Түбәнге Бәгәнәш (рус. Нижний Бегеняш) — Башҡортостандың Ауырғазы районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 235 кеше[1]. Почта индексы — 453492, ОКАТО коды — 80205834005.

Ауыл
Түбәнге Бәгәнәш
Түбәнге Бәгәнәш
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Ауырғазы районы

Ауыл советы

Семенкин

Координаталар

53°47′17″ с. ш. 55°33′31″ в. д.HGЯO

Милли состав

татарҙар, башҡорттар

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 205 834 005

ОКТМО коды

80 605 434 141

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Түбәнге Бәгәнәш (Рәсәй)
Түбәнге Бәгәнәш
Түбәнге Бәгәнәш
Түбәнге Бәгәнәш (Башҡортостан Республикаһы)
Түбәнге Бәгәнәш

Ауылға 18 быуат уртаһында (башҡа мәғлүмәттәр буйынса 1702 йылда) Нуғай даруғаһы Бәгәнәш‑Мең улусы Бәгәнәш ауылы (хәҙерге Үрге Бәгәнәш ауылы) башҡорттары үҙ ерҙәрендә Бәгәнәш исеме менән нигеҙ һала. 1794 йылда керҙәшлек килешеүе буйынса бында яһаҡлы татарҙар (улар һуңынан типтәрҙәр ҡатламына күскән) килеп ултыра. 1795 йылда (Үрге Бәгәнәш ауылы халҡы менән бергә иҫәпкә алынған) 67 йортта 449 кеше йәшәгән, 1865 йылда 120 йортта — 766 кеше. Шулай уҡ Түбәнге Бәгәнәш‑Әбүкән исеме менән билдәле булған. Игенселек, малсылыҡ, урман кәсептәре менән шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище булған. 1906 йылда мәсет, бакалея кибете теркәлгән. 1920 йылда 1‑се Түбәнге Бәгәнәш һәм 2‑се Түбәнге Бәгәнәш ауылдары (халҡы бергә иҫәпкә алынған), 1939 йылда Бәгәнәш ауылы булараҡ теркәлгән. 40‑сы йылдарҙан алып хәҙерге исемен һәм статусын йөрөтә. Унда яңы суҡындырылған сыуаштар йәшәй. Улар 125 кеше иҫәпләнә. Бөгөнгө көндә ауылда татарҙар өҫтөнлөк итә[2].

Халыҡ һаны

үҙгәртергә

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 235 115 120 48,9 51,1
Милли составы

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, күпселек милләт — татарҙар (70 %), башҡорттар (28 %)[3].

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны

үҙгәртергә

Урамдары

үҙгәртергә
  • Совет урамы (рус. улица Советская)
  • Үҙәк урам (рус. Центральная улица)[5]

Билдәле шәхестәр

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  2. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 56. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  3. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка)  (рус.)
  4. Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
  5. Улицы д.Нижний Бегеняш
  6. Хисматуллин Гарифьян Рахимьянович —Хисматуллина Гарифьяна Рахимьянович 2016 йыл 7 апрель архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 8 август 2017)

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә