсә, төп иғтибарҙы уларҙа башҡортлоҡ үҙаңының һаҡланып ҡалыуына йүнәлдерәләр[4][5].

Диалект Башҡортостандың Асҡын, Баҡалы, Балтас, Благовар, Благовещенск, Бүздәк, Борай, Дүртөйлө, Йәрмәкәй, Илеш, Ҡараиҙел, Краснокама, Кушнаренко, Татышлы, Туймазы, Саҡмағош, Шаран, Яңауыл, шулай уҡ сиктәш Татарстан республикаһының һәм Пермь өлкәһенең айырым өлөштәрендә таралған.

Төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының ырыуҙары:
ырыу атамаһы
I Бүләр
II Байҙар/Байлар
III Юрмый
IV Ирәкте
V Йәнәй
VI Гәрә
VII Ҡырғыҙ
VIII Йылан
IX Йәлдәк
X Ҡаңлы
XI Дыуан
XII Ҡаршын
XIII Таҙлар
XIV Ыуаныш
XV Уран (ҡәбилә)

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә