Ғәлиев Әлмөхәмәт Бикмөхәмәт улы

Ғәлиев Әлмөхәмәт (Әлим) Бикмөхәмәт улы( Галеев Альмухамед Бикмухамедович) (4 ноябрь,1904 йыл, хәҙерге Башҡортостан Республикаһы, Ауырғазы районы, Түбәнге Бәгәнәш ауылы — 6 февраль 1945 йыл, Германияның Альт Раудтен ауылынан төньяҡтараҡ (хәҙерге Польша, Стара Рудна)) — СССР Хәрби көстәре хеҙмәткәре, кадрҙағы офицер. 1926 йылдан Эшсе-крәҫтиәндәр Ҡыҙыл Армияһында. 1942 йылдан Эске эштәр халыҡ комиссариатының 18-се уҡсылар бригадаһының 292-се уҡсылар полкының автоматчиктар ротаһы командиры. 1944 йылдың 7 июленән 121-се уҡсылар дивизияһының 340-сы гвардия уҡсылар полкының батальон командиры урынбаҫары. Висла-Одер операцияһында ҡатнашҡан. 1945 йылдың 6 февралендә һәләк булған[1].

Ғәлиев Әлмөхәмәт(Әлим) Бикмөхәмәт улы
Тыуған ваҡыты

1904({{padleft:1904|4|0}})

Тыуған урыны

Бәгәнәш ауылы, хәҙерге Ауырғазы районы, Башҡортостан Республикаһы

Үлгән ваҡыты

6 февраль 1945({{padleft:1945|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:6|2|0}})

Вафат урыны

Альт Раудтен эргәһендә, Германия ерендә (хәҙерге Польша, Стара Рудна)

Хеҙмәт иткән урыны

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Ғәскәр төрө

пехота

Хеҙмәт итеү йылдары

19261938,1941,10.02- 1945, 06.02,

Хәрби звание

Ҡалып:ВС СССР, капитан

Командалыҡ итеү

121 Гомель гвардия уҡсылар дивизияһы, 340 гвардия уҡсылар полкының батальон командиры урынбаҫары (I Украина фронты)

Хәрби алыш/һуғыш


Бөйөк Ватан һуғышы

Наградалар һәм премиялар

Биографияһы үҙгәртергә

1926 йыл, сентябрь — Стәрлетамаҡ хәрби комиссариаты тарафынан хәрби хеҙмәткә алынған, писарь.

1927, ноябрь — ТатЦИК исемендәге Татар — башҡорт хәрби мәктәбенең курсанты (Ҡазан ҡалаһы). Ошо уҡ хәрби уҡыу йортонда 1928—1932 йылдарҙа Советтар Союзы Геройы Таһир Тайып улы Күсимов та уҡый.

1931 йыл — хәрби мәктәпте тамамлай, Әлмөхәмәт Ғәлиевҡа лейтенант званиеһы бирелә,

1931—1936 йылдар- Бәләбәй ҡалаһында айырым 4-се Башҡорт территориаль уҡсылар полкы командиры урынбаҫары. Ҡыҙыл Армияла 1920-30 йылдарҙа кадровый ғәскәри частар (хәрби хеҙмәт 2-4 йыл дауам иткән) һәм алмашынып торған составлы, территориаль ополчение булған (уҡытыусылар, башҡа белгестәр йыл да хәрби күнекмәләр өсөн хеҙмәткә саҡырылып, 5 йыл эсендә барлығы 6 ай хәрби күнекмәләр үтә)[2].

1936, май- 11-се айырым уҡсылар полкы командиры (урынбаҫары?) (ВУР ДВК- Войска укрепленных районов Дальневосточного края).

11-се Владивосток уҡсылар полкы (Владивосток). 1936 йылда Нығытылған район ғәскәрҙәре (ВУР) составына индерелгән. Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл армияһы подразделениеһы (Протокол ГВС № 8 от 08.06.38 г.). Шул уҡ йылда 1-се уҡсылар бригадаһын төҙөү өсөн база булып торған (Владивосток).

(В июне 1936 г. 11-й отдельный территориальный стрелковый батальон 4-го Башкирского территориального стрелкового полка УрВО был развернут в 11-й отдельный стрелковый полк УрВО (с октября 1936г. в составе ТОФ. Командир полка Г. М. Соловьёв с 06.1936 по 08.1938г.)

1938 йыл — ялған ғәйеп тағылып, репрессияға эләгә,

1941 йылдың 10 февралендә Стәрлетамаҡ хәрби комиссариаты тарафынан яңынан хәрби хеҙмәткә саҡырылған.

1942, 3 май — Эске эштәр халыҡ комиссариатының 18-се уҡсылар бригадаһының 292-се уҡсылар полкында автоматчиктар ротаһы командиры,

1942, 19 июнь — Эске эштәр халыҡ комиссариатының 18-се уҡсылар бригадаһының 292-се уҡсылар полкында автоматчиктар ротаһы командиры,

1943, 21 март — 24-се уҡсылар бригадаһының 217-се айырым уҡсылар батальонында рота командиры,

1943 йыл, 11 декабрь — 24-се уҡсылар бригадаһының 218-се айырым уҡсылар батальоны (Украина округы),

1944, 14 июнь — Беренсе Украина фронтына ебәрелә,

1944, 7 июль — 121-се Гомель гвардия уҡсылар дивизияһының 340-сы гвардия уҡсылар полкының батальон командиры урынбаҫары,

1944 йылдың август аҙағына тиклем дивизия Сандомир йүнәлешендә ҡаты алыштарҙа ҡатнаша,

1945 ғинуар айында дивизия Висла-Одер операцияһында уңышлы ҡатнаша, немец ғәскәрҙәрен эҙәрлекләп, дошмандың көслө уты аҫтында Одер йылғаһын аша сыға.

1945, 6 февраль- капитан Әлмөхәмәт Ғәлиев Бреслау ҡалаһы янында (Кебен, Альт Раудтен, элекке Германия) барған ҡаты алыш ваҡытында һәләк була.

Альт Раудтен ауылы янында ерләнгән (хәҙерге Польша, Стара Рудна).

Ғаиләһе үҙгәртергә

Атаһы— Бикмөхәмәт Ғәлиев (Ихсанов), Башҡортостан Республикаһы, Ауырғазы районы Бәгәнәш ауылынан, һөнәре буйынса күн-тире эшкәртеү оҫтаһы, итексе; әсәһе- Зөлхизә Ғәлиева. Туғандарының һөйләүенсә, Бикмөхәмәт Ғәлиев һәм уның ҡарындаштары Хөсниямал менән Хәсбиямал хәҙерге Ауырғазы районына ҡараған, башҡорт ауылы Түбәнге Бәгәнәштән сыҡҡан.

Ҡатыны— Миләүшә Вәлиәхмәт ҡыҙы Ғәлиева (Рәхимова), фельдшер-акушер, Татарстан Республикаһы Баулы районы Бәйрәкә ауылында тыуған. Һуғыштан һуң шул уҡ ауылда йәшәгән. 1945 йылда Әлмөхәмәт Ғәлиевтың һәләк булыуы тураһында документта уның ҡатынының адресы Бәйрәкә ауылы тип күрһәтелгән.

Улдары - Эмиль(1934 йыл, Бәләбәй ҡалаһы - 2009 йыл, Баулы ҡалаһы), Аргент (1937 йыл, Владивосток?- ).

Армияла репрессиялар башланғас, Әлим( Әлмөхәмәт) Ғәлиев ата-әсәһен, ғаиләһен туғандары янына, Ишембай ҡалаһына алып ҡайта. Һуғыш йылдарында Бикмөхәмәт Ғәлиев Ишембай ҡалаһында (Смаҡай ҡасабаһы) халыҡҡа күп файҙа килтерә - аяҡ кейемдәрен йүнәтә, был турала Рәсүл Ғүмәров "Михнәтле лә , мәрхәмәтле лә йылдар" китабында яҙып үтә.

Сығанаҡтар үҙгәртергә

  • https://www.obd-memorial.ru/html/advanced-search.htm Источник: ЦАМО, №фонда 33,№описи источника информации 11458,№ дела источника информации 644(страница оригинала 13). Допущена ошибка в отчестве - "Бакалуши" вместо Бикмухамет

Әҙәбиәт үҙгәртергә

Гумеров Р.А."Время жестокое, время милосердное", Ишимбай, 2015г.

Һылтанмалар үҙгәртергә

  • [www.uvo-novosib.ru/page-id-1481.html Вневедомственная охрана в Новосибирске, охрана объектов ]
  • [ Первый отдел ЗАГС Белебеевского района и города Белебей ]
  • [1]
  • Олег Романовский

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә